Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән 30.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән...

Айыуҙы банка менән ҡурҡытмаҡсы булған
Бөрйән районында булған ҡот осҡос хәлдең сәбәптәре асыҡланды.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда айыуҙарҙың кешегә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы. Тәүгеһе 21 мартта Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан 7 саҡрым алыҫлыҡта булғайны. Тайыштабан һөжүменән зыян күргән 62 йәшлек ир үҙ аяҡтарында район дауаханаһына килә. Уға операция яһайҙар, әлеге ваҡытта реанимацияла ята.
Бөгөн йыртҡысты атып алыуға өсөн рөхсәт бирелгән. Баймаҡта 10 һунарсынан торған төркөм эшләй, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан
Икенсе ҡот осҡос осраҡ Бөрйән районында теркәлде. 22 мартта айыу тырнағына эләккән 57 йәшлек ирҙе район дауаханаһына килтерәләр. Уға шулай уҡ операция яһайҙар, хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Яңы Усман ауылы уҙаманы йыртҡысҡа урманда ҡайын һуты йыйып йөрөгәндә тап булған.
— Ул айыуҙан ҡасырға маташҡан. 3 литрлыҡ банкаһы ярылып, тайыштабан тауыштан ҡурҡҡан, — тип һөйләне Байғаҙы ауылы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.
Бөгөн һунарсылар был тирәлә айыуҙы эҙләй. Йыртҡысҡа һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғулиев йыртҡыстарҙың ваҡытынан алда уяныуға бәйле, уларҙың агрессив булыуы хаҡында һөйләне.
«Яландарҙа, урмандарҙа ҡар ҡалманы. Кешеләр иркенләп урманға йөрөй башланы. Ҡайһы берҙәр мышы мөгөҙө эҙләй, кемдер ҡайын һуты йыя. Ике осраҡта ла ирҙәр урманға яңғыҙ барған һәм үҙҙәре лә белмәйенсә айыуҙар янына барып сыҡҡан. Йыртҡыстар уларҙың яҡынлашыуын ишетмәй һәм һөжүм итә. Хәҙер иң мөһиме – зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуы», – тип белдерҙе Камил Бирғулиев.
Бөгөн БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин айыу һөжүменән зыян күргән ирҙәрҙең хәле тураһында хәбәр итте. Зыян күреүселәрҙең икеһе лә реанимацияла. Тәүге пациент – 62 йәшлек ир ауыр хәлдә. Бөрйән районында йәшәүсенең хәле уртаса.
Быға тиклем Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йыртҡыс менән осрашҡанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында һөйләгәйнеләр.
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән 30.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән...
Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты 28.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты...
Башҡортостанда машина водителе һәм пассажир һәләк булған 23.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Әбйәлил районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән....
Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән 22.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Төмән өлкәһендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Тубыл янындағы Төмән – Ханты-Манси федераль ......
Башҡортостанда ҡоралай һәм өс ҡуян түшкәһен тейәп ҡайтып барған браконьерҙар тотолған 20.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
«Законһыҙ һунар» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған....
Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне 08.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне...
4 ғүмер өҙөлгән, 17-һе ҡотҡарылған: Башҡортостанда сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре бара 22.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Стәрлетамаҡтағы «Ҡояшлы» сауҙа-сервис комплексында ......
Тотош уҡырға 13
Өфөләрҙе ҡалала үлтереүсе йөрөй тигән хәбәр ҡурҡыуға һалған 22.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Билдәһеҙҙәр ялған мәғлүмәт таратҡан....
Тотош уҡырға 10
Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән...
Тотош уҡырға 10
Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы...
Тотош уҡырға 12
Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Аварияла балалар имгәнгән....
Тотош уҡырға 11
Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған 18.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған...
Тотош уҡырға 13