Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бизнес алға ҡарап йәшәргә тейеш
Бизнес алға ҡарап йәшәргә тейешОктябрьский ҡалаһы бюджетының 31 процентын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тулыландыра
Йүнсел кешегә лә старт майҙансығы кәрәк
Октябрьский ҡалаһында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле инфраструктура ла булдырылған. Был йәһәттән бер нисә йыл элек асылған бизнес-инкубаторҙың эш тәжрибәһе ҙур иғтибарға лайыҡ.
— Бер кемгә лә сер түгел: үҙ эшен асыусылар араһында сауҙа һәм алыш-биреш өлкәһен һайлаусылар күберәк. Ә бына йүнсел кешеләрҙе бизнестың перспективалы, әммә тәү башта әллә ни ҙур керем бирмәгән өлкәләренә нисек йәлеп итергә? — ти бизнес-үҙәк менән идара итеүсе компания директоры Руслан Мофаззалов. — Яуапты әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ — дәүләт эшҡыуарлыҡтың шундай төрҙәрен дәртләндерергә, ярҙам күрһәтергә тейеш. Беҙҙең ҡалалағы бизнес-инкубатор ошондай бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа бер механизм ролен үтәй ҙә инде.
Идарасы компанияның эшмәкәрлеге нимәгә ҡайтып ҡала һуң, тип һорай алаһығыҙ. Беҙ шәхси эшҡыуарҙарға һәм бәләкәй предприятиеларға бизнес-инкубаторҙа урын бирәбеҙ. Бының өсөн уңайлы мебель һәм компьютер техникаһы менән йыһазландырылған 34 бүлмәбеҙ бар. Килешеү төҙөгәндә эшҡыуарҙарға шундай талаптарҙы ҡуябыҙ: һәр ҡайһыһының төплө бизнес-планы булырға, уларҙың шөғөлө бизнес-үҙәктең эшмәкәрлеге менән тап килергә тейеш. Идарасы компанияның штатына тәжрибәле белгестәрҙе — бухгалтер, иҡтисадсы, юристарҙы, шулай уҡ етәксе вазифа биләгән кешеләрҙе — ҡабул иттек. Улар бында эшләгән йүнселдәр менән бушлай консультация үткәрә.
Руслан Абуғәле улы телгә алыуынса, әлеге көндә ике тиҫтәгә яҡын бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты бизнес-инкубаторҙа үҙ ҡанатын нығыта. Улар араһында үҙҙәренең интеллектуаль һәләте арҡаһында бизнес донъяһында уңышлы юл ярғандары ла бар. Программист Леонид Калентьев менән осрашып һөйләшеү беҙҙең өсөн дә фәһемле булды. Ул бер нисә йыл элек интернет-маркетинг буйынса үҙенең агентлығын асҡан.
— Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланым. Ләкин үҙ эшмәкәрлегемдә икенсе юлды һайланым. Минең шөғөл компьютерҙар өсөн программалар эшләүгә бәйле, — тине ул. — Ябайыраҡ әйткәндә, сайттар эшләү менән шөғөлләнәм. Ҡалалағы күп кенә эре компания һәм ойошмаға шундай программалар әҙерләп бирҙек. Бөгөн беҙҙең агентлыҡ Октябрьскийҙан тыш Мәскәү, Татарстан һәм башҡа төбәктәрҙәге заказсылар менән дә эш итә. Беҙ һайлаған интеллектуаль бизнес өлкәһендә белгестәр әле лә етешмәй, шуға көноҙоно программалау, сайттар һәм интернет-рекламалар әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Тормош иптәшем Илүзә менән бергә эшләйбеҙ. Ул — белеме буйынса журналист. Октябрьскийҙың интернет-порталын да мәғлүмәт селтәренә беҙ сығарҙыҡ. Был электрон журналда ҡала тормошондағы көнүҙәк ваҡиғалар яҡтыртыла. Кемдер унда үҙенең рекламаһын да урынлаштыра ала.
