Башҡортостанда юл фажиғәһендә ҡыҙын юғалтҡан әсәнең хәле билдәле булды
Башҡортостанда юл һәләкәтендә ҡыҙын юғалтҡан әсәнең хәле билдәле булды. «Башинформ»ға республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын һәм тағы бер бала амбулатор шарттарҙа дауалана.
«Тағы бер бала дауаханала ята. Хәле тотороҡло, уртаса ауырлыҡта», — тип белдерҙеләр ведомствола.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Стәрлетамаҡ районындағы трассала теркәлгән авария бала ғүмере өҙөлдө. 19 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 5 тирәһендә Стәрлетамаҡ – Красноусол автомобиль юлының 34-се саҡрымында ҡаршыға килгән «Лада Гранта» һәм «Киа Рио» бәрелешкән. Юл фажиғәһендә илебеҙ автомобиленең 9 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған, уның 39 йәшлек әсәһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Сит ил машинаһында ултырған туғыҙ һәм алты йәшлек ике балаға ла табиптар ярҙамы талап ителгән.