Республикала 12 баш һыйыр урлаған иргә хөкөм ҡарары сығарылды16.01.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Республикала 12 баш һыйыр урлаған иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Әбйәлил районында 12 баш мал урлаған иргә хөкөм ҡарары сығарылды.


Билдәле булыуынса, ул 2023 йылдың октябрендә Яңауыл ауылында йәшәгән алты хужаның һыйырҙарын, үгеҙен, танаһын урлаған һәм үҙенең кәртәләп алынған ер участкаһына ябып ҡуйған. Дөйөм хаҡы 441 мең һумдан ашыу тәшкил иткән.


Судта ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, үкенгән һәм зыян күреүселәрҙән ғәфү үтенгән. Малды хужаларына кире ҡайтарғандар. Ир 1 йыл да 10 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән, тип хәбәр итә Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-01-16/zhitel-bashkirii-ukral-12-korov-4085393



Вернуться назад