Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мул булһынмы, әллә туҡлыҡлымы?
Мул булһынмы, әллә туҡлыҡлымы?Әле ауыл хужалығы тармағында эшселәрҙең һәр минуты тиерлек алдағы миҙгелдәрҙе хәстәрләүгә йүнәлтелгән. Тиҙлек тә, мал аҙығының сифаты ла мөһим – быға нисек өлгәшелә?

...Күпмелер йыл элек республика райондарының береһендә үткәрелгән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә өлкән йәштәге ағай: “Дөрөҫ эшләмәйһегеҙ, – тип белдерҙе йәштәргә. – Люцернаны, мәҫәлән, ниңә әле үк сабырға? Нығыраҡ күтәрелгәнен көтөргә була бит. Масса хаҡында уйларға кәрәк!”
Хужалыҡ агрономы иһә һәр үҫемлектең айырым үҙенсәлеккә эйә булыуы, ошоға бәйле люцернаны бейеклеге 60 санти­метр­ҙан үтеп, сәскәһе бөрөләнә баш­лағанда сабыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Тап ошо мәл – унда аҡһымдың иң күп сағы. Масса хаҡында уйлап, сабыу эшен һуңға ҡалдыраһың икән – сифат кәмейәсәк. Витаминлы аҙыҡ туплайым тиһәң, шулай һәр үҫемлектең үҙенсәлеген, өлгөрөү мәлен күҙ уңында тотоу мөһим. Тармаҡта бар эш алдан аныҡ планлаштырылып, ваҡытында башҡарылғанда ғына, юғары сифатҡа өмөт итергә мөмкин.
Элек ниңәлер “һыйыр көйшәп торһа булды” тигән фекер өҫтөнлөк итте. Малдың ҡышты имен сығыуы, алдынан йәнен аҫрарлыҡ аҙыҡ өҙөлмәүе яҡшы һөҙөмтәгә тиңләнде. Хәҙер иһә ауыл хужалығында быға бөтөнләй башҡа ҡараш – малды әҙләп, әммә туҡлыҡлы ашатыуға ынтылыш көсәйҙе. Заман иҡтисады тармаҡҡа тәү сиратта шундай талап ҡуя: аҙыҡты дөрөҫ әҙерләү мөһим. Был маҡсатты килем сығанағы, малдың сәләмәтлеге нигеҙе тип ҡарарға кәрәк, ти белгестәр. “Ҡышты нисек тә сыҡһа” тигән ниәт алға ҡуйылып, сифаттың икенсе планға күсеүе дөйөм һөҙөмтәгә кире йоғонто яһай.
Мәғлүм булыуынса, һөтсөлөктә уңыштың 60 проценты һыйырҙы дөрөҫ туҡландырыуға бәйле. Был йәһәттән үләнде йәй ваҡытында сабыу ғына түгел, сенаж һәм силосҡа тейешле консервант­тарҙы белеп өҫтәүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Юҡһа сығым арта. Әйтәйек, хужалыҡ эшсәндәре ҡуҙаҡлы культураларҙы ваҡытында йыйып өлгөрә алманы, ти. Тимәк, сифат кәмене. Һөҙөмтәлә ҡыш мал организмының аҡһымға ихтыяжын башҡа ҡушымталар (көнбағыш, рапс төпрәһе, соя һ.б.) ярҙамында ҡапларға тура киләсәк – сығым артасаҡ.
Билдәле, үҫемлектәрҙе сәскәндә лә иҡтисади яҡты күҙ уңында тотоу мөһим. Мәҫәлән, белгестәр шуны иҫбатлаған: люцернаны кукуруз менән сиратлаштырып сәсеү уңышты юғалтыу хәүефен, азотлы ашламаларға сығымды кәметә, тупраҡтың сифатын яҡшырта, унда эрозия барлыҡҡа килеү ихтималлығын юҡҡа сығара икән. Тимәк, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарының иҡтисади яғы ғына хәстәрләнеп ҡалмай, экологияға ла ыңғай йоғонто яһала.
Ерҙең сифаты тигәндән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй һауа шарттарына бирешмәҫ ҡара тупрағыбыҙ кәмегәндән-кәмей. Белгестәр әйтеүенсә, бының сәбәбе – ерҙе зарарлау, дөрөҫ тәрбиәләмәү, насар экология эҙемтәһе. Ә ҡара тупраҡты яһалма булдырыу мөмкин түгел. Тәбиғәттә меңәр йылдар дауамында, йылы һәм дымлы климат шарттарында барлыҡҡа килә ул. Үҙенсәлектәрен бер ниндәй минераль һәм органик ашлама ла алмаштыра алмай. Ерҙең уңдырышлылығын нисек һаҡларға һуң? Ҡайһы бер фермерҙар әйтеүенсә, мәҫәлән, һөрмәй эшкәртеү тупраҡта эрозия бар­лыҡҡа килеү хәүефен кәметә, органик углевод кимәлен арттыра, дымды һаҡлау һәләтен яҡшырта. Бәғзеләрҙең ошо ысулды файҙаланып, ҡоролоҡ осоронда ла ҙур уңыш йыйып алғаны мәғлүм. Ер бер йыл һөрөлә, икенсеһендә тупраҡтың өҫкө ҡатламы ғына эшкәртелә. Һөҙөмтәлә дым күберәк була.
Ерҙе дөрөҫ тәрбиәләү, тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлау, орлоҡто белеп һайлау, һәр үҫемлектең үҙенсәлектәрен өйрәнеү, ваҡытында сабыу... Ошо һәм башҡа эштәрҙе маҡсатҡа ярашлы комплекслы алып барыу – ауыл хужалығында төп шарт. Ҡыҫҡаһы, тармаҡта күләмгә түгел, сифатҡа нығыраҡ иғтибар биреү – дөйөм иҡтисадтың төп нигеҙе. Ә һауа шарттарына килгәндә, заман белгестәре йылдан-йыл шуға нығыраҡ инандыра: өлкәлә ғилми-тикшеренеү эшен киң йәйелдергәндә, элекке ысулдарға йәбешеп ятмайынса, хеҙмәткә яңы ҡараш булдырғанда, алдынғы технологияларҙы әүҙем индергәндә, мал аҙығы әҙерләү бер ниндәй ҡаршылыҡҡа дусар ителмәйәсәк. Эшсе көсө һәм теләк кенә булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494