Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Малын үрсетеп, яңы орлоғон уйлап...
Малын үрсетеп, яңы орлоғон уйлап...Бөгөн фермерҙар һәр төбәктә уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Улар йәшелсәһен дә, емеш-еләген дә үҫтерә, хужалығында күпләп һыйыр малы аҫрай, йылҡы тотоп, бейә һауып, ҡымыҙын һатыуға сығара. Үҫемлекселектә матур ғына эш алып барғандар ҙа етерлек, балыҡ үрсетеп, ҡош-ҡорт тәрбиәләүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, фермерлыҡ менән һәр кем шөғөлләнә алмай, әммә тырыштар, таһыллылар, уңғандар ғына был өлкәлә ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшә ала. Минеңсә, теләк, эшкә дәрт тә булһа, юлда осраған бер ниндәй кәртәләр ҙә ҡамасау булмай.

Суйынсы ауылынан Ғаяз Баязит улы Ғабдрахманов бына 15 йыл инде малсы­лыҡта ла, үҫемлекселектә лә ярайһы ғына уңыш­тарға өлгәшкән крәҫтиән (фермер) хужалығына етәкселек итә. Ул бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙар исемле­гендә.
Буласаҡ фермер, 1993 йылда Баш­ҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлап, туған колхозына — М. Ғафури исемендәге хужа­лыҡҡа агроном-орлоҡсо булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан эшкә бөтмөр, талапсан белгесте район етәкселеге Суйынсы ауыл хакимиәте башлығы итеп үрләтә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен Ғаяз Баязит улы үҙен һәр яҡтан оҫта етәксе итеп таныта.
— Колхоз-совхоздар тарҡалыуға барғас, күп уйлап тормайынса, яҙмышымды ҡабат­тан ауыл хужалығы менән бәйләргә, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иттем. Үкенмәйем, мин бит ауыл малайы, бала саҡтан мал араһында үҫкәс, был өлкә миңә сит түгел, — тип хәтерләй ул саҡтарҙы фермер.
Был хәл 2003 йылда була. М. Ғафури исемендәге колхоз базаһында Ғаяз Ғабдрах­манов, ауылдаштарының пай ерҙәренә үҙенекен дә ҡушып, ике мең гектарҙа баҫыу эштәрен алып бара. Элекке колхоздан ҡалған бер нисә берәмек техника менән үҙ хужалығын булдыра. Бина­ларҙы, келәттәрҙе рәткә килтерә, һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәреп, тирә-яғын кәртәләй, туғандарын эшкә саҡыра.
— Шөкөр, нулдән башлаған хужалығым уңышлы эшләй. Әлбиттә, бында тырыш­лыҡтан башҡа, район етәкселегенең дә яҡлауы ҙур ярҙам булды, — ти Ғаяз.
Әле 30-ға яҡын кеше эшләгән йәмғиәт биш меңгә гектарға яҡын майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Ауыл эшсәндәре, иген культураларынан тыш, 550 гектарҙа көнбағыш, 330 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә, быйыл 200 гектарҙа тәүгә рапс сәскәндәр. Көнбағыш уңышын — Шишмәгә, шәкәр сөгөлдөрөн Раевка заводына оҙаталар.
Бөгөн ҡураларҙа 300 баш һыйыр малы, 85 баш йылҡы аҫрайҙар. Малдар фәҡәт ит өсөн генә тотола. Көтөүҙе йыл һайын яңыртып торалар, ә ишле малды тәрбиәләү өсөн заманса фермалар булдырылған. Әле ҡышҡылыҡҡа биналар ремонтлана.
Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ етәкселеге өр-яңы ЗАВ иген таҙартыу комплексы төҙөп ултыртҡан, көҙгө уңыш иген киптергестәрҙә һаҡлана. Ырҙын табағына, ауыл эсендә уларҙың тырышлығы менән асфальт юлдар һалынған. Ауыл клубын һәм һыу башняһын ремонтлауҙа, мәсет төҙөүҙә лә йәмғиәт ситтә ҡалмаған.
Шуныһы ҡыуаныслы: фермер хужалы­ғының эшмәкәрлеген район хакимиәте лә һәр яҡлап баһалап, ярҙамынан өҙмәй, төрлө программаларҙа ҡатнашырға саҡыра. Күптән түгел фермер хужалығы, “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, ун миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был аҡса фәҡәт һөтсөлөк фермаларын ремонтлауға, яңыларын төҙөүгә тотоноласаҡ. Әлбиттә, мал һанын арттырыуға ла бүленәсәк.
Йәмғиәт орлоҡсолоҡ хужалығы булараҡ та эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, улар был статусҡа 2017 йылда эйә була. Ауыл эшсәндәре, иген культураларының һәм көнбағыштың элиталы орлоҡтарын етештереп, уны һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ аҡса индерә. Сифатлы һәм яңы орлоҡтарға республика хужалыҡтары араһында ихтыяж ҙур, шуға ла уны һатыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай икән.
— Эшмәкәрлегебеҙҙе төрлө яҡлап алып барабыҙ, яңы технологияларға таянып эш итәбеҙ, — ти хужалыҡ етәкселеге. — Хәҙер конкуренция осоро бит, баҙарҙа үҙ һатып алыусыңды бер тапҡыр юғалтһаң, аҙаҡ абруйынды күтәреүе ауыр буласаҡ.
Әле ауыл эшсәндәре мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл, күстерә баҫыуы бакуйҙары ҡалын, кипкән бесәнде тура хужалыҡ ихатаһына ҡеүәтле йөк машиналарында оҙаталар. “Туҡланыу яҡшы, эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Төрлө йомош-үтенестәребеҙҙе үтәргә етәкселек һәр ваҡыт әҙер”, — ти ауыл эшсәндәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585