Өфөлә үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған өсөн ҡулға алынған07.02.2025

Өфөлә үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған өсөн ҡулға алынған

Башҡортостандың ике егете экстремистик ойошмала ҡатнашҡаны өсөн һаҡ аҫтына алынды. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса беренсе бүлеге Өфө колледжының 16 һәм 17 йәшлек ике студентына ғәйепләү белдерҙе.


Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының һәм Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәттәренән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуар башында ике ғәйепләнеүсе эшмәкәрлеге Рәсәйҙең күп милләтле берҙәмлеген һәм территориаль бөтөнлөгөн тарҡатыуға йүнәлтелгән экстремистик ойошма (2024 йылдың июнендә Рәсәйҙең Юғары суды ҡарары менән тыйылған) мәнфәғәтендә эш иткән. Улар Бөрйән районына ингән урында ҡуйылған стела янында 1858 йылғы Рәсәй империяһының флагын яндырыуҙарын видеоға төшөргән.


Республиканың Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм Федераль именлек хеҙмәте оперативниктары фигуранттарҙың шәхесен асыҡлаған.


Үҫмерҙәр үҙ ғәйебен таныған. Бынан тыш, тикшереү барышында уларҙың Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы йорттарҙың стенаһына аэрозоль баллончигы менән интернетта билдәһеҙ кешенең 60 мең һум аҡсалата бүләкләү тәҡдименә ышанып, националистик йөкмәткеле һүҙҙәр яҙған. Был факт буйынса сәйәси һәм милли мотивтар буйынса ҡылынған вандализм тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул флаг тураһында эш менән берләштерелә.


«Видеороликты һәм фотоһүрәттәрҙе Р. Ғәббәсов* һәм «Ирекле милләттәр лигаһы»** Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Рәсәйгә ҡаршы мәғлүмәт акцияларын үткәреү өсөн ҡулланған», — тип белдерҙеләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.


Йәштәр Тәфтиш изоляторына оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар дәлилдәр йыйыу менән шөғөлләнә, республика биләмәһендә экстремистик эшмәкәрлекте ойоштороуға ҡатнашы булған башҡа граждандарҙы асыҡлай.


*Рәсәйҙең Финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәте, Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары исемлегенә индерелгән.


** Рәсәй Федерацияһы Генераль Прокуратураһының 2023 йылдың 24 майындағы ҡарары.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-02-07/v-ufe-podrostki-sozhgli-flag-rossiyskoy-imperii-i-popali-pod-arest-4111782



Вернуться назад