Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡымыҙ ҙа бар, балыҡ та...
Ҡымыҙ ҙа бар, балыҡ та...– Ун йыл инде фермерлыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Эш еңел түгел, хеҙмәттән дәрт табып йәшәйбеҙ. Хужалығыбыҙ үҫеренә өмөт бағабыҙ, – ти Ләлә Вәсил ҡыҙы Фәтҡуллина.
Фәтҡуллиндар Күгәрсен районындағы Тирмәнкүл тигән ерҙә 37 гектар ерҙе ҡуртымға алған. Унда үҙ көстәре менән ферма төҙөгәндәр. Бөгөн 30 баштан ашыу йылҡы, ошо уҡ сама һарыҡ һәм кәзә малы тоталар.


Фәтҡуллиндар тәүҙә биш сутый ерҙә помидор, ҡыяр үҫтерә. Йәшелсә менән бюджет учреждениеларын тәьмин итәләр, магазиндарға һатыуға ҡуялар. Әммә был эш хужалар уйлағанса еңел генә бармай. Шуға ла улар кәзә үрсетергә ҡарар итә.
Биш баш мал һатып алалар. Һуңынан уның һанын йөҙгә еткерәләр. 45 кәзәне һауып, ҡымыҙ бешәләр. Әҙер продукцияны Күмертау ҡалаһының реабилитациялау үҙәге һәм филиалдары дауалау маҡсатында һатып ала. Көрсөк башланғас, реабилитация үҙәге был шифалы эсемлектән баш тартырға мәжбүр була.
Әммә Фәтҡуллиндар юғалып ҡалмай. Халыҡ бейә ҡымыҙын йыш һорағас, дүрт бейәне ҡуртымға алып, үҙҙәренең ике башын ҡушып, йәнә икәүҙе һатып алып, ҡымыҙ етештерә башлайҙар. “Был — миҙгелгә генә иҫәпләнгән шөғөл. Шуға ла мал үрсетеп, ит менән дә һатыу итәбеҙ”, – ти крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ләлә Вәсил ҡыҙы.
Йомағужа һыу һаҡлағысы ярты саҡрым алыҫлыҡта ятҡас, халыҡ бында күп килә. Мәскәүҙән дә, сит илдән дә туристар бар. Улар Фәтҡуллиндар хужалығына йыш һуғыла. Ҡымыҙҙы теләп алалар, хужабикә сыр ҙа яһап һата.
Туристар: “Һыу бар, ниңә балыҡ үрсетмәй­һегеҙ?” – тип йыш һорай икән. Шуға ла быйыл ғинуарҙа Мәләүез районының Нөгөш ауылынан 800 килограмм бағыр балығы алғандар.
— Үҙебеҙҙең эргәнән генә аҡҡан Тирмәнкүл шишмәһен тәрәнәйтеп, ике балыҡ каналы эшләнек. Дүрт ситлек-сетка ҡуйып, балыҡтарҙы шуның эсенә ебәрҙек. Алғанда уларҙың ауырлығы 330 грамм самаһы ине, әле 700 грамға етте. Махсус аҙыҡ менән туҡландырабыҙ, уның бер тоннаһы 107 мең һум тора. Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ҡиммәткә төшә. Әгәр ҙә Хөкүмәт ярҙам итеп, инкубация цехы төҙөһәк, балыҡты үҙебеҙ үрсетер инек. Уны ыуылдырыҡтан сығарып үрсетеү отошло. Әле балыҡты тотмайбыҙ, бер килограмға еткәс, һата башлаясаҡбыҙ, – ти хужабикә.
Фәтҡуллиндарҙың эше ғаилә бизнесына әйләнгән. Ләлә апай тормош иптәше Ғаяз Камил улы менән фермала бәләкәй йорт һалып, унда күҙ-ҡолаҡ булып йәшәй. Шулай уҡ уларҙың ҡыҙы Гөлмира Ғаяз ҡыҙы менән кейәүе Зинфир Таһир улы Ғәйетовтар хужалыҡта ярҙам итә, яҡындарына терәк булыр өсөн Өфөнән күсеп ҡайтҡандар. Фәтҡуллиндарҙың опекаға алған улы Данияр Дамир улы Аҙнабаев та ихлас ярҙам итә.
— Бығаса бер ниндәй ҙә ярҙам алғаныбыҙ юҡ, субсидия юллап, документтар тапшырҙыҡ. Әгәр эшебеҙ килеп сыҡһа, агротуризмға ныҡлап тотонор инек, – ти Ләлә Вәсил ҡыҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 312

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 331

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 318

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 485