Иглин районында йөк тейәгән фуралар бәрелешкән05.03.2025

Иглин районында йөк тейәгән фуралар бәрелешкән

Иглин районында өс йөк машинаһы бәрелешкән. Авария бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1505-се саҡрымында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбенән Өфө яғына китеп барған «Вольво»ның 41 йәшлек водителе, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Юл ситендә «Мерседес» автовозы, һуңынан юл ыңғай китеп барған «Скания» менән бәрелешкән.


Юл фажиғәһендә йәрәхәтләнгән «Мерседес»тың 61 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған. Автовоздың еңел автомобилдәре йәмшәйгән.


Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре реверсив хәрәкәт ойошторған.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-03-05/v-bashkirii-stolknulis-gruzhenye-fury-i-avtovoz-4145149



Вернуться назад