Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡеүәтле инвестор килгән...
Ҡеүәтле инвестор килгән...Ейәнсура районында ауыл хужалығы яңырыу кисерә, тип әйтһәк, һис хата булмаҫ. Крәҫтиән эшенә бөтөнләй икенсе ҡарашта булған, сит илдәрҙәге хужалыҡтар өлгөһөндә эште ойоштороу маҡсатын ҡуйған яңы хужа килгән.

“А7 Агро РБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Комаровскихтың хужалыҡты алдынғылар рәтенә сығарыу теләге ҙур. Уны бойомға ашырыу өсөн ул көсөн дә, инвестицияларҙы ла йәлләмәй.
Предприятие эште техниканы, базаны яңыртыуҙан башлаған. Сәсеү, урып-йыйыу эштәрен уңышлы алып барыу өсөн 14 миллион һумға ике РСМ-142 “AKROS-142“ комбайндары, 10,9 миллионға “VERSATILE“ тракторы алғандар. Шулай уҡ “Башсельхоз” предприятиеһында йыйылған “Беларусь” тракторҙары менән дә техника паркын тулыландырғандар.
Беҙ барғанда баҫыу гөрләй ине. Яңы, ҡеүәтле техникала механиза­торҙар сәсеү эштәрен ихлас алып бара. Ниңә эшләмәҫкә? Техника яңы, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә.
Ҡеүәтле инвестор килгән...“А7 Агро РБ” агросәнәғәт холдингы 8735 гектар майҙанда сәсеү эштәре ойошторған. Баҫыуҙарҙың 4647 гектарына иген культуралары сәскәндәр, шул иҫәптән 1500 гектарҙа – арыш, 3147 гектарҙа – ҡуҙаҡлылар. Көнбағыш 1568 гектар майҙанды биләй. Мал аҙығы культураларын 1410 гектар ерҙә сәскәндәр: кукуруз – 490, бер йыллыҡ үләндәр – 810, күп йыллыҡ үләндәр 110 гектар тәшкил итә.
Йылына өс тапҡырға тиклем уңыш алыу маҡсатында 250 гектар баҫыуға һыу үткәрәләр. Унда сенаж өсөн люцерна, кукуруз сәсергә уйлайҙар.
– Һыу ҡойоу мал аҙығының үҙҡиммә­тен өс тапҡырға төшөрөүгә лә булышлыҡ итәсәк. Бындай ысул менән үҫтергәндә, күпме уңыш алыуҙы алдан уҡ күҙаллап буласаҡ. Беҙҙә иң һуңғы технологияларҙы файҙаланған хужалыҡ төҙөләсәк. Әле заман технологияларын индереү өсөн предприятиеға 550 миллион һум аҡса һалдыҡ. Яңы фермала 20-гә яҡын кеше эшләйәсәк, – ти Алексей Витальевич.
Ҡужабәк һөтсөлөк фермаһын ремонтлап, 170 баш ҡара-сыбар тоҡомло тыусалар алғандар. Бер һыйырҙың ауырлығы уртаса 576 килограмм тәшкил итә. Ул йылына уртаса 9 мең килограмға тиклем һөт бирә. Беҙ барғанда, был тоҡомло һыйырҙарҙың 160 башы быҙаулағайны. Ә, дөйөм алғанда, хужалыҡ көн һайын 4,1 тонна һөт етештерә, бер һыйырға уртаса һауым 25-әр килограмм тура килә.
“А7 Агро РБ” предприятиеһының пландары ҙур. Йыл аҙағына тиклем һыйыр малын 800 башҡа еткерергә иҫәп тоталар, ә киләһе йылда – 1200 башҡа тиклем. Шулай уҡ предприятие киләсәктә сеймал һатыуҙан китеп, һөт, ит ризыҡтарын тулыһынса эшкәртеп, магазин кәштәләренә әҙер ризыҡ рәүешендә сығарыуҙы күҙ уңында тота. Маҡсаттар тормошҡа ашырлыҡ, сөнки бының өсөн инвесторҙың матди мөмкинлектәре лә, эшләргә теләге лә бар.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487