Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға

Табыш аяҡ аҫтында ята.

Һуңғы ваҡытта күптәр боланут (иван-чай) сәйен көндәлек тормошта киң ҡуллана. Кемдер үҙе йыйып, киптереп, сәй итеп әҙерләй. Уның файҙалы, шул уҡ ваҡытта тәмле эсемлек икәнен һәр кем яҡшы белә. Экологик яҡтан таҙа булыуы үләндең үҙебеҙҙең тыуған төбәктә, ҡыр-болондарҙа йыйыуҙан килә.

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Илһам Фәт­тәхов халҡыбыҙҙың боронғо сәй әҙерләү ысулы менән ҡыҙыҡ­һына башлай. Йылҡысылыҡ тар­мағы менән ныҡлап шөғөл­лән­гән, ҡымыҙсылыҡ буйынса районда ғына түгел, республикала билдәле ҡымыҙ етештереү­се­ләрҙең береһе булған Илһам Баян улының ни өсөн тап үлән сәйе менән ҡыҙыҡһыныуы күп­тәр өсөн көтөлмәгән хәл була.

Ишембай районында боланут сәйен 2016 йылдан “Маҡар урман хужалығы” етештереүе хаҡында барыһы ла хәбәрҙар. Ҡаҙмашҡа Ишембайҙан йылҡы һатып алырға килгән кешеләр Илһам Фәттәховҡа күстәнәскә үҙҙәрендә етештерелгән сәйҙе килтерә.

– Уны үҙҙәрендә етеште­реүҙәре хаҡында һөйләнеләр, ҡунаҡтарҙың күңелен ҡыйма­йым тип, тыңлаған булдым. Әммә сәйҙе эсергә нисектер ашҡынып барманыҡ, улар нисек алып килгән, шулай ултыра бирҙе, – тип һүҙҙе алыҫтан башланы әңгәмәсем. – Интернетта был сәй хаҡындағы яҙмаға юлығып, уның ни тиклем шифалы булыуы хаҡында уҡып, аптырап ҡалдым. Ҡыҙыҡһынып, күстәнәсте тәмләп ҡараным. Оҡшаны.
Артабан был сәйҙе үҙҙәрендә етештереү, сеймал йыйыу, уны киптереү буйынса уйлана төшә. Эшҡыуарлыҡ юлын яҡшы аңлаған кешегә үҙебеҙҙең ерҙә күпләп үҫкән үләнде, Хоҙай биргән бүләкте, ни өсөн фай­ҙаланмаҫҡа тигән уй тынғылыҡ бирмәй. Ишембайҙан килгән дуҫтарына шылтырата. Уларға барып, үлән сәйе етештереү цехын ҡарап өйрәнә. Артабан, ғаиләһе менән кәңәшләшеп, ра­йонда ғына түгел, Урал аръяғы төбәгендә тәүгеләрҙән булып боланут сәйе етештереү өсөн бина хәстәрләй.

Элекке райпо бинаһын һатып ала, ауылдың бер яҡ ситендә урынлашҡан был урынды сәй етештереү өсөн йыһаз­ландыра. Япраҡты киптереү, уны турау өсөн махсус ҡора­малдар һатып ала. Бинаны йылытыу өсөн мейесте, елләтеү ҡоролмаларын үҙҙәренә эш­ләргә тура килә. Ике ҡатлы бина тотош сәй етештереү цехына әүерелгән. Өҫкө ҡаттағы махсус стеллажда үлән сәйе киптерелә. Әҙер булғас, улар махсус ҡаптарға һалына. Илһам Баян улы әлегә эре япраҡлы сәй етештереүҙе яйға һалған, бөртөклөһөн дә етештереп ҡараған. Тик эре япраҡлыһына ихтыяж ҙурыраҡ, ти әңгәмәсем.

Эш еңелдән түгел. Йүнселгә Ҡырҙас һәм Әхмәт ауылы халҡы боланут үләне йыйып тапшыра. Әйтергә кәрәк, уны йыйыуҙың да үҙ мәле бар, июль-август айҙары ҡулайлы. Килограмын 15 һумдан һатып ала, ҡайһы бер ғаиләләр көнөнә ике-өс мең һумлыҡ боланут тапшыра. Ауылдарға һәр кис һайын махсус “ГАЗель” машинаһы барып, продукция алып ҡайта. Сеймалды ҡатын-ҡыҙҙар “һә” тигәнсә таҙарта, аҙаҡ улар махсус роллер ярҙамында махсус ҡора­малда кәрәкле үлсәмдә турала.

Әле бында һәр береһе 20 килограмм үлән һыйҙырышлы дүрт ҡорамал ҡуйылған. Уларҙы эшҡыуар Стәрлетамаҡта йәшәгән бер оҫтанан махсус эшләтеп алған.

Билдәле ваҡыттан һуң ҡыр­ҡылған үлән артабан ферментлау өсөн махсус һауыттарға һа­лынып, 10-15 сәғәткә йылы урынға ултыртылып, “бөркән­дереп” ҡуйыла.

– Был сәй етештереүҙең иң яуаплы осоро. Тап ошонда була­саҡ сәйҙең тәме һәм төҫө формалаша. Температура ни тиклем юғарыраҡ булһа, ферментлау шул тиклем тиҙерәк бара. Аҙаҡтан ул киптереү өсөн икенсе ҡаттағы махсус һауыттарға йә­йеп һалына. 100 килограмм боланут үләненән 20 килограмм әҙер продукция, йәғни сәй килеп сыға.

Эшҡыуар бер миҙгелдә генә тоннанан ашыу сәй етештергән. Уларҙың күбеһен Санкт-Петербургтан күмәртәләп һатып алғандар.
– Беҙҙең халыҡ үҙебеҙҙә етештерелгән шифалы, таҙа эсемлекте эсергә әлегә әҙер тү­гел. Районда беҙҙең Ҡаҙмаш сәйенә ихтыяж ҙур түгел, ә ситтә йәшәүселәр күптән болануттың файҙалы икәнен яҡшы белә һәм теләп һатып ала. Беҙ ҡушыл­малар өҫтәмәйбеҙ, сифатлы һәм таҙа көйөнсә етештерәбеҙ. Сауҙала донъя баҙарын яулайым тиһәң, төп иғтибарҙы уның сифатына биреү мотлаҡ.

Пландарға килгәндә, улар ифрат ҙур. Сәй етештереүҙе киңәй­тергә уйлайым. Шулай уҡ уны төрләндереү, йәғни үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләк япраҡтарынан һәм емештән төрлө сәйҙәр әҙерләп ҡарарға теләк бар. Ҡарағат, йүкә сәскәһе, ҡурай, ер еләктәре, мәтрүшкәләр ҡу­шылған хуш еҫле Ҡаҙмаш сәйе лә тиҙҙән һатыуға сығыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490