Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмәнең һөт шишмәһе
Төбәктәрҙә мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа

Шишмәнең һөт шишмәһе“Агро-Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәренең кәйефе күтәренке. Улар яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында теүәлләп, малдарҙы йәйләүгә күсереп, бөгөн бар көстө ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлткәндәр. Төбәктә алдынғыларҙан иҫәпләнгән хужалыҡ малсылыҡ өлкәһендә лә, үҫемлекселектә лә һынатмай, күп кенә күрһәткестәр буйынса башҡаларға үрнәк булып тора.

“Агро-Альянс” алты мең гектар май­ҙанда игенселек менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙы етәкселек маҡсатлы ҡулланып эш итә, сүп-сарға күмелеп ятҡандары юҡ. Ауыл халҡы ялан-туғайҙарҙа, баҫыуҙарҙа тырышлыҡ күрһә­тә. Хужалыҡтың өс силос соҡоро бар. Әле сенаж һалыу дауам итә, бер соҡоро һутлы үлән менән тулыланған да инде. Былтырҙан бөтөнләй тотонолмай ҡалған силос соҡоро ла ҡышҡыһын файҙа­ланы­ласаҡ, төргәктәрҙә бесән дә артып ҡалған.
Хеҙмәтсәндәр бесән хәстәрләүгә лә төшкән, көн буйы кипкән үләнде яланда оҙаҡ тотмайҙар, ҡеүәтле техника ярҙамында уны төргәктәрҙә йәмғиәт ихатаһына ташыйҙар. Ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй икән. Силосҡа тип ултыртылған кукуруз баҫыуҙары ла, шәкәр сөгөлдөрө лә, белгестәр билдәләүенсә, матур булып үҫкән. Күп йыллыҡ үләндәргә лә иғтибар ҙур бында.
— Техника паркының бай һәм заманса булыуы баҫыу эштәрен бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Ситтән техника йәлеп итмәй, үҙ көсөбөҙгә генә ышанырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, — ти баш агроном Рәмил Ибраһимов.
Ул хужалыҡта был йөктө бына утыҙ йыл тарта инде, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен дә намыҫлы йөрөтә. Етәкселек йыл һайын тиерлек паркты 100 миллион һумлыҡ яңы һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы ҡорамалдары, техника менән яңыртып тора икән.
Йәмғиәткә Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған Руслан Хәмитов етәкселек итә. Әйткәндәй, уның атаһы Марат Хәмитов та ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән. Уны күптәр һаман булһа оҫта ойоштороу­сы, тәжрибәле рәйес итеп хәтерләй.
— Ауыл кешеһенең уңғанлығына һоҡ­ланам, үҙ ихатаһында ла тырыша, хужа­лыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, — ти Руслан Марат улы. — Шөкөр, эшсе ҡулдарға, белемле белгестәргә ҡытлыҡ юҡ, шулай ҙа эш һорап мөрәжәғәт итеүсе­ләрҙең үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.
Бөгөн кооперативта өс ауылдан 56 кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Эш хаҡы уртаса 16-17 мең һум тәшкил итә, төрлө со­циаль яҡлауҙар бар, премиялар ҡа­ралған. Шуныһы мөһим, йыл аҙағында эш һөҙөмтәләренә ҡарап, хужалыҡтың алдынғы бер хеҙмәткәренә еңел автомобиль дә тапшырыла. Был, әлбиттә, халыҡ араһында эшкә дәрт уята, илке-һалҡы­лыҡты кәметә. Былтыр, мәҫәлән, Айрат Вәлиәхмәтовҡа ошондай бәхет йылмайған.
Ҡара-сыбар тоҡомло бер мең баш һыйыр малы механизацияланған иркен, яҡты һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өс һөтсөлөк фер­маһында тотола. Йәйге лагерҙарҙа ла ҡеүәтле һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Малсылар бөгөн 330 башты һауып, биш-алты тонна аҡ ала.
Һөттө лә үҙҙәрендә эшкәртәләр, бынан бер нисә йыл элек һөт заводын сафҡа индергәндәр. Унда көн һайын биш тоннанан ашыу продукция етештерәләр. Производствола унлап кеше мәшғүл. Бынан тыш, бында ҡымыҙ ҙа яһайҙар, ә кәрәкле сеймал менән “Агро-Альянс”ҡа ҡараған йылҡысылыҡ фермаһы тәьмин итә.
Завод продукцияһы социаль учреж­дениеларға — мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға, шулай уҡ Өфөнөң сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла. Шуның менән бергә предприятие үҙенең продукцияһына хаҡтарҙы халыҡ һатып ала алырлыҡ кимәлдә һаҡлап ҡалырға тырыша. Тәбиғи һөттән яһалған продукция юғары сифаты менән айырылып тора. Оҙаҡ һаҡлар өсөн бер ниндәй консервант йәки башҡа матдә ҡушылмай.
Етәкселек киләсәктә мал һанын ишәйтеп, продукция етештереүҙе тағы ла арттырыу уйы менән янып йәшәй, ә хужалыҡ алдағы көндәрҙә лә райондың ғорурлығы булырға иҫәп тота.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500