Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ҡарары
Башҡортостан Республикаһы исеменән
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ҡарары
Граждан Зыятдинов Ринат Тимербай улының ялыуына бәйле, 2012 йылдың 7 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы 617-се Башҡортостан Республикаһы Законының һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 20 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры тураһында”ғы 615-се Указының конституционлығын тикшереү хаҡындағы эш буйынса


Өфө ҡалаһы 2018 йыл, 20 март

Рәйеслек итеүсе судья-секретарь Ф.Р. Моратшин, судьялар Р.Р. Кәримова, В.М. Крылов составындағы Башҡортостан Республикаһы Конституция суды,
Башҡортостан Республикаһы Конституция судына мөрәжәғәт иткән яҡ – граждан Р.Т. Зыятдинов, акттарҙы сығарған яҡтарҙың вәкилдәре – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары А.Ф. Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығындағы суд вәкиллеге һәм ярлыҡау бүлеге мөдире С.С. Сәғитов,
шулай уҡ ултырышҡа саҡырылған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының суд вәкиллеге бүлеге мөдире урынбаҫары Н.О. Калеева, “Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы нотариустары ассоциацияһы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы президенты Р.И. Евстафьева, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының юридик бүлеге начальнигы З.Р. Мәмбәтҡолова, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының дәүләт хеҙмәтен финанслау һәм хеҙмәткә түләү бүлеге начальнигы Р.Р. Ханнанов, Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡануниәт, ведомство норматив хоҡуҡ акттарына хоҡуҡи экспертиза һәм уларҙы теркәү бүлеге начальнигы Д.А. Мостафина, Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарға һәм граждандарҙың башҡа категорияларына социаль ярҙам бүлеге начальнигы урынбаҫары Н.М. Козка, Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡануниәт, ведомство норматив хоҡуҡ акттарын хоҡуҡи теркәү һәм уларға экспертиза яһау бүлеге начальнигы урынбаҫары Л.И. Мамлеева, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығындағы РФ субъектының норматив хоҡуҡ акттары һәм федераль регистрҙы, муниципаль берәмектәр реестрын, муниципаль берәмектәр уставтарын теркәү һәм уларҙың реестрын алып барыу мәсьәләләре бүлегенең баш белгес-эксперты А.Л. Сергеев, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығындағы дәүләт хеҙмәтен финанслау һәм хеҙмәткә түләү бүлегенең баш белгес-эксперты Е.А. Курбатова, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы юридик бүлегенең баш белгес-эксперты Д.С. Низамова, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппаратының төп белгес-эксперты Е.А. Евдокимова ҡатнашлығында,
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 106-сы статьяһындағы беренсе өлөштө, “Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3, 4, 38, 39, 42-се һәм 77-се статьяларын эштә ҡулланма итеп алып,
асыҡ ултырышта 2012 йылдың 7 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы 617-се Башҡортостан Республикаһы Законының, Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 20 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры тураһында”ғы 615-се Указының конституционлығын тикшереү хаҡындағы эште ҡараны.
Граждан Зыятдинов Ринат Тимербай улының үрҙә билдәләнгән норматив хоҡуҡ акттар тарафынан конституцион хоҡуҡтарҙың боҙолоуы тураһындағы мөрәжәғәте эште ҡарауға сәбәпсе булды.
Ғариза биреүсе килешмәгән акттарҙың Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тап килеү-килмәүе мәсьәләһендә асыҡланған билдәһеҙлек эште ҡарауға нигеҙ булды.
Докладсы судья В.М. Крыловты, яҡтарҙың аңлатмаларын, эксперт – юридик фәндәр кандидаты Т.Р. Ханнанованы, саҡырылған кешеләрҙең сығыштарын тыңлап, тәҡдим ителгән документтарҙы һәм башҡа материалдарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды
билдәләне:
1. Граждан Р.Т. Зыятдинов Башҡортостан Республикаһы Конституция судына мөрәжәғәтендә түбәндәге акттар тарафынан дәүләт нотариаль контораһында эшләгән нотариус вазифаһын тейешле реестрҙарға индерелмәүенә бәйле 2012 йылдың 7 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы 617-се Башҡортостан Республикаһы Законының, Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 20 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры тураһында”ғы 615-се Указының конституционлылығын тикшереүҙе һорай.
