Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үлемдәрҙән” тора ғүмер
“Үлемдәрҙән” тора ғүмер...Уйланғанығыҙ бармы икән, ҡайһы саҡта әжәл яндан ғына үтеп киткән мәлдәрҙе кисерәбеҙ. Ул секундта “салғынан” Хоҙай үҙе һаҡлап алып ҡалалыр, шулай кәрәктер, күрәһең. Машина бәрҙерә яҙһынмы, тамағыңа ризыҡ ултырһынмы йә иһә... Хәйер, ниндәй генә булмаһын, ул мәлдән артабанғы тормош мөһимерәк. Тик шул “бүләкте” аңлап ҡабул итергә, һынауҙы дөрөҫ үтергә һәм, һис шикһеҙ, тормоштоң ҡәҙерен белергә кәрәк.
Илдар Тимерғәлиев – бөгөн Өфөлә йәшәгән уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе, ҡатыны менән ике ул үҫтергән бәхетле атай, ғаилә башлығы, күптәргә дуҫ-таяныс. Ә бит уның да ғүмеренә ҡасандыр әжәл киҙәнә, бер генә тапҡыр түгел...



“Ҡәҙерле кешеләрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ”

Тәүге тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡанда Илдарға ни бары ике йәш була. Йәй мәле. Әсәһе туғандарына ҡунаҡҡа китә, малай атаһы менән яңғыҙы ҡала. Тышта шундай матур көн торғанда, нисек өйҙә ултырмаҡ кәрәк – урамға йүнәләләр. Атай кеше ололар менән туп тибә, улы бәүелсәктә атына. Тик бер мәл уйын ҡыҙа, атаһы футболға мөкиббән китә һәм улын күҙ уңынан ысҡындыра. Ошо мәлде көтөп кенә тора ла инде бәлә – секунд эсендә Илдар бәүелсәктән ҡолай, осоп төшкән ыңғайға ҡорамалдың бер мөйөшөнә башын бәрә. Һөҙөмтәлә баш һөйәге тишелә, ҡан аға башлай.
Ҡото осһа ла, атай кеше юғалып ҡалмай, сабыйын күтәреп дауаханаға йүгерә. Ярай әле, бәхеттәренә күрә, уныһы ни бары 300 метр йыраҡлыҡта ғына урынлашҡан була. Бәхеттәренә тип ни... бала үлемдән саҡ тороп ҡала, әммә эш дауахананың яҡында булыуында һәм табиптарҙың шунда уҡ ҡанды туҡтатып, яраны таҙартып, бәйләп ҡуйыуында ла түгел һымаҡ. Баҡтиһәң, тимер киҫәге кескәй Тимерғәлиевтең мейеһенә тиклем ни бары гәзит ҡалынлығы ғына арауыҡта туҡтап ҡала! Бына нисек урап үтә әжәл Илдарҙы. Иң мөһиме – үҫкәс анализлап, был ваҡиғанан үҙенә һабаҡ ала – улдарын атай булараҡ ҡурсаларға, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыша.
– Ошо хәл тураһында йыш ҡына уйлан­ған мәлдәрем булды һәм яҡын ке­шеләрҙе мөмкин тиклем күҙ ҡара­һылай һаҡларға кәрәклегенә төшөндөм, – тип нөктә ҡуя әңгәмәсем был темаға.
Тик яҙмышы уға артабан да һынау әҙерләп торған була шул...

