Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күсем ҡымыҙы ни өсөн тәмле?
Баһадирҙар эсемлегенә һатып алыусылар араһында ихтыяж ҙур

Күсем ҡымыҙы ни өсөн тәмле?— Күсемгә барһағыҙ, Зилә менән Флүр Йосоповтарҙың ҡымыҙынан ауыҙ итмәйенсә ҡайтмағыҙ, бигерәк шифалы уларҙың эсемлеге, — тип әйтеп ҡалды Шишмә район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы бүлеге белгестәре.


Беҙ, шул тарафҡа юл төшкәс, маҡталған ҡымыҙҙан ауыҙ итергә булдыҡ.
— Тәбиғәтебеҙ ҡымыҙ етештереү өсөн яралғандыр инде. Яландар ҙа, ҡылғанлы тау һырттары ла, урман-тауҙар ҙа бар, шуға күрә беҙҙә яһалған баһадирҙар эсемлеге күптәргә оҡшай, — ти Флүр Вәсиғ улы.
Ҡымыҙ йәйләүе ауылдан бик йыраҡ урынлашмаған. Хозур тәбиғәт ҡосағында йылҡыларға рәхәт, ямғырҙан һуң иркен ялан-ҡырҙар шифалы үләнгә байыған. Эргәлә генә йылға аға, көноҙоно болонда утлаған малға был бик уңайлы.
Хужалыҡта бөгөн башҡорт тоҡомло 80 баш йылҡы аҫрала, 40 бейә көнөнә 250 килограмм һөт бирә.
1999 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторғанға тиклем, Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған Зилә Миңлеғәле ҡыҙы Йосопова тәүҙә сауҙа өлкәһендә эшләгән, аҙаҡ инде үҙ эшен асырға йөрьәт иткән. Элек-электән уның ата-әсәһе лә, ҡәйнә-ҡайныһы ла ат тотоп, бейә һауып, ҡымыҙ етештергән. Шуға ла ирле-ҡатынлы Йосоповтар бер ниндәй икеләнеүһеҙ йылҡысы­лыҡҡа тотона һәм үкенмәй. Элекке Асаев исемен­дәге колхоздың буш торған ат фермаларын һатып алып, ярайһы ғына ремонт үткәреп, тирә-яғын кәртәләп, эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр. Әлбиттә, кәрәкле йыһаз, ҡорамал һатып алыуға өлгәшәләр. “Тәүҙә ауырға төшһә лә, аҙаҡ яйлап ҡымыҙ етештереү серҙәренә төшөндөк. Атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт, кәңәштәренән айырманылар”, — тип ҡыуана Йосоповтар.
Бөгөн хужалыҡта алты кеше эш менән мәшғүл. Бейәләрҙе дүрт тапҡыр һауалар. Баһадирҙар эсемлегенә һатып алыусылар араһында ихтыяж ҙур, уның даны күптән инде тирә-яҡҡа таралған. Күмәртәләп алыусылар ҙа бар, туй мәжлестәренә, юбилейҙарға, башҡа сараларға алдан заказ буйынса әҙерләйҙәр. Ҡымыҙҙан тыш фермерҙар ҡаҙылыҡ та етештерә, был ризыҡты ла йыш һорайҙар икән, уны киләсәктә күпләп етештерергә иҫәп тоталар.
Йылҡы малы 160 гектар майҙанды биләгән көтөүлектә тотола. Мал аҙығын үҙҙәре хәстәрләй, баҫыу эштәрен атҡарыу өсөн техникалары бар. Киләсәктә Йосоповтар табышлы һәм ҡулайлы шөғөлдө тағы ла үҫтереүҙе ниәтләй, йылҡы һанын арттырыуҙы күҙаллай.
— Шөкөр, ауылда ла бөгөн матур итеп йәшәргә мөмкинлектәр етерлек, ә тырыштарға юлдар һәр саҡ асыҡ. Етмәһә, республика, район етәкселеге фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, — ти Зилә менән Флүр Йосоповтар.

Шишмә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500