Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аш-һыуында – милләт асылы
Аш-һыуында – милләт асылыТалантһыҙ кеше булмай, тиҙәр. Хоҙай һәр беребеҙҙе һәләтле итеп яралтҡан. Ҡайһы берәүҙәр үҙ асылын бала саҡта уҡ таба, бәғзеләре уңышҡа яҙмыш һалған урау юлдар аша килә.


Илһөйәр Дамир ҡыҙы Хәмиҙуллина Талбазы ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, бер төркөм йәштәр менән комсомол төҙөлөшөнә юллама алып, Урта Азия тарафтарына китә. Газ эшкәртеү заводына эшкә урынлашып, Химия-технология техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Йылылыҡ-энергетика станция­һына цех начальнигы итеп тәғәйенләнә. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙ тиҙ арала коллективта абруй яулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманалар үҙгәреп, илдәге сәйәси хәлдәр тотороҡло булмау сәбәпле, ун алты йылдан һуң тыуған яҡтарына кире ҡайта.
— Юғалып ҡалманым, аш-һыуға маһир­лығым ярҙамға килде, — тип хәтерләй Илһөйәр Дамир ҡыҙы.
Өфө – Ырымбур юлында ултырған Талбазы аша көнөнә тиҫтәләрсә автобус үтә. Автостанцияның гөрләп эшләп торған сағы. Пассажирҙар сығып ял итә, тамаҡ ялғап ала.
— Бөтә оҫталығымды һалып, бәлештәр бешерҙем. Бәрәңге, кәбеҫтә, ит эслектәре менән бигерәк үтемле була торғайны, — ти ул. — Урындағы халыҡ та, пассажирҙар ҙа аш-һыуымды ихлас ҡабул итте.
Һуңынан автостанцияла ҡайнар аш бешереү ойошторола. Унда ла Илһөйәр Дамир ҡыҙы әҙерләгән ризыҡтар телеңде йоторлоҡ була.
— Бер көндө улым: “Әсәй, һиңә үҙ эшеңде асып, тәмлекәстәреңде бөтә район халҡына тәҡдим итергә кәрәк”, — тип кә­ңәш бирҙе, — тип һөйләй Илһөйәр.— Етмәһә, уйымды ул ваҡытта район етәксе­һе булып эшләгән Марат Баязит улы Ишемғолов күтәреп алды. Был миңә дәрт өҫтәп кенә ҡалманы, ә бөтә борсолоу­ҙарымды еңергә ярҙам итте.
Шулай итеп, кәрәкле документтарҙы барлап, 2010 йылда район үҙәге бина­һында “Башҡорт кухняһы” исемле кафе аса Хәмиҙуллиндар.
— Күп милләтле Ауырғазы ерендә ни өсөн “Башҡорт кухняһы”? — тип һорайым әңгәмәсемдән.
— Әсәйем – башҡорт, атайым татар мил­ләтенән. Әсәйем Кәшифә лә, Миңле­камал өләсәйем дә аш-һыуға бик оҫта ине. Ҡаҡ­ланған ҡаҙ, бауырһаҡ, ҡоймаҡ бе­ше­рергә иң тәүҙә уларҙан өйрәндем. Миллә­темдең асылы ризыҡтарыбыҙҙа сағылыш табалыр, тим, — тине Илһөйәр ханым.
Эйе, элек-электән аш-һыуға бик иғти­барлы, талымлы халҡым. Уның аш-һыуын әҙерләү бик ябай эш түгел. Мәҫәлән, бауырһаҡты ғына алайыҡ. Был ризыҡ онға ла, йомортҡаға ла, ҡыҙҙырыу өсөн кәрәкле майға ла бик талапсан. Бешереп бөткәс, артабан һаҡлау ҡағиҙәләрен дә белергә кәрәк.
— Һуңғы йылдарҙа халыҡ күпләп Ҡөрьән аштарына бауырһаҡ бешереп биреүҙе һорай. Үҙем генә белгән рецепт менән әҙерләйем, оҙаҡ ваҡыт иҫкермәй, тәмен юғалтмай, — ти Илһөйәр ханым.
