Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Фатирыбыҙ Өфөнөң Затон биҫтәһендә. Эргәлә генә баҙар. Уның тыш яғында йәйен-ҡышын йәшелсә, емеш-еләк һатҡандар бихисап. Улар урын биләгән өсөн аҡса түләмәй. “Үҙҙәренең шәхси ихатаһы бар” тигән ҡағыҙ яҙҙырып алалар ҙа шунан рәхәтләнеп сауҙа итәләр. Йомошом булһа ла, булмаһа ла, улар эргәһенән йыш үтергә тура килә.


Бер мәл:
– Бәрәңге алығыҙ, бәрәңге! Яңы ғына ҡаҙып алынған, – тигән саф башҡортса тауыш ҡолағыма салынды.
Минең холҡом шундай: башҡорт кешеһе осраһа, мотлаҡ танышам, ҡайһы райондан булыуы менән ҡыҙыҡһынам.
– Ғафуриҙан, – тине апай.
– Мин дә шунан бит.
– Ҡайһы ауылдан булаһығыҙ?
– Бәләкәй Үтәштән...
Китте шунан бер-беребеҙҙән “имтихан” алыу.
– Шуны беләһеңме?
– Беләм.
– Ә тегене?
– Уны ла беләм, беҙ дуҫтар бит.
– Ҡайһылай ҡыҙыҡ.
Шаҡтай ғына таныштарыбыҙ уртаҡ булып сыҡты.
Үҙен Нурия тип таныштырған был апай эргә-тирәһендә һатыу иткәндәрҙән айырылып тора. Инде етмеш йәшен ваҡлаһа ла, төҫ ташламаған, ап-аҡ йөҙлө, иренен еңелсә генә ҡыҙартҡан, ыҫпай кейенгән. Өфөлә кооператив техникумын тамамлағас, оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләгән икән. Пенсияға сыҡҡас, ҡалалағы фатирын һатҡан да яҡындағы ауылдан өй һатып алған.
– Таш өйҙә ни эшләп ятайым, – тине ул. – Бына бит рәхәтләнеп һатыу итәм. Үҙемдең мунсам бар. Харап шәп.
Апай һатыу иткән өҫтәл йәшелсәгә, еләк-емешкә бик бай. Әлегә баҡсаларҙа помидор, ҡыяр өлгөрмәһә лә, уныҡы, ана, өйөлөп ята. Алмаһы ла күренә. Моғайын, теплицаһы барҙыр. Бигерәк егәрле кеше икән. Укробы, петрушкаһы, сөгөлдөрө... Бәрәңгеһе генә бер нисә сортлы. Анау шәмәхә төҫтәгеһе ҡайһылай эре. Уңғандар заманы инде. Үҙемдең ауылдағы 30 сутый баҡсаны атай-әсәйем вафат булғаны бирле ҡый үләне баҫып ултырыуы иҫемә төшөп, ҡара, ошо апай кеүек тә була алмайбыҙ бит әле, шунда бәрәңге үҫтерһәк, насар булыр инеме, уны йыл буйы һатып алабыҙ бит әле, тип уйлап, оялып ҡуйҙым.
Ул арала апай үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай.
– Ҡыяр алығыҙ, ҡыяр! Яңы ғына өҙөлгән. Үҙем үҫтерҙем.
Шул мәл бер апай килеп, уның ҡыярҙарын ҡарап:
– Бер кило үлсәгеҙ әле, – тип тоҡсайына матурҙарын һайлап алды. Яҡташым уны ҡыяр менән генә оҙатырға теләмәне.
– Бына помидор ҙа яңы ғына, әллә ҡайҙан килтерелгән түгел, – тине.
– Шулаймы? – Теге ҡатын, ҡуҙғалған еренән тағы туҡталып, килограмм самаһы уныһын да алды. Ул китеп тә өлгөрмәне, бер ир килеп етте, сиратҡа өсөнсөһө баҫты. Кемдер еләк үлсәтте...
Апай ихлас ине.
– Ҡайһылай аяғың еңел, һин килгәс, кешеләр күбәйҙе лә китте, әҙерәк тора бир әле, – тип кәйефемде лә күтәрҙе. Халыҡ бер сама кәмегәс, тағы һөйләшәбеҙ.
– Көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ултыраһығыҙмы? Әҙ-мәҙ файҙаһы бармы һуң? – тип һорайым апайҙан.
– Булмаһа ошонда ултырып та тормайым инде. Хәҙер ғүмер буйы хөкәмәт эшендә йөрөгәнемә аптырайым. Күптән ошонда килеп баҫмай. Йә, пенсияға сыҡҡас та эшләнем бит әле өс тингә һеперелеп. Бына машинамды яңырттым әле. – Апайҙың эргәһендә машинаһы ла тора. Күренеп тора – яңы.
– Үҙегеҙ йөрөтәһегеҙме?
– Үҙем булмай, кем булһын тағы! Ирем үлеп ҡалғас та праваға уҡыным.
Йәй үтте, көҙ етте. Апай һаман теге урында һатыу итә. Нимә генә юҡ: тоҙло кәбеҫтә, алма, кишер, һуған. Йомош-фәлән төшһә, үҙемдә унан алырға тырышам. Ҡайһы берҙә, әллә ни кәрәкмәһә лә, һаулыҡ алыр-алмаҫтан уның:
– Туғаным, әйҙә һарымһаҡ алып ебәр, тиҙҙән грипп етә, бер файҙаһыҙ дарыуға аҡса бөтөргәнсе, һарымһаҡ аша, бик файҙалы, – тип әйтеүенә нисек инде, юҡ, кәрәкмәй тип тораһың, алам. Тағы ла әҙерәк һөйләшеп алабыҙ. Уға һоҡланыуымды белдерәм:
– Бигерәк уңғанһығыҙ.
– Әйтмә лә, – апай ихлас йылмая.
Ҡышын, бәйләһәң, эт торғоһоҙ һыуыҡтарҙа ла апайҙы урынында йыш күрҙем. Шундай мәлдә лә алма һатыуына һоҡландым. Моғайын, урынын-еренә еткереп һаҡлай белә торғандыр. Бына бит кеше аҡса эшләй.
Яҙ етте. Уңған апайҙың егәрлелеге миңә лә күскәндәй булды. Ысынлап та, ни өсөн анау тиклем баҡсамды буш ятҡырам әле. Ҡар иреп бөтөү менән күп итеп емеш-еләк ағастары ултыртасаҡмын. Алма, сейә, ҡурай еләге, крыжовник... Ҡарағаттың ғына бер нисә төрлө сорты бар. Улар емеш-еләк бирә башлаһа, һатып кинәнербеҙ тип план ҡорам. Ауылда халыҡтың әле һаман емеш-еләк ағастары ултыртыуға иҫе китмәүенә аптырайым. “Һатып та алам мин, магазинда бар бит”, – тип хатта бәрәңге, һуған үҫтермәгән кешеләр ҙә бар.
Бәрәңге тигәндән, баҙарҙа танышҡан Нурия апайҙыҡы бик елле күренә ине. Көрән, ҡыҙыл төҫтәгеләре. Орлоғон унан һатып алайым тип киттем баҙарға.
– Минең бәрәңге орлоғо юҡ, – тип яуап­ланы ул.
– Нисек инде юҡ! Быйыл бәрәңге ултыртмайһығыҙмы ни?
– Минең быға тиклем бер ҙә бәрәңге сәскәнем булманы. – Апай миңә ғәжәпләнеп ҡараны.
– Улай булғас, кемдекен һатаһығыҙ һуң? – Ҡулыма апайҙың бер ҙур ғына бәрәңгеһен тотоп алдым.
Апай мут йылмайҙы, рәхәтләнеп көлөп алды.
– Һеҙ ошоно әйтәһегеҙме? Бер кемдеке лә түгел. Затон баҙарынан арзанға күмәртәләп алам да бында килтереп һатам.
– Ҡыяр, помидорҙы ла үҫтермәй­һегеҙме?
– Минең улар менән булышып йөрөргә ваҡытым да юҡ. Бына иртүк киләм дә кис һуң ғына ҡайтам. Мин лутсы әҙерҙе алып һатам. Шулай файҙалыраҡ. Тегеләй уңыш әллә була, әллә юҡ.
Нурия апай үҙенең кәсебе хаҡында ихлас һөйләне. Ысынлап та, бик уңған апай икән, тип уйланым уның хаҡында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 321

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494