Өфө заводы биләмәһендә сыҡҡан янғын һүндерелгән03.03.2025
Фото: видеонан скриншот

Өфө заводы биләмәһендә сыҡҡан янғын һүндерелгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң нефть эшкәртеү заводы биләмәһендә сыҡҡан янғынды һүндергән.


Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ.


Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, шулай уҡ һауаның торошон контролдә тотоу өсөн лаборатория белгестәре килгән.


Бынан алдараҡ Өфө заводында янғын тураһында хәбәр иткәйнек.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-03-03/v-ufe-lokalizovan-pozhar-na-territorii-ufimskogo-neftepererabatyvayuschego-zavoda-4142133



Вернуться назад