Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Хәл-ваҡиғалар » «Береһе диван аҫтына йәшенгән»: Дәүләкәндәге биш бала һәләк булған фажиғәнең сәбәптәре асыҡланды
Фото: видеонан скриншот

«Береһе диван аҫтына йәшенгән»: Дәүләкәндәге биш бала һәләк булған фажиғәнең сәбәптәре асыҡланды

Дәүләкән районындағы янғында 5 баланың һәм уларҙың үгәй атаһының һәләк булыуы бөтә республика хаҡын тетрәндерҙе.


Асыҡланыуынса, әсә кеше был ваҡытта төнгө сменала булған, ул подъезға инеү менән янғын еҫен һиҙгән һәм фатирға йүгереп ингән. Дүрт сабый ир менән бергә диванда үле килеш табылған. Ә бер бала уянып, диван аҫтына йәшенгән булған. Әммә ағыулы төтөндән ҡотола алмаған... Был хаҡта «Честно говоря» телеграм-каналына янғында сабыйҙарын юғалтҡан ҡатындың апаһы һөйләйгән. 


Баҡтиһәң, мәрхүм сабыйҙарҙың әсәһе 2025 йылдың ғинуарынан балалар пособиеһы алмаған. Документтарҙы ваҡытында тапшырмаған. Ғаилә хеҙмәте белгесе яңыраҡ документтар йыйырға һәм тапшырырға ярҙамлашҡан, мартта түләүҙәр күсергә тейеш булған. 


Йәш ғаилә 2021 йылдан алып профилактик иҫәптә торған, ә әсә үҙе наркодиспансерҙа иҫәптә булған. Опека органдары бер нисә тапҡыр балаларҙы тартып алып, махсус учреждениеларға урынлаштырған. Әммә 2024 йылда ҡатын реабилитация үткәндән һуң сабыйҙарын кире ҡайтарып алған: эшкә урынлашҡан, балаларҙы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған.


Әлеге ваҡытта ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү үткәрә.


Бынан алда Башҡортостан Башлығы биш балаһы һәләк булған әсәнең ҡайғыһын уртаҡлашҡайны.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән 30.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты

Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты 28.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда машина водителе һәм пассажир һәләк булған

Башҡортостанда машина водителе һәм пассажир һәләк булған 23.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Әбйәлил районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән....

Тотош уҡырға 5

Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән

Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән 22.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Төмән өлкәһендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Тубыл янындағы Төмән – Ханты-Манси федераль ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда ҡоралай һәм өс ҡуян түшкәһен тейәп ҡайтып барған браконьерҙар тотолған
Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне

Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне 08.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 9

4 ғүмер өҙөлгән, 17-һе ҡотҡарылған: Башҡортостанда сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре бара

4 ғүмер өҙөлгән, 17-һе ҡотҡарылған: Башҡортостанда сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре бара 22.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Стәрлетамаҡтағы «Ҡояшлы» сауҙа-сервис комплексында ......

Тотош уҡырға 13

Өфөләрҙе ҡалала үлтереүсе йөрөй тигән хәбәр ҡурҡыуға һалған
Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән

Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән...

Тотош уҡырға 10

Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы

Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы...

Тотош уҡырға 12

Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды
Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған

Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған 18.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар

Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған...

Тотош уҡырға 14


Комментарий өҫтәргә