Туймазы районында трассала автобус янған21.01.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Туймазы районында трассала автобус янған

Туймазы районында М-5 «Урал» трассаһының 1291-се саҡрымында «Неоплан» шәхси автобусы янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр Махачкала - Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткән автобусты һүндергән.


Ут 18 минуттан тулыһынса һүндерелгән. Бәхеткә, ҡаза күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ.


Салонда 12 кеше, араларында 3 водитель һәм 9 пассажир булған. Ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарҙы эш машиналарына ултыртып, яҡындағы ҡунаҡханаға алып барып урынлаштырған.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-01-21/v-bashkirii-na-trasse-sgorel-passazhirskiy-avtobus-4090588



Вернуться назад