Ғариза биреүсенең фекеренсә, ошо вазифаның реестрҙарға индерелмәүе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тап килмәй, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙоуға килтерә, ғәҙеллек һәм тиңлек принциптарына ҡаршы килә.
2. Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттән тиң файҙаланыу Конституция менән иғлан ителә; хеҙмәт ирекле, Башҡортостан Республикаһында һәр кем хеҙмәткә һәләтенән ирекле файҙаланырға, эшмәкәрлек төрөн һәм профессияны һайларға хоҡуҡлы (Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 34-се статьяһы һәм 40-сы статьяһының беренсе өлөшө).
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 72-се статьяһына (1-се өлөштөң “л” һәм “н” пункттары) ярашлы, нотариат, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары системаһын ойоштороуҙың дөйөм принциптарын билдәләү Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһенә инә.
Рәсәй Федерацияһы Конституция судының Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 71-се статьяһын (“г” һәм “т” пункттары) һәм 72-се статьяһын (1-се өлөштөң “к” һәм “н” өлөштәре) интерпретациялау нигеҙендә барлыҡҡа килгән хоҡуҡи позицияһына ярашлы, дәүләт граждан хеҙмәтен көйләү өлкәһе Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһенә инә (2009 йылдың 3 февралендәге 2-се ҡарар).
Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса федераль закондар һәм уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары, башҡа норматив хоҡуҡ акттары сығарыла (Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 76-сы статьяһындағы 2-се өлөш).
2.1. Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте системаһының хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәрен, уны төҙөү һәм эш итеүе принциптарын 2003 йылдың 27 майындағы “Рәсәй Федерацияһының дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында”ғы 58-се Федераль закон билдәләй. Дәүләт хеҙмәте төрҙәренең береһе рәүешендә дәүләт граждан хеҙмәте билдәләне. Ул федераль дәүләт граждан хеҙмәтенә һәм Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт граждан хеҙмәтенә бүленә (2-се статьяның 1-се һәм 2-се пункттары).
Билдәләнгән Федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт граждан хеҙмәтен ойоштороу Рәсәй Федерацияһы субъектының хакимиәт даирәһенә инә (2-се статьяның 4-се пункты); дәүләт хеҙмәте вазифалары федераль закон йәки Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡ акты, Рәсәй Федерацияһы субъекты законы йәки бүтән норматив хоҡуҡ акты менән булдырыла (8-се статьяның 1-се пункты); Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры Рәсәй Федерацияһы субъекты законы йәки башҡа норматив хоҡуҡ акты менән булдырыла (9-сы статьяның 3-сө пункты).
“Рәсәй Федерацияһының дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында”ғы Федераль закондың 10-сы статьяһындағы 2-се пунктында билдәләнеүенсә, Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт граждан хеҙмәткәре – Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт граждан хеҙмәтендә профессиональ хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған һәм Рәсәй Федерацияһының тейешле субъекты бюджеты аҡсаһы иҫәбенә аҡсалата тәьмин ителгән (бүләкләнгән) граждан ул.
Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәтенең хоҡуҡи, ойоштороу һәм финанс-иҡтисади нигеҙҙәре 2004 йылдың 27 июлендәге “Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы 79-сы Федераль закон менән билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһында үрҙә телгә алынған Федераль законға ярашлы 2005 йылдың 18 июлендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы 206-сы Башҡортостан Республикаһы Законы эш итә. Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәтен дәүләт хеҙмәте вазифаларын башҡарған кешеләрҙең Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары вәкәләттәрен үтәүҙе тәьмин итеү буйынса профессиональ хеҙмәт эшмәкәрлеге рәүешендәге дәүләт хеҙмәте төрө булараҡ билдәләй (1-се статьяның 1-се өлөшө).
Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары – дәүләт органының йәки дәүләт вазифаһын башҡарған кешенең вәкәләттәрен үтәүҙе тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан “Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Федераль закон положениеларын иҫәпкә алып билдәләнгән вазифалар (“Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 3-сө өлөш).
