Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҡса йорто урынына – хан һарайы
Баҡса йорто урынына – хан һарайыРәсәйҙең Дәүләт Думаһы “Дәүләт реестры мәғлүмәттәрендәге ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү (“урман амнистияһы”) тураһында”ғы һәм “Граждандарҙың үҙ мохтажлығы өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүе һәм Рәсәй Федерацияһының айырым хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проекттарын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Ул беҙгә нимә бирәсәк?
Уларҙың тәүгеһе баҡса ерендә торлаҡ йорт һалыу һәм артабан унда рәсми теркәлеү үтергә мөмкинлек бирә. Был хаҡта элегерәк илдең Конституция суды тарафынан ҡарар ҡабул ителгәйне, йәғни баҡсасыларҙың тормош талаптарының ғәҙеллеге билдәләнгәйне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, хәҙер был хәл ҡанунлаштырылды. Бынан тыш, баҡсасылыҡ ширҡәте органдары (рәйес һәм идара) эшмәкәрлегенә контроль көсәйтелә, шул иҫәптән – йыйылған иғәнәне нисек һәм ҡайҙа тотоноу буйынса. “Росреестр” етәксеһе Виктория Абрамченко аңлатыуынса, ширҡәттең дөйөм мөлкәте граждандарҙың өлөшләтә милке булып иҫәпләнәсәк. Ҡануниәт баҡса ере менән файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү, ширҡәт етәкселеге һәм башҡа ойошмалар менән мөнәсәбәттә баҡсасыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында ҡабул ителгән.
Баҡсасылыҡ ширҡәтенә ағза булып инмәйенсә, баҡса ерен үҙаллы алып барған кешеләр ҙә етерлек. Улар өсөн ширҡәттең дөйөм мөлкәте (юлдар, скважина һ.б.) сығымдарын ҡаплауға аныҡ иғәнә булдырыла, улар был милектең яҙмышын хәл итеү буйынса дөйөм йыйылышта ҡатнашырға ла хаҡлы.
“Урман амнистияһы” проектын да илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй Президенты күрһәтмәһенә ярашлы әҙерләгән. Ул дәүләт исемлегендәге (реестрындағы) ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә йүнәлтелгән: быға саҡлы бер үк биләмәне урман фондына ла, “башҡа ерҙәр” төрөнә лә индерәләр ине. Мәҫәлән, бер исемлектә ер кемдеңдер дачаһы булып иҫәпләнә, икенсеһе буйынса ул урман фондына ҡарай. Һөҙөмтәлә был шәхси милекте бушлай тартып алырға ла мөмкин. Бөгөн Рәсәйҙә ошондай 377 мең баҡса ере бар. Ләкин урман еренең, ҡағиҙә булараҡ, аныҡ ҡына сиге юҡ икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, бындай участоктарҙың һаны, Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер миллион ярымға етә.
– Был закон проекты күсемһеҙ мөлкәтте намыҫлы һатып алыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн әҙерләнде һәм ҡабул ителде, – ти Виктория Абрамченко. – Әлеге ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү граждандарҙың власҡа ышанысын да нығытасаҡ, эшҡыуарҙар өсөн был мәсьәлә буйынса хәүефте лә юҡҡа сығарасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212