Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Техника барҙа, сәсеү һуңға ҡалмай
Техника барҙа, сәсеү һуңға ҡалмайС.М. Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы быйыл 2500 гектар майҙанға көнбағыш сәсергә ҡарар иткән. Предприятие эре емеш биргән һәм кондитер изделиелары әҙерләгәндә ҡулланыуға тәғәйенләнгән “Лакомка” сортына өҫтөнлөк бирә.


Дөйөм алғанда, райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе иҫәпләнгән предприятиеның 16700 гектар һөрөнтө ере бар. Быйыл уның 11335 гектарында сәсеү эштәре атҡарғандар. Көнбағыштан тыш, тағы ла 6800 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шул иҫәптән 200 гектар борсаҡ сәскәндәр. Шулай уҡ юғары маржиналь культураларҙан етенде үҫтерәләр.
Әйткәндәй, былтыр хужалыҡ 100 тонна элиталы “Ватан” сортлы бойҙай сәсеп, үҙҙәрен юғары етештереүсәнле орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин иткән. Тағы ла кукуруздың “Принцесса Белогорья”, “РОСС-199” кеүек гибрид сорттарын алып, 1200 гектар майҙанға сәскәндәр.
Хужалыҡтың ҡеүәтле техника паркы ҙур баҫыуҙарҙы ваҡытында эшкәртеү һәм сәсеү өсөн шарттар тыуҙыра. Шуға ла сәсеүҙе мәлендә сифатлы итеп атҡарып сығыуға өлгәшәләр ҙә инде.
Малсылыҡ та бында үҫешкән. Предприятиела 2150 эре мал булһа, шуның 860-ы – һауын һыйыры. Өс айҙа бер һыйырҙан уртаса 1062 килограмм һөт һауалар. Дөйөм күрһәткестәр буйынса, ошо ваҡытҡа хужалыҡ 6160 центнер һөт етештереүгә өлгәшкән. Малдан да яҡшы артым алалар.
Кооперативтың бай тарихы бар, ул 1950 йылда барлыҡҡа килгән. Әле 173 кеше эшләгән хужалыҡҡа Рәмил Ғиләж улы Туҡаев етәкселек итә.

Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584