Әлшәйҙә йәш егет тюбингта шыуғанда һәләк булған13.01.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Әлшәйҙә йәш егет тюбингта шыуғанда һәләк булған

Әлшәй районында 20 йәшлек егет фажиғәле һәләк булған. Йәштәр тюбингты машинаға бәйләп шыуған. Ниндәйҙер мәлдә водитель ҡапыл тормозға баҫҡан, тюбингтағы егет автомобиль аҫтында ҡалып үлгән, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Наил Әбелғужин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


«Йәнә бер тапҡыр машиналарға саналар һәм тюбингтар тағып йөрөүҙең хәүефле икәненә иғтибарҙы йүнәлтәм. Был ғүмер һәм һаулыҡ өсөн генә хәүефле түгел, штраф алыу ихтималлығы ла бар. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кеше үлеменә килтергән осраҡтарҙа водителдең енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы мөмкин», – тип иҫкә төшөрҙө муниципалитет етәксеһе.


«Башинформ» яҙғанса, Белорет районында бер бала тюбингта шыуғанда имгәнгән.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-01-13/v-bashkirii-molodoy-paren-pogib-katayas-na-vatrushke-4081164



Вернуться назад