Башҡортостанда үлемесле авария теркәлгән
Салауат ҡалаһында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләй. Авария бөгөн көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 163-сө саҡрымында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, КамАЗ менән «Лада Гранта» бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе һәм пассажиры урында йән биргән, тип хәбәр итә Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.
Авария сәбәптәре асыҡлана. Әле ваҡиға урынында Башҡортостан Эске эштәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм эксперт-криминалистары эшләй.