Дәүләт органдары, категориялар, төркөмдәр, шулай уҡ башҡа билдәләр буйынса классификацияланған дәүләт хеҙмәте вазифалары Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестрының тейешле бүлектәре булған Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары исемлектәрен тәшкил итә. Дәүләт органдары структураһын иҫәпкә алып ғәмәлгә индерелгән һәм “Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһына ярашлы вазифалар категориялары, төркөмдәре буйынса классификацияланған ошо органдарҙағы граждан хеҙмәте вазифалары Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестрының тейешле бүлектәре булған Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары исемлектәрен тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры Федераль дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестрын төҙөү принциптарын иҫәпкә алып ойошторола һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән раҫлана (“Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһы).
Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 20 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры тураһында”ғы 615-се Указы менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры; 2011 йылдың 17 сентябрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тормошҡа ашырылған Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары исемлеген раҫлау тураһында”ғы 466-сы Указы менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тормошҡа ашырылған Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары исемлеге раҫланды.
Муниципаль хеҙмәтте хоҡуҡи көйләү, шул иҫәптән муниципаль хеҙмәт вазифаларына талаптар, муниципаль хеҙмәткәрҙең статусын, муниципаль хеҙмәтте үтеү шарттарын һәм тәртибен билдәләү федераль закон, шулай уҡ уға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары, муниципаль берәмектәрҙең уставтары һәм башҡа муниципаль хоҡуҡ акттары менән тормошҡа ашырыла (2003 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль закондың 42-се статьяһы).
Рәсәй Федерацияһы граждандарының муниципаль хеҙмәткә инеүе, уны үтеү һәм туҡтатыу, шулай уҡ муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡи хәлен билдәләү менән бәйле мөнәсәбәттәр федераль кимәлдә 2007 йылдың 2 мартындағы “Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы 25-се Федераль закон менән көйләнә.
Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса уның вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн 2007 йылдың 16 июлендә “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы 453-сө Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителде. Ул Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль хеҙмәтте хеҙмәт договоры (контракт) төҙөү юлы менән башҡарылған муниципаль хеҙмәт вазифаларында даими нигеҙҙәге профессиональ эшмәкәрлек булараҡ билдәләй. Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт – Урындағы үҙидара органында, муниципаль берәмектең һайлау комиссияһы аппаратында муниципаль берәмек уставына ярашлы булдырылған, урындағы үҙидара органы, муниципаль берәмектең һайлау комиссияһы йәки муниципаль вазифаны башҡарған кеше вәкәләттәрен үтәүҙе тәьмин итеү буйынса билдәләнгән бурыстар даирәһенә эйә булған вазифа (2-се статьяның 1-се һәм 2-се өлөштәре).
Үрҙә телгә алынған закон Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәткәр төшөнсәһен ғәмәлгә индерә. Федераль закондарға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы муниципаль хоҡуҡ акттары менән билдәләнгән тәртиптә урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенән түләнгән аҡсалата тәьминәт өсөн муниципаль хеҙмәт вазифаһы буйынса бурыстарҙы башҡарған граждан Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәткәр булып тора (4-се статьяның 1-се өлөшө). Муниципаль хеҙмәт вазифалары Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестрына ярашлы муниципаль хоҡуҡ акттары менән билдәләнә (5-се статья).
2012 йылдың 7 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы 617-се Башҡортостан Республикаһы Законына (1-се статья) ярашлы, Реестр урындағы үҙидара органдары, муниципаль берәмектәрҙең һайлау комиссиялары, тарихи һәм урындағы башҡа традицияларҙы иҫәпкә алып билдәләнгән вазифалар төркөмдәре һәм функциональ үҙенсәлектәре буйынса классификацияланған муниципаль хеҙмәт вазифалары атамалары исемлеген тәшкил итә. Билдәләнгән Закон Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестрын ҡулланыуҙы һәм Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһындағы Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен регламентлай (2-се һәм 3-сө статьялар).
2.2. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, Рәсәй Федерацияһының 1993 йылдың 11 февралендәге нотариат тураһындағы 4462-1-се ҡануниәте нигеҙҙәренә ярашлы, Башҡортостан Республикаһында нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу мәсьәләләрен 2017 йылдың 30 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында”ғы 458-се Башҡортостан Республикаһы Законы көйләй. Ошо Закондың 2-се статьяһына (1-се өлөш) ярашлы, Башҡортостан Республикаһында нотариат федераль ҡануниәт һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте нигеҙендә нотариустар тарафынан Рәсәй Федерацияһы исеменән закон акттары менән ҡаралған нотариаль ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу юлы менән граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.
