Яҡташыбыҙ «Был видеола һинме ул?» тигән яңы схема буйынса алданған20.01.2025
Фото: Ксения Калинина

Яҡташыбыҙ «Был видеола һинме ул?» тигән яңы схема буйынса алданған

Нефтекамала мутлашыусылар 28 йәшлек егетте туғанының телеграмдағы аккаунтынан «Был видеола һинме ул?» тигән яңы схема буйынса алдаған. Ул видеоны асҡан, ләкин ҡара һүрәттән башҡа бер ни ҙә күренмәгән. Шунан ул туғанына шылтыратҡан. Асыҡланыуынса, мутлашыусылар уның аккаунтын емергән. Тиҙҙән яҡташыбыҙға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталынан шәхси кабинетҡа инеү, һуңынан банктарҙан кредитты хуплау һәм аҡсаның иҫәптән алыу тураһында хәбәрҙәр килә башлаған.


Енәйәтселәр вируслы файл ебәргән булған. Ул егеттең бөтә ҡушымталарына ла инеү мөмкинлеген асҡан. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау буйынса саралар күрә.


Бынан алда «Башинформ» киберенәйәтселәрҙең фотоһүрәттән һәм открыткалар рәүешендә вирустар ебәреүе хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-01-20/zhitelya-bashkirii-obmanuli-po-novoy-sheme-eto-ty-na-video-4089560



Вернуться назад