Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес
Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнесКейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш осратырға була. Фелтинг менән шөғөлләнеүселәр донъяла күп икән хәҙер – һарыҡ йөнөнән биҙәкле туҡыма, йомшаҡ уйынсыҡ, панно, төрлө декоратив элементтар, кейем-һалым һәм аксессуар яһай улар.


Учалы районының Бөйҙө ҡаса­ба­һында йәшәгән Фәнжиә Хаджиева ла тирә-яҡта кейеҙ баҫыу оҫтаһы булараҡ танылған. Ул һарыҡ йөнөнән тапочка, жилет, бейәләй, нәски, төрлө аксес­суарҙар эшләй.
Фәнжиә Шәфҡәт ҡыҙы Бөйҙө ауылында тыуып үҫә. Бала саҡтан рәсем төшөрөргә ярата, ҡул эштәренә лә оҫта була. Мәктәптә һигеҙ класты тамамлағас, Златоуст педагогия училищеһының нәфис графика бүлегенә уҡырға инә. Унда һүрәт төшөрөү, биҙәү-һыҙыу эштә­ренә оҫталығы тағы ла камиллаша. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, ҡыҙ тыуған ауылына ҡайтып, “Горняк” совхозына биҙәүсе-рәссам булып эшкә урынлаша.
– Төп бурысым совхоз хеҙмәт­сән­дә­ренең эшен яҡтыртыу ине. Ул саҡтарҙа ярыш сәме көслө булды, хужалыҡ бүлексәләренең күрһәткестәрен “Ҡыҙыл мөйөш”­тәге стендта даими төшөрөп бара инем. Байрамдарға, иҫтәлекле даталарға арнап, төрлө плакаттар, лозунгылар эшләү минең яуаплы­лыҡта булды, – тип иҫләй тәүге хеҙмәт йылдарын әңгәмәсем.
Заманалар үҙгәреп, “лозунг-плакаттар” осоро үткәс, балалар баҡсаһына урынлашып, 17 йыл тәрбиәсе булып эшләй Фәнжиә Шәф­ҡәт ҡыҙы. Бында ла ҡулда­рына ҡәләм дә тота белмәгән кескәйҙәргә ябай ғына һүрәттәр төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар әүәләргә ихлас өйрәтә ул. Балалар баҡсаһын зауыҡлы итеп биҙәүгә лә үҙ өлөшөн индерә.
Ахун балалар сәнғәт мәктәбе­нең Бөйҙө филиалында рәсем һәм һынлы сәнғәт дәрестәре асылғас, Фәнжиә Шәфҡәт ҡыҙын унда эшкә саҡыралар. Оҙаҡ уйлап тормай, ризалаша – күңеленә ятҡан һөнәренә балаларҙы ла өйрәтеү теләге көслө була уның. Бына инде тиҫтә йыл Фәнжиә Хаджиева йәш быуынды рәсем һәм һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрә.
– Рәсем төшөрөүҙән тыш, бала­лар балсыҡ, ҡом менән эшләргә яра­та. Уларҙы тағы ла ҡыҙыҡһын­дырыу, эш алымдарын төрлән­де­реү маҡсатында интернет сел­тә­ренә инеп, кейеҙ баҫыу нескә­лек­тәрен өйрәндем. Иң беренсе та­почка баҫып ҡараным. Оҙаҡ аҙап­ландым, бигүк яҡшы килеп сыҡ­маһа ла, тәүге эшемдән бик ҡәнә­ғәт инем. Дәртләнеп икен­се­һенә тотондом, уныһы инде үҙе­мә биге­рәк тә ныҡ оҡшаны, – тип хә­терләй тәүге аҙымдарын әңгәмәсем.
Бөгөн оҫта бейәләйҙәр, жилеттар, башлыҡтар, сумкалар, браслеттар, телефон өсөн тышлыҡтар һәм башҡа кәрәкле аксессуарҙар ҙа баҫа. Ябай ғына итеп эшләмәй, әйберҙәрҙе төрлө һүрәттәр, орнаменттар менән зауыҡлы итеп биҙәй ул.
