Бөрө ҡалаһы башлығы һәм уның урынбаҫары ришүәт эше буйынса ҡулға алынды14.03.2025
Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы

Бөрө ҡалаһы башлығы һәм уның урынбаҫары ришүәт эше буйынса ҡулға алынды

Бөрө ҡалаһы башлығы Виктория Бурдина һәм уның урынбаҫары Сергей Гайтанов ришүәт алыуҙа һәм уны алыуҙа аралашсылыҡ итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алынды. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш  идаралығының һәм Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәттәре мәғлүмәте буйынса, ҡала башлығы шулай уҡ вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Суд тәфтишсенең һорауы буйынса уны һәм енәйәттәшен һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.


Тәфтишселәр версияһы буйынса, уҙған йылдың декабрендә Бөрө ҡалаһы башлығы, башҡарылған эштәр проект-смета документацияһына тап килмәүенә ҡарамаҫтан, үҙенең урынбаҫары аша ҡала объектын төҙөкләндереү буйынса муниципаль контракттың башҡарылған эштәр акттарына ҡул ҡуйған өсөн подряд ойошмаһы вәкиленән ришүәт алған. Бынан тыш, 2023 йылдың июнендә ул «Коновалов йорто» мәҙәни мираҫ объектын түбәнерәк хаҡҡа — 3,1 миллион һумға һатҡан, объекттың баҙар хаҡы яҡынса 5,8 миллион һум булған.


Енәйәт факттары Тәфтиш комитеты тәфтишселәре, Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәренең берлектәге эше ваҡытында асыҡланды. Хәҙер ғәйепләнеүселәр менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелә. Тәфтишселәр дәлилдәр йыйыуҙы һәм теркәүҙе дауам итә.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-03-14/v-bashkirii-arestovali-glavu-birska-i-ee-zamestitelya-po-delu-o-vzyatke-4157540



Вернуться назад