Яуыздарҙан изгелек ҡотҡара

Әрмегә алынғас, хеҙмәттәштәре менән Илдар ҙа, үҙ теләге менән һуғышҡа барыуҙы һорап, рапорт яҙа. Ә был мәлдә Чечняла икенсе кампа­нияның ҡыҙған мәле. Нисек кенә булмаһын, үтенес ҡәнәғәтләндерелә һәм, хәрби бурысын башҡарып, егет тотош Төньяҡ Кавказды урап сыға. Ул водитель булып хеҙмәт итә – аҙығын да ташый, тауарын да алып килә, ваҡы­ты менән аэродромға “200-сө йөктәрҙе” тейәп тә ҡуҙғалырға тура килә...
Әлбиттә, һуғышта ҡолаҡ төбөнән пулялар һыҙғырып үткән, янда ғына шартлау булған, машина теткеләнгән осраҡ­тарҙы ла кисермәй ҡалмай Илдар. Әммә уның икенсе тапҡыр әжәл менән осрашыуы быға ғына бәйле түгел, үҙенсә­лекле осраҡ ул. Моздокта була был хәл.
– Бер саҡ иптәшем менән дислокация урынынан 70 километр алыҫлыҡта ятҡан бер ауылға барып юлыҡтыҡ та кире боролдоҡ. Тик ауылдан сығыуыбыҙға беҙҙе автоматтар менән ҡоралланған бер төркөм һаҡаллы ирҙәр ҡаршы алды, юлды еңел машиналар менән ҡаплап ҡуйғандар. Кемдәр икәне билдәле инде, – тип хәтерләй яу юлын әңгәмәсем. – Юлдың ситенә сығып китер инек, барыбер атып үлтерәсәктәре билдәле, туҡтаһаҡ – әсирлеккә ала­саҡтар. Ә был ваҡиғанан бер нисә көн элек кенә әсәйгә шылтыратып, 1 майға уның тыуған көнөнә иҫән-имен ҡайтып етергә вәғәҙә биргәйнем бит...
Шулай ҙа икенсе юлды һайлай һалдат һәм һаҡалтайҙар алдында машинаһын туҡтата. Билдәле, егеттәрҙе шунда уҡ ҡамап алалар, “ГАЗ-66”ларынан һөйрәп төшөрөп, ҡулдарын ша­ҡарып бәйләп тә ҡуялар. “Машинағыҙҙы ла, үҙегеҙҙе лә алып китәбеҙ”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡала Илдар. Башында төрлө уйҙар бутала: бер секунд эсендә үҙен йә зинданда итеп күҙ алдына килтерә, йә бер ай элек кенә ошондай әҙәмдәрҙең күрше роталағы егеттең башын өҙгәндәрен иҫенә төшөрә. Юҡ, эш үлемдән ҡурҡыуҙан түгел (нисәмә тапҡыр һуғыш әжәлен таныған булды), әсәһе алдындағы вәғәҙәһе күңелен өйкәй, хеҙмәт тамамланырға ла ярты йыл ғына ҡалған...
Шул мәлдә егет күҙ ҡырыйы менән бер машинаның килеп туҡтағанын шәйләп ҡала һәм... рулдән төшкән затты сырамыта. Иҫенә төшөрә уны Илдар: бер йыл элек уға яғыулыҡ биргәйне бит. “Рөстәм!” – тип ҡысҡырып ебәрә үҙе лә аңламаҫтан. Егеттәрҙең бәхеттәренә күрә, Рөстәм дә уларҙы таный һәм иң мөһиме – үҙе яғыулыҡһыҙ ҡалған мәлдә осраған һалдаттарҙың изгелеген онотмаған.
– Рөстәм тигән әлеге кеше менән һаҡалтайҙар оҙаҡ ҡына бәхәсләште. Тик, күрәһең, таныштың был тирәлә абруйы булғандыр, беҙҙе ебәрҙеләр, – тип хәтерләй Илдар инде икенсе тапҡыр үлемдән ҡотолоп ҡалыуын.
Ул саҡта ярҙам иткән бәндәне фәрештәләр килтергәндер, бәлки, өйҙә көткән ғәзиз әсәнең доғаһы ярҙам иткәндер, уның алдындағы вәғәҙәһе тартҡандыр. Һәр хәлдә, был ваҡиғанан да әңгәмәсем ғүмерлек һабаҡ ала
– Тормошта нимәлер алыр өсөн башта бирергә, бүлешергә кәрәк, улай ғына ла түгел, изгелегең ваҡыты еткәс, икеләтә генә түгел, мең тапҡыр күберәк булып әйләнеп ҡайтыуы мөмкин. Ошо хәҡиҡәтте артабан ҡулланып, бизнес өлкәһендә үрҙәр яуланым, тормошомда уңыштарға өлгәштем, – тип йылмая Илдар.

Өмөт йәшәтә кешене

Был мәғәнәле яңғыраған өсөн генә әйтелгән һүҙҙәр түгел, Илдар, ысынлап та, бер мәл өмөт аша ғына йәшәргә көс таба. Был инде уның үлем менән өсөнсө тапҡыр осрашыуы була. Хәйер, бында “үлем” һүҙен тырнаҡ эсенә алыуы урынлы булыр ине...
Шулай итеп, Чечен Республикаһынан тыуған еренә иҫән-имен ҡайтып төшә ул. Тик артабан көсө, дәрте һәм йәшәргә теләге ташып торған егет ең һыҙғанып эшкә тотонам, тормош ҡорам тигәндә, йәнә һынауға тап була. Бер мәл дауаханала тикшереү үткәндә уға ҡурҡыныс диагноз ҡуялар. Был ваҡиғанан һуң кисәге һалдат үҙенә урын тапмай.
“Тормош ниңә шулай ғәҙел түгел икән, һуғышта иҫән ҡалып та, тыныс тормошта сирҙән үлеп ят, имеш”, – тигән уйҙарға бирелә. Артабан нисек йәшәргә һуң? Шул саҡ Хоҙайҙан иҫәнлек һорап, ғүмерен нисек тә дауам итеренә ышанып таңдар ҡаршылап, кистәр оҙата егет һәм... бер мәл табиптарҙың яңылыш диагноз ҡуйғаны асыҡлана! Тик был хаҡта Илдар тәүге диагноздан һуң ике йыл үткәс кенә белә шул...
Чечняла, ошондай мәлдәрҙә әңгәмәсемдең нимәләр кисергәне бер үҙенә һәм Хоҙайға ғына билдәле. Әммә шуныһы мәғлүм: ниндәй хәл-һынау ғына килеп тыумаһын, Илдар Тимерғәлиев артабан атларға үҙендә көс тапҡан. Бындай ихтыярлы, оло йөрәкле һәм, әлбиттә, уңыш йылмайған кешеләргә һоҡланырға ғына ҡала. Бала сағында уны бит фәрештәләр һаҡлап ҡала, әрме хеҙмәтендә йәнә изге көстәр ярҙамында үҙенең ҡылығы ғүмерен оҙайта, ә бына инде барыһына сик ҡуйылды тигәндә лә ул үҙ-үҙенә сик ҡуймай, яҡты донъя­ны ҡалдырырға ашыҡмай.
Мөғжизәме был тормош, әллә мөғжизәләрҙе үҙебеҙ булдырабыҙмы, белмәҫһең. Уйлай китһәк, был “үлемдәр” Илдарҙың тормошонда осраҡлы тап булмағандыр бит... Уныһын инде ваҡыт күрһәтер, хәйер, шап-шаҡтай ике малайға ғүмер биреүе үҙе үк мәғәнә түгелме ни?! Һәр хәлдә, әңгәмәсемде артабан да изге фәрештәләре һаҡлаһын, бәхетле атай, хөрмәтле ғаилә башлығы булһын, ә эштәрендә йәнә уңыштар насип итһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487