– Кейеҙҙе еүеш һәм ҡоро юл менән баҫалар. Беренсеһе бары­һына ла аңлашыла инде, икенсе ысул – баҫҡан әйбергә энә ярҙа­мында төрлө төҫтәге йөндәр менән һүрәттәр төшөрөү. Йомшаҡ уйын­сыҡ­тар эшләгәндә лә башлыса ҡоро ысул ҡулланыла, – тип оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡ­лаша Фәнжиә Шәфҡәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, тыуған ауылында оҫталыҡ кластары үткәреп, ауылдаштарын да кейеҙ баҫырға өйрәтә оҫта. Ә дәрестәргә йөрөгән балалар хәҙер үҙҙәре сумка, планшет, телефон өсөн тышлыҡтар, төрлө уйынсыҡтар һәм башҡа әйберҙәр яһап кинәнә.
– Өйрәнсектәрем ҡул эштәрен һатыуға ла сығара башланы, берәүһе район һабантуйына биш браслет алып барғайны, бөтәһен дә һатып, үҙенә ярайһы ғына аҡса эшләп алған, – тип шатлығын йәшермәй әңгәмәсем.
Йөндән ниндәй браслет була икән, тип ҡыҙыҡһынам. Мәрйен­дәр, төҫтәр менән биҙәкләнгән биҙәүес тәү ҡарауға матур ғына күренгән кеүек.
– Хәҙерге заманда күптәр көнө-төнө компьютерҙа ултыра. Төрткө менән эшләгәндә уң ҡулға бигерәк тә ныҡ көс төшә. Ошо йылы, йомшаҡ браслеттар ҡулды арытмай, ваҡ ҡына йөндәр сәнсеп массаж да эшләй, – ти, ҡыҙыҡһы­ныуымды күреп, Фәнжиә Шәфҡәт ҡыҙы. – Һарыҡ йөнөнән эшләнгән әйберҙәрҙең файҙалы икәнлеген халыҡ хәҙер яҡшы аңлай. Бындай аяҡ кейемен йыл буйы сисмәй кейеп йөрөргә була, сөнки ҡыш улар йылы, ә йәй бөтөнләй тирләтмәй. Бигерәк тә оло быуын кешеләре, аяҡ һыҙлауын баҫа, тип тапочка­ларҙы ихлас һатып ала, – ти ул.
Эйе, кейеҙ баҫыу оҫтаһын район­да күптәр белә бөгөн. Даими заказсылары ла бар уның. Яҡындарына бүләк итеп тә, үҙҙәре өсөн ниндәй үлсәмдә, ниндәй төҫлө икәнлеген алдан иҫкәртеп тә заказ биреүселәр байтаҡ.
Һәр кемдең теләген ҡәнәғәт­ләндерергә тырыша егәрле ханым. Был эш байтаҡ ваҡыт та талап итә, мәҫәлән, бер пар тапочка баҫыр өсөн ике-өс көн үтә. Районда һарыҡ тотоусылар күп, әммә материалдың сифатлыһын табыуы ла еңелдән түгел.
Әйткәндәй, күптән түгел “тимер ат”ты ла йүгәнләгән Фәнжиә Шәф­ҡәт ҡыҙы. Кейеҙ өсөн йөн кәрәк бул­һа йәки заказды килтереүҙе һораһалар, “һә” тигәнсе автомо­биленә ултырып, кәрәкле урынға ла барып килә. Тормош иптәше, улы Тимур ҙа яҡындарының ҡома­рын үҙ итеп, һәр яҡлап ярҙам итә.
– Кейеҙ – бик үҙенсәлекле материал, унан йылылыҡ, йәнлелек бөркөлгән кеүек. Балалар ҙа, баш­ҡа алымдарға ҡарағанда, кейеҙ менән эш итеүҙе нығыраҡ үҙһенә. Улар менән район кимә­лен­дә уҙға­рылған ҡул эштәре күр­гәҙмәлә­рендә, конкурстарҙа ҡат­нашырға тырышабыҙ. Былтыр Илназ Турушев исемле уҡыусым “Алтын даға” республика конкурсында район данын яҡлап, берен­се урынға лайыҡ булды, – тип уңыш­тары менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Бына шулай үҙенең белгәндә­рен башҡалар менән дә уртаҡ­лашырға, өйрәтергә тырышҡан оҫта йәшәй Учалыла. Яратҡан шөғөлө бар кеше бәхетле була, ә бәхет өләшкәндән арта ғына.

Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487