Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хужаһы бар, балығы булыр
Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала

Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был быуала йәшәгән балыҡтарға ла ҡағыла, сөнки бындай кеше ярҙамында барлыҡҡа килгән яһалма һыу ятҡылыҡтарында үрсетелгәндәре айырым ҡараш талап итә. Күгәрсен районының Мораҙым ауылында йәшәгән аҡһаҡал Александр Костьянов та ҡасандыр үҙе төҙөткән быуа һәм унда үрсеткән балыҡтар яҙмышы өсөн ваҡытын да йәлләмәй, үҙен дә аямай. Уның менән яҡындан танышҡас, шул тиклем егәрле, маҡсатлы, тырыш булыуына һоҡланып, уның башҡаларға үрнәк булырҙай тормош юлы тураһында һөйләмәй булдыра алманыҡ.

Урман – уның булмышы

Александр Костьяновтың бөтә ғүмере ошо ерҙән айырылмай. Күгәрсен районының Назаркин ауылында тыуһа ла, уға ике йәш булғанда, ғаиләләре Мораҡҡа күсеп килә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Мари Иле политехник институтына уҡырға инә. БАССР-ҙың Урман хужалығы министрлығы ҡулына тармаҡ инженеры дипломын алған йәш белгесте Күгәрсен районына саҡырып ҡайтара. Шулай итеп, Александр Дмитриевич 1970 йылдан яратҡан һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Тыуған ил алдында хәрби бурысын да үтәп ҡайта.

Ул заманда Урман хужалығы ми­нистрлығы халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү буйынса ла эш алып бара. Бер аҙҙан сос, егәрле егетте ошо цехтың начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1983 йылдан уға директор вазифаһы йөкмәтелә.

Бер ҡарауға ябай хеҙмәт юлы кеүек, ә бит уның эсендә күпме башҡарылған эш, биш йыллыҡ пландар үтәү, ағас ултыртыу, урман һаҡлау кеүек беҙ күреп-белеп бөтмәгән бихисап тормош мәшәҡәттәре, юғалтыуҙар, табыштар ята. Әммә Александр Дмитриевич һәр саҡ намыҫы ҡушҡанса, иңенә алған яуаплылыҡты урынына еткереп башҡара, хеҙмәттәштәре, етәкселек алдында абруй ҡаҙана. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәрен хаҡлы ялға сығыу ваҡыты еткәс тә эштән ебәрмәҫкә тырышалар, министр исеменә өс тапҡыр ғариза яҙғас ҡына, уны пенсияға оҙаталар.

Яҙмыш
шаяртыуылыр инде...

Александр Костьянов урман хужалығы директоры булып эшләгән саҡта быуа төҙөтә. Был ҡоролма янғын ваҡытында һыу алыу сығанағы сифатында файҙа­ланыла, шулай уҡ үҫентеләрҙе үҫтереү өсөн дә уңайлы була. Ошо мәлдән урмансылыҡта балыҡсылыҡ буйынса ярҙамсыл хужалыҡ барлыҡҡа килә. Ул заманда Күгәрсен урмансылары тәүге­ләрҙән булып был шөғөлгә тотона.

– Яҙмыш шаяртыуылыр инде, үҙем ҡасандыр төҙөткән быуа ташландыҡ хәлгә ҡалғас, хаҡлы ялда булһам да, ҡуртымға алырға тура килде. Бер көн килеп мин ошо быуала эшләрмен, тип уйлағаным да булманы, – ти хужа.

Ысынлап та, Александр Дмитриевич хаҡлы ялға сығып күп тә үтмәй, Рәсәйҙә яңы Урман кодексы ғәмәлгә инә. Был ҡануниәткә ярашлы, урмансылыҡтарҙан хужалыҡ эше менән шөғөлләнеү вәкәләте алына һәм күҙәтеү бурысы ғына ҡалдырыла. Быуа, таҡта ярыу цехтары, сайыр йыйыу кеүек эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән хужалыҡтар бер көн килеп тарҡалып ҡуя.

Шулай итеп, 2006 йылдан геройыбыҙ яңы мәшәҡәттәр менән йәшәй башлай. Балыҡты ыуылдырыҡ бөртөгөнән үрсетә, унан селбәрә алып, тауар итеп үҫтереү менән тамамлай. Тырыш хужа быуала күп осраҡта яңғыҙы эшләй, аҙыҡ бушатыу, һыу ятҡылығын хеҙмәтләндереү кеүек мәшәҡәттәр килеп тыуған саҡта ваҡытлыса эшселәр яллай. Костьянов быуаһында һаҙан, аҡ амур, хан балығы, табан, һыла балығын үрсетә, хатта Европа йәйенен дә килтергән. Хан балығының – ун дүрт, аҡ амурҙың ун ике килограмға еткәндәре лә осрай, һаҙан уртаса биш-алты килограмм була, ти ул.

Эшҡыуар йыл һайын сама менән дүрт тонна балыҡ етештерә. Продукцияның төп өлөшө йәрминкәләргә сығарыла, шулай уҡ түләүле балыҡ тотоуҙы ла ойошторған. Бында Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, күрше райондарҙан, Ырымбур өлкәһенән дә балыҡ ҡармаҡларға киләләр.