— Интернет-портал өсөн яңылыҡтарҙы, мәҡәләләрҙе мин яҙам, — тип әңгәмәгә ҡушылды Илүзә. — Шуны әйтке килә: бизнес-үҙәктә икенсе йыл эшләйбеҙ. Беҙҙең кеүек йәш эшҡыуарҙар өсөн шарттар яҡшы. Заманса компьютер техникаһы ҡуйылған бындай бүлмәне тағы ҡайҙан табаһың? Тәүге йылда ҡуртым хаҡының 40 процентын ғына түләтәләр. Айына ул — ни бары 2 мең һум. Икенсе йылда ла түләү 60 проценттан артмай. Әле бизнес-үҙәктә тағы бер бүлмә алырға теләйбеҙ. Идарасы компанияла беҙҙең һәр башланғысты шунда уҡ күтәреп алалар. Бында конференц-залда эшҡыуарҙар менән бушлай семинарҙар үткәрәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, бизнес-инкубатор башланғыс капиталды туплауҙа старт майҙансығы булып тора. Яҡын киләсәктә үҙебеҙҙең офисты ла асырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
Бизнес-үҙәктә беҙгә йәш эшҡыуар Руслан Гәрәев менән танышыу форсаты ла тейҙе. Тырыш егет үҙен хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә һынап ҡарарға булған. Бизнес-проектында яҙылғанса, ул ҡаланың үҙендә һәм күрше төбәктәрҙә, шулай уҡ алыҫыраҡ араларҙа йөк ташыуҙы төп кәсебе итеп алған.
— Бизнес-инкубатор һеҙгә лә уңышлы старт биргән һымаҡ, — тип һүҙ ҡуштым мин уға.
— Икенсе йыл бында эшләйбеҙ. Бизнес-үҙәк нимәһе менән оҡшай тиһегеҙме? Аренда хаҡы түбән, беҙҙең “кеҫә” өсөн ул тойолмай ҙа тиерлек. Икенсенән, эш бүлмәләрендә бөтөн уңайлыҡ бар. Беҙ ҡағыҙ һәм ручка ғына һатып алдыҡ, шунан бүлмәгә инеп ултырҙыҡ та эш башланыҡ. Айырым кешеләр, шулай уҡ юридик шәхестәр менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Заказдар етерлек. Тағы шуныһы яҡшы: бизнес-инкубаторҙа микрофинанслау үҙәге бар. Ставкалары 8 процент ҡына. Башҡа бер ерҙә лә ссуданы шулай анһат ҡына алырмын тимә. Беҙ ике тапҡыр ҡыҫҡа сроклы кредит менән файҙаландыҡ. Хәҙер бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт программаһына эләгергә теләйбеҙ. Бизнес-планыбыҙҙы әҙерләп тапшырҙыҡ та инде. 1 миллион һум кредит бирһәләр, лизинг буйынса йөк транспортын алырға иҫәп. Ул саҡта беҙҙең бәләкәй предприятиела тағы бер нисә эш урыны өҫтәләсәк.

Бизнес алға ҡарап йәшәргә тейеш“Үҙ эшемдән ҙур кинәнес табам”

Эйе, дәүләттән һөҙөмтәле ярҙам алған осраҡта бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ла тиҙерәк аяҡҡа баҫа. Быны башта бизнес-инкубаторҙа эшләп уңышлы старт алған, һуңынан инде үҙенең офисына күсенгән Татьяна Жукованың өлгөһөндә асыҡ күрергә була. Ул эшҡыуарлыҡтың яңы һәм бик тә ҡыҙыҡлы төрө — йорттарҙың интерьерын сәнғәт өлгөләрендә биҙәү, бер һүҙ менән әйткәндә, дизайн менән шөғөлләнә. Ә рәссам-конструкторлыҡ һәләте бик һирәктәргә бирелгәнен яҡшы беләбеҙ.
— Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында белем алдым. Ун йыл мәктәптә, техникумда уҡыттым, — тип һөйләне Татьяна Александровна. — Бер үк ваҡытта Тольяттиҙағы “Дизайн-интерьер” студияһында яңы һөнәрҙе үҙләштерҙем. Әле художестволы проектлау өлкәһендә үҙ белемемде арттырам, Мәскәүҙәге танылған бер дизайнерҙан оҫталыҡ дәрестәре алам.
— Ә бизнес-инкубаторҙа урын алып, үҙ эшемде бынан дүрт йыл элек асҡайным. Тәжрибә етеңкерәмәгән һәм финанс мөмкинлектәре сикләнгән саҡта дәүләттең ярҙамы бик тә ярап ҡалды. Күпмелер капитал туплағандан һуң ошо бинаны һатып алдым. Әле был офисты тулыһынса йыһазландырып та бөтмәгәнмен.
Хәҙер кешеләр тормоштарын матурларға, йорт эсен сәнғәтсә биҙәргә тырыша. Ә ҡалала ундай белгестәр юҡ тиерлек. Шуға ла “Диар” дизайн-студияһы алдында киң офоҡтар асылған. Татьяна Александровна кәрәк саҡта ҡайһы бер рәссамдарҙы проекттарға йәлеп итә, әммә эштең иң яуаплыһын үҙ иңендә ҡалдыра.