Нотариусҡа вәкәләттәр йөкмәтеү, уларҙы туҡтатып тороу һәм туҡтатыу тәртибе, нотариаль эшмәкәрлек гарантиялары, нотариустың эшмәкәрлеген сикләү Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәре менән билдәләнә. Дәүләт нотариаль контораһында эшләгән нотариус эшенән Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт тураһындағы ҡануниәтенә (“Башҡортостан Республикаһында нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһындағы 2-се өлөш һәм 5-се статьяһындағы 6-сы өлөш) ярашлы бушатыла.
1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы субъ­екттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 184-се Федераль закон дәүләт нотариаль контораларын матди-техник һәм финанс йәһәтенән тәьмин итеү, нотариаль округта нотариустар вазифалары һанын, Рәсәй Федерацияһы субъекты биләмәһендә нотариаль округтар сиген билдәләү мәсьәләләрен хәл итеүҙе берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт власы органдары Рәсәй Федерацияһы субъекты бюджеты аҡсаһы иҫәбенә (федераль бюджеттан бүленгән субвенцияларҙан тыш) үҙаллы тормошҡа ашырған вәкәләттәре иҫәбенә индерә (26.3-сө статьяның 2-се пунктындағы 28-се ярҙамсы пункт).
Башҡортостан Республикаһында дәүләт нотариаль конторалары эшмәкәрлеген ойоштороу һәм ресурстар йәһәтенән тәьмин итеү нотариат өлкәһендәге вәкәләтле республика башҡарма власть органы тарафынан тормошҡа ашырыла; дәүләт нотариаль контораларында эшләгән нотариустарҙың профессиональ бурыстарын үтәүгә контролде нотариат өлкәһендә контроль функцияларын үтәгән федераль башҡарма власть органы һәм уның территориаль органдары ғәмәлгә ашыра (“Башҡортостан Республикаһында нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се стаьяһындағы 3-сө өлөш һәм 18-се статьяһындағы 2-се өлөш).
3. Конституцион ялыу буйынса һорап алынған материалдар менән Р.Т. Зыятдиновтың 1991 йылдың 8 июленән 2003 йылдың 29 октябренә тиклем Тәтешле дәүләт нотариаль контораһы нотариусы, артабан 2006 йылдың 15 ноябренән 2008 йылдың 29 апреленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Борай дәүләт нотариаль контораһында нотариус булып эшләүе раҫланды.
Р.Т. Зыятдинов дәүләт нотариаль контораһы нотариусы булып эшләгән осорҙа ғәмәлдә булған 1993 йылдың 13 июлендәге “Нотариат тураһында”ғы 18/11-се Башҡортостан Республикаһы Законы “Башҡортостан Республикаһында дәүләт нотариаль контораларында эшләгән йәки шәхси практика менән шөғөлләнгән нотариустар нотариаль ғәмәлдәрҙе башҡара. Нотариаль ғәмәлдәрҙе башҡарғанда нотариустар, дәүләт нотариаль контораһында эшләүенә йәки шәхси практика менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, тиң хоҡуҡтарға һәм бер үк бурыстарға эйә. Нотариустар тарафынан тултырылған документтар бер үк юридик көскә эйә”, тип билдәләй ине (1-се статьяның икенсе өлөшө һәм 2-се статьяның өсөнсө өлөшө). Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәре (16-сы статьяның 1-се өлөшө) нотариус хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа физик һәм юридик берәмектәргә ярҙам күрһәтергә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлатырға, юридик яҡтан хәбәрҙар булмау зыян килтермәһен өсөн башҡарылған нотариаль ғәмәлдәрҙең эҙемтәләре тураһында иҫкәртергә тейеш, тип билдәләй. Нотариустың вазифа бурыстары уның консультация биреү, рәсми документтарҙы төҙөү һәм раҫлау, квалификациялы юридик ярҙам күрһәтеү юлы менән хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙең барлыҡҡа килеүендә һәм уларҙы көйләүҙә ҡатнашыуын күҙаллай.
