Өфө районындағы фатирҙа шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр реанимацияла ята06.03.2025
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Өфө районындағы фатирҙа шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр реанимацияла ята

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Өфө районындағы фатирҙа яңғыраған көслө шартлау һөҙөмтәһендә төрлө йәрәхәттәр алған кешеләрҙең хәле тураһында хәбәр итте. Табиптар әйтеүенсә, 49 йәшлек ир – ныҡ ауыр хәлдә, 52 йәшлек ҡатындың хәле ауыр тип баһалана.


Билдәле булыуынса, улар республика тән бешеү үҙәгенең реанимация бүлегенә оҙатылған. Медиктар пациенттарҙы ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.


Фажиғәгә самогон аппаратына ут ҡабыу сәбәпсе булыуы ихтимал. Фатирҙың тәҙрәләре, ишектәре селпәрәмә килгән, тарттырылған түшәм иреп төшкән.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-03-06/postradavshie-ot-hlopka-gaza-v-bashkirii-nahodyatsya-v-reanimatsii-4146925



Вернуться назад