Өфөлә ун көн 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы эҙләйҙәр
Өфөлә 15 йәшлек Елизавета Максимова юғалған. Уны 30 ғинуарҙан бирле эҙләйҙәр, тип хәбәр итә «БашРегионСпас» эҙәрмән отряды ирекмәндәре.
Билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һорғолт-зәңгәр күҙле.
Юғалған көндө капюшонлы һоро мамыҡ куртка, ҡара салбар һәм ботинка кейгән булған.
Лизаның ҡайҙа икәнен белгәндәрҙән 8(937)-3-102-112 йәки 112 номерҙары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар. Шулай уҡ эҙләү эшендә ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр кәрәк.