Әлеге көндә был кафе яңы һулыш алған, исеме лә яңыса — “Башҡорт ҡыҙы”. Йыһаз­дарынан, тәмле еҫтәрҙән йорт йылыһы бөркөлә. Матур түңәрәк өҫтәлдәр, йомшаҡ урындыҡтар, бүлмә гөлдәре күңелде күтәрә, һәр кемдең дә зауығын ҡәнәғәт­ләндерерлек.
Аш-һыу ассортименты бик бай, бында төрлө милләт халыҡтары — украин, белорус, рус, татар, үзбәк аштары бар. Баш­ҡорт аш-һыуынан ҡоймаҡ, бәлеш, туҡмас­лы аш, бауырһаҡ, гөбәҙиә һәм баш­ҡа күп төрлө ризыҡ менән һыйланырға мөмкин. Шуныһы ла мәғлүм булһын: хаҡтары юғары түгел, шуға ла халыҡ күпләп йөрөй.
— Хәҙер ризыҡ боҙолмаһын өсөн төрлө химик матдәләр ҡушыу ҡағиҙәгә инеп китте. Ә бының организмға зыянлы икәнен һәр кем белә. Беҙ быға ҡырҡа ҡаршы. Тик тәбиғи аҙыҡтарҙы ҡулланып ҡына бешерәбеҙ, шуға ла клиенттарыбыҙ күп, — ти Илһөйәр Дамир ҡыҙы. — Һаулыҡҡа зыян килтерә торған аш-һыуҙы тәҡдим итмәйбеҙ.
Кафела бөхтәлек, таҙалыҡ менән бер рәттән яғымлы ҡараш, иғтибар өҫтөнлөк итә. Хеҙмәткәрҙәр араһындағы мөнәсәбәт тә дуҫтарса.
— Элегерәк кадрҙарға талапты юғары ҡуймай инем, ә хәҙер улай эшләп булмай, сөнки заман менән бергә клиенттарҙың ихтыяждары ла үҙгәрә, уларҙың зауығы үҫә. Шуға ла беҙҙең кафела махсус белемлеләр, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар, һөнәрен камиллаштырып торғандар ғына эшләй ала, — ти етәксе. — Һәр хеҙмәткәр­ҙең эшен ыңғай баһалайым, ләкин ҡайһы ваҡыт урынлы тәнҡит тә кәрәк булып ҡуя.
Илһөйәр Дамир ҡыҙының ире водитель, ҡыҙы администратор булып эшләй. Ғаилә менән бергә булғас, маҡсат та, киләсәккә пландар ҙа бер, уларҙы атҡарып сығыу ҙа еңеләрәк.
Ғөмүмән, бында эшләүселәр — үҙе бер ғаилә. Илһөйәр Дамир ҡыҙы өлкәнерәк тә, тәжрибәлерәк тә булғас, белгәндәрен йәштәргә өйрәтә.
— Кире эмоциялар менән, үҙ-ара ыҙғышып эшләһәң, бер ризыҡ та уңмай. Ҡамыр баҫҡанда уҡ һинең кәйефеңде һиҙә кеүек, һинең менән бергә тын ала. Яҡты уйҙар уйлап, изге теләктәр әйтеп әҙерләгәнгә күрә, аш-һыуыбыҙ уңа, – тип серҙәре менән уртаҡлашты уңған ханым.
Әлеге көндә кафела төрлө милләттән ун дүрт хеҙмәткәр эшләй – ашнаҡсылар, кондитерҙар, һауыт-һаба йыуыусылар, йыйыштырыусылар. Туйҙарға, төрлө юбилей сараларына саҡыралар бындағы аш-һыу оҫталарын.
— Айырыуса йома, шәмбе көндәренә заказдар күп, — ти Илһөйәр Дамир ҡыҙы. — Бәлештәр, бауырһаҡ, торттар бешереп бирәбеҙ. Клиенттарыбыҙ һәр ваҡыт ҡәнәғәт.
Киләсәктә ҙур, иркен, зауыҡлы банкет залы ойоштороу маҡсаты менән яна Хә­ми­ҙуллиндар. Әйткәндәй, был эш тамам­ла­ныуға табан бара. Алла бойорһа, “Баш­ҡорт ҡыҙы” туйҙар гөрләтер әле бында!

Ауырғазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 321

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494