Салауат районында ике ҡатын туңып үлгән
Салауат районында ике ҡатын туңып үлгән. Был хаҡта «Башинформ»ға урындағы муниципалитеттың матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр. Һуңғы көндәрҙә районда ҡаты һыуыҡтар күҙәтелә. Шуға бәйле Йонос һәм Малаяҙ ауылдарында күңелһеҙ осраҡтар теркәлгән. Бер ҡатын урам буйында туңып ятҡан. Өҫтөнә кейгән, ләкин аяҡ кейеме булмаған. Уның мәйетен күршеләре тапҡан. Икенсеһе үҙ өйөндә мейес янында үлгән.
Район хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, ике ҡатын да ыңғай яҡтан баһалана.
Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡаты һыуыҡтар тураһында иҫкәрткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-02-19/v-bashkirii-dve-zhenschiny-umerli-ot-holoda-4128440