Башҡортостанда Баймаҡ — Сермән юлы ябылған17.03.2025

Башҡортостанда Баймаҡ — Сермән юлы ябылған

Баймаҡ — Сермән юлы ябылған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. 


Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ — Сермән юлының 172-178-се саҡрымы ябылған. Сөнки Ҡаратал ауылына илткән боролошта Әселе йылғаһы ташҡан, юл аша һыу ағып ята. Машина менән Мерәҫ һәм Түбә ауылдары аша урау юлдан үтергә була, фотола күрһәтелгән.


Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иртәгә 18:00 сәғәткә тиклем юл ябыҡ буласаҡ. Юл хеҙмәттәре дежурҙа тора. 


Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы районында Олокүл – Кабаково – Һыуыҡ шишмә юлы ябылған, Ҡарайылға аша күпер йыуылған.





Вернуться назад