Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тиреһе лә, ите лә
Тиреһе лә, ите ләРәсәй етештереүселәре 2025 йылға тиклем ҡуян ите етештереүҙе ун тапҡырға арттырырға әҙер. Ил хөкүмәтенә һәм Федерация Советына йүнәлтелгән “Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡуян үрсетеүҙе үҫтереү концепцияһы”нда ошо хаҡта аныҡ план белдерелгән.


Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йыл­дар­ҙа сусҡа итен әҙерләү йәһәтенән етди ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Африка тағуны меңәрләгән баш мыр­ҡыл­даҡты юҡ итте. Тап ошо буш­лыҡ­ты тултырыу йәһәтенән ҡуян үрсетеү табышлы һәм файҙалы булмаҡсы. Йорт ҡуянына тағун ҡурҡыныс түгел, ә уны үрсетеү, тауыҡ менән күркә кеүек үк, килемле. Йәнә тиреһе лә ҡыйбат. Бөгөнгө заман технологияларын уңышлы ҡулланғанда, уға башҡа төрлө төҫ биреп, тағы ла затлыраҡ күн эшләп алырға мөмкин.
Әлбиттә, бер эш тә ауырлыҡһыҙ бул­май. Мәҫәлән, был тармаҡты үҫте­реү өсөн тоҡомло фонд һәм сығым­дар кәрәк. Әлегә иң төп кәмселек – тулыһынса Көнбайыш Европа селекционерҙарына ҡарап торабыҙ. Тоҡомло шешҡолаҡтар һатып алыу өсөн Рәсәй йыл һайын миллиард ярым һумға тиклем аҡса тотона.
Әйткәндәй, был проблеманы хәл итеү өсөн хәҙер ярайһы уҡ күп мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. В.А. Афанасьев исемендәге ҡиммәт тиреле йәнлектәр һәм ҡуян үрсетеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Глеб Косовский белде­реүенсә, ойошмала бөгөн сит илдәр­ҙекенән ҡалышмаған, хатта ҡайһы бер күрһәткестәр йәһәтенән күпкә яҡшы тоҡом өлгөләре бар. Әммә дәүләттең кредит, грант ярҙамынан тыш, ҡуянсылыҡ кластерын төҙөү мөм­кин түгел. Әлбиттә, был хаҡта, аныҡ сығымдар тураһында концепцияла күрһәтелгән. Хәҙер документ­тың ҡаралыуы, хупланыуы мөһим. Барыһы ла ыңғай барһа, беҙҙең етештереүселәр 2025 йылға ҡуян ите әҙерләүҙе йылына 108 мең тоннаға еткерергә әҙер. Был иһә йыл һайын 30 миллиард һум табыш һәм ауыл­дарҙа бер нисә мең эш урыны тигән һүҙ. 50 меңләгән шәхси һәм 3,5 мең бәләкәй фермер хужалығының ныҡлы килем менән тәьмин ителеүе көтөлә. Уға ярашлы эшкәртеү предприятиеларында 2,5 мең яңы эш урыны пәйҙә буласаҡ. Әлбиттә, был 1990 йылғы күрһәткестән алыҫ, ул саҡта Советтар Союзында 455 мең тонна ҡуян ите әҙерләнгән, хәҙерге кимәлдән ун тапҡырға күберәк.
Мәғлүм булыуынса, ҡуян ите түбән калориялы, диетик аҙыҡ булараҡ юға­ры баһалана, ул аллергия тыуҙырмай. Ә бөгөн ил халҡының сирек өлөшө артыҡ ауырлыҡтан яфалана.
Әйтергә кәрәк, шешҡолаҡтар һаны менән маҡтана алмайбыҙ әлегә. Бөтәбеҙгә барлығы 3,5 миллион баш ҡуян тура килә. Бер ҡараһаң, 1990 йылға тиклем дә ошо уҡ сама булған. Бөгөн илдәге 547 миллион тауыҡ йәки 21,4 миллион сусҡа менән сағыш­тырып ҡарағанда, уйланырға урын бар. Сауҙа кәштәләрендә ҡуян итен үтә һирәк осратырға мөмкин. Ә бит ошо ризыҡҡа, күптәр ҡаҙ итен яратҡан кеүек, өҫтөнлөк биргән халыҡтар ҙа бар. Тимәк, бөгөн баҙарҙа уға ихтыяж ҙур.
Әйткәндәй, Ленинград өлкәһендә Европала иң ҙур йорт ҡуяны фермаһы төҙөләсәк. Смета проекты 1,2 миллиард һум тәшкил иткән ойошма эш башлаһа, миллионлаған кеше тәмле ит менән тәьмин ителәсәк.
Әммә табыш алыу өсөн тәүҙә шаҡтай сығым тотонорға кәрәклеген дә оноторға ярамай. Өлкәнең Луга районында төҙөләсәк мегаферма кеүек хужалыҡтарҙы дәррәү ойоштороу мөһим. Предприятие файҙа­ланыуға тапшырылһа, йылына 1,2 мең тонна аҙыҡ бирәсәк. Был Европала иң ҙур ферма буласаҡ һәм илдең барлыҡ көньяҡ-көнбайыш төбәген ҡуян ите менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек тыуасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 323

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 496