Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ергә эйелергә йыбанмаһаң...
Ергә эйелергә йыбанмаһаң...Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы майҙан үтә бәләкәй күренәлер, бәлки. Йә унан күпме генә файҙа алырға мөмкин, тип уйлауҙары ла ихтимал. Сер түгел: баҡса үҫтереүҙең килеме юҡ, ҡоро бөксәнләп йөрөүең инде, тип ошо сама ерҙе ташлап ҡуйып, ҡара-ғура хужа булған баҡсалар ҙа бихисап.


Ә бына Терәпә ауылында йәшәгән Наталья һәм Владимир Колпаковтар өсөн илле дүрт сутый майҙандағы баҡса – тормош сығанағы. Уларҙы аҡсалы иткән дә, туйындырған да, балаларын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән дә ошо бәрәкәтле ер. Бына беҙ уларҙың ихатаһында гөл кеүек донъяларына хайран ҡалып торабыҙ. Ҡыҙыл кирбестән һалынған ҙур йорт, баҡса буйлап һуҙылып киткән иркен һарай, гараж... Билдәле: был тиклем донъяны күтәреү өсөн аҙ сығым талап ителмәй. Нимә генә тимә, ғаиләнең бүтән хеҙмәт урыны юҡ. Педагогия училищеһын тамамлап, Өфөлә биш йыл тәрбиәсе булып эшләгән хужабикәгә лә ауылда үҙ һөнәре буйынса эш табылмаған.
– Бөтәһенә лә ошо баҡсала үҫкән йәшелсә-емеш ярҙам итте, – тип йылмая ихлас һүҙгә әүәҫ Владимир. – Төҙөлөш эшенә бер тапҡыр ҙа кредит алғаныбыҙ булманы.
Хужа беҙҙе баҡсаға алып сыҡты. Полиэтилен япма менән көпләп эшләнгән бер нисә теплица ултыра. Уларҙың берәүһендә ишелеп помидор уңған, икенсеһендә – ҡыяр.
– Ошо йылытылмаған ябай ғына япманан тәүге ҡыяр, помидорҙы июнь башынан октябргә тиклем йыябыҙ, – тине Владимир. Беҙҙең ғәжәпләнеүебеҙгә, хужа серҙәре менән уртаҡлашты.
– Йәшелсәләр ҙә әҙәм кеүек йәнле. Улар менән ихлас мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Ел үтәнән-үтә һуғып торорға тейеш түгел, артыҡ ҡайнар ҡояш ҡыҙыуын да яратмайҙар. Тиреҫте йәлләмәҫкә кәрәк. Бөтә нәмәлә сама белеү мөһим, ҡайһы берәүҙәр үҙ белдегенә йәшелсәгә артыҡ һыу һибә. Мәҫәлән, помидор емешләнгәс, һыуҙы кәметәбеҙ.
– Быларҙың бөтәһен ҡайҙан беләһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынам, сөнки Владимир ҙа, Наталья ла һөнәре буйынса ауыл хужалығы белгесе түгел.
– Хәҙер махсус китаптар күп, интернетта ла мәғлүмәттәр етерлек.
Баҡсала түтәл-түтәл булып ниндәй генә үҫемлектәр йәйелеп китмәгән: базилик, редиска, петрушка, шпинат, йәшел сельдерей, болгар боросо, кәбеҫтә... Бөтәһе 25 төр йәшелсә, тәмләткес үләндәр.
Һәр хеҙмәт дәрт биреп, көс һалғанда ғына үҙ һөҙөмтәһен бирә. Шаҡтай йылдар баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Колпаковтар был хәҡиҡәтте яҡшы аңлаған. Улар өсөн миҙгел уңыш йыйыу менән тамамланмай. Йәнә киләһе сәсеүгә әҙерлек башлана. Үҫентеләрҙең орлоғо, сортын барлайҙар. Ғинуар урталарында иһә өлгөр ғаилә йәнә ең һыҙғанып эшкә тотона. Йылытылған теплицала петуния, астра кеүек төрлө гөл орлоҡтары ҡара ергә һалына. Үҫентеләрҙе хужа Өфөгә алып барып, күмәртәләп һатыу үҙәктәренә тапшыра.
– Ә бына йәшелсә үтәме һуң? – тип төпсөнәм.
– Хәҙер халыҡ экологик яҡтан таҙа, үҙебеҙҙә үҫтерелгән аҙыҡтарҙы алырға тырыша. Ресторандар, ашханалар ҙа тап шундай йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирә. Шуға был йәһәттән проблема юҡ. Хатта үҙемдең һатып торорға ла ваҡытым юҡ, йыш ҡына күмәртәләп алған эшҡыуарҙарға тапшырам.
Бөтмөр ғаиләлә Алексей, Настя, Владик исемле балалар тәрбиәләнә. Улар ҙа ата-әсәһенә ярҙамлашып, баҡсасылыҡ нескәлектәренә өйрәнеп үҫә. Бынан тыш, ғаилә ишле итеп сусҡа, ҡош-ҡорт аҫрай.
Колпаковтарҙың был шөғөлгә нисек тотоноуҙары менән ҡыҙыҡһынам.
– Бынан ун биш йыл йыл элек сараһыҙҙан башланыҡ, – тип һүҙен дауам итә ғаилә башлығы. – Үҙегеҙ беләһегеҙ, элек нәҫелдән берәйһе туй үткәрһә, мәжлестә ҡатнашҡан һәр кем ҡоҙаларҙы саҡырып, ҡунаҡ күрһәтә ине. Беҙгә лә шундай бурыс килеп тыуғас, ҡапыл-ғара баҙап ҡалдыҡ. Ҡулда аҡса юҡ, малды тотонһаң, артабан нисек йәшәмәк кәрәк. Шул саҡ баҡсабыҙҙа үҫкән йәшел һуғанды һатып ҡарарға булдыҡ. Бер түтәлде баҙарға алып сыҡтыҡ, унан икенсеһен. Үтә бит, әй. Халыҡ таҙа ерҙә үҫкән йәшелсәне ихлас ала. Беҙҙә дәрт уянды. Тимәк, ошолай ҙа аҡса эшләргә мөмкин. Һуған һатып, шул йәйҙә байтаҡ табыш алдыҡ. Ул хатта туйҙан да артып ҡалды.
Тәүге сирҡаныс йәштәргә дәрт һәм сәм бирә. Киләһе йылына улар ҡыш уртаһынан эш башлай. Шул мәл ҡарашыбыҙҙың һарай эргәһендә торған мотоблокка төшөүен күреп, Владимир:
– Район етәкселегенә ҙур рәхмәт, – тине. – Ошо техникаға киткән сығымдың һикһән процентын район ҡапланы.
...Бына көтөү ҡайтты. Бөтә ғаилә ағзалары тағы өҫтәл артына йыйылып, әсәләре әҙерләгән тәмле аш менән һыйланды. Унан барыһы гөрләшеп йәнә баҡсаға сыҡты.
– Киске һалҡында эш ырап ҡала, – тип хәстәрлекле атай балаларын дәртләндерҙе.
– Йыбанмаҫҡа кәрәк, ергә эйелһәң, аҡса үҙе килә, – тип уны йөпләне әсәйҙәре.

Ауырғазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518