Рәсәй Федерацияһы Конституция суды билдәләүенсә, “граждандарҙың квалификациялы юридик ярҙамға конституцион хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында дәүләт исеменән нотариаль функцияларҙы тормошҡа ашырыу нотариустарҙың асыҡ хоҡуҡи статусын сағылдыра һәм закон нигеҙендә асыҡ функцияларҙы бойондороҡһоҙ, объектив һәм ғәҙел үтәүҙе тәьмин итеү өсөн уларға махсус (юғары) талаптар ҡуйыуҙы күҙаллай. Был иһә, Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәренең 5-се статьяһына ярашлы, нотариаль эшмәкәрлектең төп гарантияларының береһе булып тора” (2015 йылдың 2 июлендәге 1523-сө билдәләмә).
Халыҡ-ара хоҡуҡи документтарҙа нығытылған нормалар ҙа нотариустар эшмәкәрлегенең асыҡ-хоҡуҡи характерҙа булыуын билдәләй. Европа парламентының 1994 йылдың 18 ғинуарындағы Берләшмә ағзаһы булған ун ике дәүләттә нотариаттың хәле һәм уны ойоштороу тураһындағы А3-0422/93-сө резолюцияһында нотариус эшмәкәрлеге нигеҙендә бер нисә төп характеристика ята, тип билдәләнә. Шуларҙың иң мөһимдәре: договорҙарҙың һәм дәлилдәрҙең ысын булыуына ҡарата асыҡ функцияларҙы тормошҡа ашырыу өсөн нотариусҡа дәүләт вәкәләттәрен өлөшләтә тапшырыу; ирекле профессия нигеҙендә ғәмәлгә ашырылған, әммә дәүләттең йәки нотариаль ғәмәлдәрҙе көйләгән талаптарҙы үтәү йәһәтенән дәүләт власы органдары тарафынан вәкәләт бирелгән, ҡануниәт менән раҫланған органдың контролендә булған бойондороҡһоҙ асыҡ-дәүләт эшмәкәрлеге (3-сө параграф).
Тимәк, дәүләт нотариаль контораһында эшләгән, шулай уҡ шәхси практика менән шөғөлләнгән нотариустар тарафынан Рәсәй Федерацияһы исеменән ҡылынған нотариаль ғәмәлдәр асыҡтан-асыҡ әһәмиәттәге ғәмәлдәр булып тора.
Шул уҡ ваҡытта үрҙә телгә алынған федераль һәм республика норматив хоҡуҡ акттарына анализ күрһәтеүенсә, нотариустың һәм дәүләт граждан (муниципаль) хеҙмәткәренең асыҡ-хоҡуҡи статусының юридик тәбиғәтендәге ниндәйҙер уртаҡлыҡҡа ҡарамаҫтан, уларҙың хоҡуҡи хәлендә принципиаль айырмалар бар. Был айырмалар нотариус һәм дәүләт (муниципаль) хеҙмәткәр вазифаһына кандидаттарға ҡуйылған талаптарҙа; вәкәләттәр тапшырыу һәм хеҙмәткә инеү тәртибендә; һөнәри бурыстарҙы башҡарыуға бәйле сикләүҙәрҙә һәм тыйыуҙарҙа; эштән бушатыу һәм хеҙмәт контрактын туҡтатыу, башҡарған вазифанан бушатыу ғәмәлендә; дәүләт нотариаль контораһында эшләгән нотариустар һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан (муниципаль) хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген финанслау тәртибендә сағыла.
Ошо эшмәкәрлек төрҙәренең төп айырмаһы – нотариус менән дәүләт (муниципаль) хеҙмәткәренең профессиональ бурыстарының асылы: нотариустар үҙҙәренең хоҡуҡи статусына бәйле Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарының, Башҡортостан Республикаһының һәм урындағы үҙидара органдарының дәүләт вазифаларын башҡарған кешеләрҙең вәкәләттәрен үтәүҙе тәьмин итеү буйынса хеҙмәт эшмәкәрлеген башҡармай, ә Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге өлкәһенә Рәсәй Федерацияһы исеменән нотариаль ғәмәлдәр ҡылыу юлы менән граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау инмәй.
Махсус асыҡ-хоҡуҡи статусҡа эйә булған һәм дәүләт исеменән эш иткән нотариус профессиональ эшмәкәрлегенең функциональ үҙенсәлектәренә бәйле дәүләт органы, дәүләт хеҙмәткәре йәки вазифалы кеше була алмай; үҙенең эшендә ул Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәренә һәм “Башҡортостан Республикаһында нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына таяна, ә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Закондары уға ҡағылмай.