— Мин интерьерҙың нәфис эшләнешен компьютерҙағы рәсемдәргә төшөрәм, — ти ул. — Аҙаҡ кешеләр үҙҙәренә оҡшаған проектты һайлап ала. Әлбиттә, тәүҙә йорттарын, бүлмәләренең нисек урынлашҡанын барып ҡарайбыҙ. Түшәмдең бейеклеген иҫәпкә алабыҙ. Шунан һуң ғына мин интерьерҙы проектлауға тотонам. Хәҙер студияның барлығын белеп, күп кешеләр консультация алырға килә башланы. Әйтәйек, кемдер 15-20 йыл йәшәгән фатирын заманса биҙәргә теләй. Ә йыйған аҡсаһы артыҡ күп түгел. Бөгөн иһә интерьерҙы осһоҙ материалдар менән дә бына тигән итеп биҙәргә була. Кешеләргә шул хаҡта төшөндөрәбеҙ. Шунан улар кәйефтәре күтәрелеп, беҙҙе үҙҙәренә саҡыра. Шәмбе көнө халыҡҡа консультацияны бушлай бирергә ғәҙәтләнгәнбеҙ.
— Яңы идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу, ситтән тороп уҡып белемде күтәреү студияның эш даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә лә инде. Матурлыҡты үҙ йорттарында күрергә теләгән кешеләр хәҙер беҙгә күрше ҡалаларҙан да мөрәжәғәт итә. Ҡайһы саҡ клиенттарҙың һорауы буйынса Өфөгә лә сығып китәбеҙ. Әле бына Новосибирск, Пенза, Һамар, Тольятти, Мәскәүҙән заказдар бар. Тик эшләп өлгөр генә. Ни өсөн ҙур ҡалаларҙан Октябрьскийға шылтыраталар, тиһегеҙме? Сөнки күрһәтелгән хеҙмәткә хаҡтар беҙҙең дизайн-студияла Һамар йәки Мәскәүҙекенә ҡарағанда күпкә осһоҙ. Шуға беҙҙең эшмәкәрлектең перспективаһы бар. Былтыр бер йорт хужаһы миңә ландшафт дизайны буйынса проектҡа заказ биргәйне. Был эш үҙем өсөн дә ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Ғөмүмән, бизнес донъяһында үҙ урынымды табыуыма, кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүемә ҡыуанып бөтә алмайым.

“Хоҡуҡи яҡтан барыһы ла ал да гөл түгел”, — ти ҡаланың эшҡыуарҙар берлеге рәйесе, ҡала Советы депутаты Владислав Кәримов

Беҙҙең ҡалала бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына хоҡуҡи яҡтан ниндәй ярҙам күрһәтелә? Муниципаль властың вәкәләтле органында бизнес үҙ мәнфәғәтен яҡлай аламы? Һуңғы дүрт йылда Октябрьскийҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1 миллиард 908 миллион һум күләмендә инвестиция һалынған. Беҙҙә хәҙер буш торған етештереү биналарын табыуы ҡыйын. 2008 — 2009 йылдарҙағы көрсөктән һуң күп шәхси предприятиелар яңы һулыш алып эшләй башланы. Шул уҡ “Европласт” йәмғиәте 150 миллион һумға төшкән эре инвестиция проектын бойомға ашырып, ҡала янында “Өйәҙе-Тау” тау саңғыһы комплексын төҙөнө. Хәҙер заманса спорт ҡоролмаһында Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрелә. Был инде киләсәктә төбәктә ҡышҡы туризмды үҫтереүгә лә ҙур этәргес бирәсәк. Ҡалала бөгөн бизнес ярҙамында хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе яҡшы ғына үҫеш алды тип әйтергә була.
Әлбиттә, бәләкәй һәм урта бизнесты финанслау беҙҙең өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ныҡлы үҫеш юлына баҫҡан предприятиелар өсөн ул киҫкен тормай. Сөнки уларҙың залогка һалырлыҡ мөлкәте бар, шуға банктар уларға кредит биреүҙән баш тартмай. Үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙарға ғына ҡыйыныраҡ. Ләкин беҙ урындағы властың теләктәшлеге менән уларға ла ярҙам күрһәтеү юлын табырға тырышабыҙ. Бизнес-инкубаторҙа байтаҡтан бирле муниципаль микрофинансау үҙәге эшләп килә. Унда эшҡыуарҙарға өҫтөнлөклө шарттарҙа 100 мең һумға ҡәҙәр ссуда бирелә. Бындай отошло финанс ярҙамы менән күптәр файҙалана. Һуңғы осорҙа эшҡыуарлыҡ субъекттарына кредит алыу мөмкинлеге тағы киңәйтелде. 2011 йылдың көҙөндә “Башҡортостан Республикаһының микрофинанслау үҙәге” учреждениеһы үҙенең вәкиллеген асты. Улар инде бизнес планы булған эшҡыуарҙарға 1 миллион һум күләмендә кредит биреү хоҡуғына эйә. Элек шул кредитты юллау өсөн Өфөгә йөрөү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер был мәсьәлә урында хәл ителә, вәкиллектәге белгестәр әҙер документтарҙы үҙҙәре баш ҡалалағы офисҡа ебәрә. Белеүемсә, бер квартал эсендә генә беҙҙең эшҡыуарҙарға 5,1 миллион һум күләмендә һигеҙ кредит бирелгән.
