Башҡортостанда ир кеше поезд аҫтында ҡалған
Башҡортостанда бер ир йөк поезы аҫтында ҡалып һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 18 февралдә таң менән Таутөмән станцияһында оло йәштәге ир яҡынлашып килгән поезд алдынан йүгереп сығырға уйлаған, ләкин өлгөрмәгән. Шаһиттар әйтеүенсә, ул айныҡ булған, бәлки, эшкә ашыҡҡандыр.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан вокзалдарында файҙаланылған һауыттарҙы экобонустарға алмаштырырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-02-20/zhitel-bashkirii-popal-pod-gruzovoy-poezd-4129705