Бурҙарҙан килгән зыян

– Балыҡ үрсеткән хужалыҡтар намыҫлы юл менән тоторға теләмәгән кешеләрҙән күпләп зыян күрә. Ҡайһы берәүҙәр быуала балыҡ үрсетеү нисек ауыр булғанын төшөнөп етмәй, әле һаман да “ул быуала үҙе үрсей” тип уйлай. Күп осраҡта төндә урлашырға киләләр, – ти Александр Дмитриевич.

Костьянов быуаһы 20,5 гектар майҙан­ды биләй. Төндә яҡтыртылһа ла, бөтә ер­ҙе лә күҙәтеп тороу еңелдән түгел. Хужа бер остан икенсеһенә килеп еткәнсе, еңел табыш яратыусылар ҡасып өлгөрә. Араларында үҙҙәрен йәмһеҙ тотоп, быуа хужаһына янағандар, һөжүм иткән әҙәмдәр ҙә осрай.

Хужалыҡ эше менән яҡындан таныш булғандар иһә был шөғөлдөң ни тиклем ауыр һәм ҙур сығымдар талап иткәнен аңлай. Мәҫәлән, Александр Дмитриевичҡа өс тапҡыр Волгоград өлкәһендәге Медведев балыҡ үрсетеү тәжрибә заводына барып ҡайтырға тура килгән.
– Мин эш башлағанда быуа ташландыҡ хәлдә ине. Уны ремонтлап, яңынан тергеҙергә тура килде. Ике йыл эшләгәндән һуң ғына тәүге уңышты алдым, – ти ул.

Хоҡуҡтарыңды белһәң...

Александр Костьяновтың кәсебе табыш килтерә башлағас, быуаға ымһыныусылар килеп сыға, табыш менән уртаҡла­шыуын да теләгән бәндәләр табыла. Ҡайһы берәүҙәрҙең “тырышлығы” арҡаһында уға быуаға булған хоҡуғын яҡлап суд туп­һала­рын күп тапарға тура килә. Әммә ныҡыш хужа, ғәҙеллек тантана итеренә ышанып, килеп тыуған кәртәләргә бирешмәй.

– Беҙҙең илдә ҡануниәт насар түгел, тик уның буйынса йәшәй белмәйбеҙ. Миңә быуаны законлы рәүештә ҡуртымға алыуымды дәлилләп, өс йыл буйына төрлө кимәлдәге арбитраж судтарҙың тупһаһын тапарға тура килде. Быйыл һуңғы инстанция суды минең файҙаға булды. Тик ваҡыт үтә, ошо тартҡылашыуҙар арҡаһында һаулығым да ҡаҡшаны, эшмәкәрлегем дә тотҡарланды, күп аҡса сарыф иттем. Тормош – ул көрәш, әгәр ҙә бирешһәң, һине башҡалар тапап үтәсәк, – ти быуа хужаһы.

Етмеш йәшлек ҡарттың ныҡышма­лылығы, үҙ һүҙендә ныҡ тороуы ауыр­лыҡтарҙы еңеүгә килтерә. Хәҙер ошо кәртәләргә осраған башҡа быуа хужалары ла кәңәш һорап уға мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле төбәк һыу ятҡылыҡтарының 109 участка­һында балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү рөхсәт ителгән һәм уларҙың 68-е сәнәғәт балыҡсылығы алып барыуға бирелгән. Бөгөн 11 ойошма һәм 11 шәхси эшҡыуар балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Александр Костьянов белдереүенсә, Күгәрсен районында элек балыҡ үрсетеү менән 13 һыу ятҡылығында шөғөллән­һәләр, хәҙер бары ике хужалыҡ ҡына тороп ҡалған. Был иһә халыҡ һатып алған балыҡтың бары өс проценты ғына урында етештерелеүе хаҡында һөйләй, ти ул.

Ең һыҙғанып – эшкә

Әле Александр Костьянов яңынан дәртләнеп хужалыҡ эшенә тотонған. Яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртырға, видеокамералар, фотоҡапҡандар ҡуйырға йыйына. Заман технологиялары буйынса эшләһәм, бөтә мәғлүмәттәр ҙә компьютерға киләсәк, ти ул.

– Йыл һайын балыҡты туҡландырыуға 50 тонна самаһы аҙыҡ китә. Уны йәй бирәбеҙ. Ҡышын улар йыйған майҙары иҫәбенә тереклек итә.
Технология буйынса грануллы ҡатнаш аҙыҡ яҡшы тиҙәр, ә мин бойҙайҙы бешереп бирәм. Ул, бешкәс, бүртә һәм тарҡалмай, – ти тәжрибәле балыҡ үрсетеүсе.

Любовь менән Александр Костьяновтар оҙаҡ йылдар матур итеп донъя көтә, аҡыллы, итәғәтле балалар тәрбиәләп үҫтергән. Хоҙай уларҙың яҙмышын алдан яҙғандыр, күрәһең, йорттарын да, белгәндәй, быуа буйына төҙөгән булғандар.

Ни тиһәң дә, Александр Дмитриевичтың тырышлығы бушҡа үтмәгән. Уның быуаһын халыҡта “Костьянов быуаһы” тип йөрөтөүҙәре лә ошо хаҡта һөйләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491