Бизнестың үҫеше тураһында һүҙ алып барғанда, һалым сәйәсәтенә лә ҡағылып үтмәй булмай. Законда ҡаралғанса, шәхси эшҡыуарҙар өсөн иҫәпләнгән керемдәрҙән сығып берҙәм һалым түләү тәртибе индерелгәйне. Муниципаль власть органдарына үҙ вәкәләттәре сиктәрендә шул һалымдың күләмен билдәләү хоҡуғын бирҙеләр. Беҙҙә бер нисә йыл элек ҡала Советының ҡарары менән шул түләүҙәр 50 процентҡа кәметелде. Шуның менән бәләкәй бизнесҡа һиҙелерлек финанс ярҙамы күрһәттек. Һүҙ ҙә юҡ, ундай ҡарар сығарыр алдынан урындағы үҙидараның вәкәләтле органында беҙ чиновниктар менән етди бәхәсләштек, әммә үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап ҡала алдыҡ. Тормош үҙе беҙҙең дөрөҫ юлды һайлағаныбыҙҙы раҫланы. Бәләкәй бизнес иркенерәк һулыш алып ҡалды, бер үк ваҡытта урындағы бюджетты тулыландырыуҙа ла уларҙың өлөшө арта төштө. Башҡа ҡалаларҙа нишләптер эшҡыуарлыҡ субъекттарына шундай ташламалар ҡаралмаған, ишетеп ҡалып, шул тәжрибәне өйрәнергә беҙгә төрлө яҡтарҙан килеп киттеләр.
Шулай ҙа бәләкәй һәм урта бизнес өсөн тейешле инфраструктура булдырыуҙа төрлө мәсьәләләр тыуып тора. Миҫалға ер өсөн ҡуртымға түләүҙе ҡарап үтәйек. Федераль законда яҙылғанса, уның ставкаһы кадастр хаҡына бәйле. Бындай тәртип яңыраҡ индерелде. Ерҙең кадастр хаҡы нимәнән сығып билдәләнә — беҙгә шул аңлашылып етмәй. Әйтәйек, йәнәш урынлашҡан ике участкаға ике төрлө хаҡ ҡуйылған. Шул сәбәпле кемдер ҡуртымға түләүҙе икеләтә-өсләтә күберәк күсерергә мәжбүр. Ни өсөн ер участкаларына кадастр хаҡы шулай ныҡ айырыла? Бындай буталсыҡ хәлгә кем сик ҡуйырға тейеш? Тимәк, закондарға һәм норматив акттарға үҙгәрештәр индерергә кәрәк.
Беҙ үҙебеҙҙең тәҡдимдәребеҙҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, бығаса үҙ бизнесы менән шөғөлләнгән яҡташыбыҙ Рафаэль Мәрҙәншиндең иғтибарына ла еткерҙек. Уның менән осрашҡанда шулай уҡ контроль-касса аппараттары тураһындағы мәсьәләне лә күтәрҙек. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең күрһәтмәһенә ярашлы, берҙәм һалым түләү тәртибенә күскән шәхси эшҡыуарҙар хәҙер ундай йыһаздарҙы ҡулланмай. Был бик тә урынлы һәм дөрөҫ ҡарар булды. Сөнки ул аппараттарҙы файҙаланыу ярайһы ғына сығымдар талап итә. Ләкин проблема өлөшләтә генә хәл ителде. Ҡалғандар шул контроль-касса аппараттарын ҡулланырға, етмәһә, йыл һайын уның проблема блогын алыштырып торорға тейеш. Флешка ише шул бәләкәй бер йыһазды яңыртыу өсөн 10 мең һум аҡсаңды сығарып һалырға кәрәк. Ошо әкәмәт хәл барыһында ла ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Программа материалы касса аппараты файҙаланылған срокка, йәғни ете йылға бер тапҡыр ҡуйылырға тейеш. Беҙ был йәһәттән Дәүләт Думаһы депутаттары эшҡыуарлыҡ субъекттарының урынлы фекеренә ҡолаҡ һалыр һәм Федераль законға үҙгәрештәр индереү буйынса инициатива күрһәтер тип өмөтләнәбеҙ.
Миҙхәт Шәрипов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491