Нотариустың асыҡ-хоҡуҡи статусындағы бындай үҙенсәлек дөйөм юрисдикция судтары практикаһы менән дә таныла. Рәсәй Федерацияһы Юғары суды 2015 йылдың 14 декабрендәге 25-КГ15-13-сө Билдәләмәһендә хоҡуҡ ҡулланыуҙа Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәренең нотариусты Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары йәки билдәләнгән тәртиптә граждандың шәхесен раҫлаған документ биреү вәкәләттәренә эйә булған кешеләр иҫәбенә индермәүенә таяна.
Тимәк, дәүләт граждан (муниципаль) хеҙмәтенә һәм нотариатҡа ҡарата берҙәм хоҡуҡи көйләү механизмын билдәләүҙе мотлаҡ тип танырға ярамай; дәүләт граждан (муниципаль) хеҙмәткәрҙәренең һәм дәүләт нотариаль контораһында эшләгән нотариустарҙың хоҡуҡи хәлен өлөшләтә берләштергән асыҡ-хоҡуҡи үҙенсәлектәрҙең бер аҙ оҡшаш булыуына ҡарамаҫтан, улар ҡатнашлығындағы мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙә социаль аҡланған дифференциацияның һәм республика дәүләт власы органдарының төрлө ҡарашта булыуы ихтимал.
Рәсәй Федерацияһы Конституция судының ҡарарҙарында бер нисә тапҡыр сағылған хоҡуҡи позицияға ярашлы, бөтәһенең дә закон алдындағы тиңлеге принцибы бер категорияға ҡараған субъекттар өсөн тиң хоҡуҡтарҙы һәм бурыстарҙы гарантиялай, башҡа категорияларға ингән кешеләргә ҡарата төрлө нормалар билдәләү мөмкинлеген дә юҡҡа сығармай. Шуға күрә кешеләрҙең теге йәки был категориялары араһындағы айырмалыҡтар уларҙы төрлөсә хоҡуҡи көйләү өсөн нигеҙ булғанда тиңлектең конституцион принцибы боҙолған тип иҫәпләнә алмай (2007 йылдың 16 октябрендәге 650-се, 2006 йылдың 16 февралендәге 52-се, 2005 йылдың 24 ноябрендәге 424-се билдәләмәләр).
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, Р.Т. Зыятдиновтың дәлилдәренә ҡарамаҫтан, 2012 йылдың 7 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы 617-се Башҡортостан Республикаһы Законын һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 20 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры тураһында”ғы 615-се Указын Конституцияға тап килмәй тип таный алмай, сөнки уларҙағы дәүләт нотариаль контораһында эшләгән нотариус вазифаһын реестрҙарға индермәүгә ҡағылышлы положениелар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килмәй һәм граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын, шулай уҡ тиңлектең ул иғлан иткән конституцион принцибын боҙмай.
“Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы 1-се өлөштө, 75, 76, 77, 78, 81, 82-се һәм 83-сө статьяларын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды
ҡарар итте:
1. 2012 йылдың 7 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы 617-се Башҡортостан Республикаһы Законын һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 20 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте вазифалары реестры тураһында”ғы 615-се Указын дәүләт нотариаль контораһында эшләгән нотариус вазифаһын реестрҙарға индермәү йәһәтенән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, тип танырға.
2. Был норматив хоҡуҡ акттарының Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тарафынан ошо Ҡарарҙа асыҡланған конституцион-хоҡуҡи мәғәнәһе дөйөм мәжбүри булып тора һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһында уларға бүтән төрлө аңлатма бирелеүе мөмкин түгел.
3. Ошо ҡарар башҡа суд тарафынан ҡайтанан ҡарала алмай, иғлан ителгәндән һуң ғәмәлгә инә, туранан-тура эш итә һәм бүтән органдар, вазифалы кешеләр тарафынан раҫлауҙы талап итмәй.
4. Ошо Ҡарар “Ведомости Государственного Собрания – Курултая, Главы и Правительства Республики Башкортостан”да, “Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталы”нда (www.npa.bashkortostan.ru), “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Конституция суды.

№ 36-П.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213