Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөтбайҙың өмөттәрен аҡлар егеттәр бар
Өмөтбайҙың өмөттәрен аҡлар егеттәр барҠасандыр Салауат Көмөшбаев тыуған Өмөтбайын (Стәрлебаш районы) ҡалдырып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә. Дуҫы менән йыһаз етештереп һата башлай, хатта башҡа ҡалаларҙа ла үҙ нөктәһен булдыра. Тик инде фатир алып, тамырланам, бизнесты тағы ла киңәйтәм тигәндә, тота ла ауылына бала саҡтан таныш игенселек менән шөғөлләнергә ҡайтып китә. Игенсе-мебелсе-игенсе... Тормош спираль һымаҡ, тиҙәр шул – асылыңа ҡасандыр барыбер әйләнеп киләһең.

— Әсәй мәрхүмә булғас, нигеҙ буш ҡалды. Быға тиклем дә аҙнаһына ике-өс тапҡыр ҡайтып йөрөй инем, буш нигеҙҙе күреп, йөрәк әрней башлағас, бөтөнләй ауылда төпләнергә ҡарар иттем, ә ниңә, таныш шөғөл – атайҙың “ЗиЛ”ында 8-се класта уҡ иген ташый инем инде, — тип иҫләй Салауат бынан бер нисә йыл элек ғәзиз ерендә төпләнеү сәбәбен.
Ни ҡылаһың, тәбиғәтебеҙ шулай – хисле халыҡбыҙ. Тыуған тупраҡ, тыуған нигеҙ – беҙҙең өсөн изге төшөнсә! Уның ҡарауы, тырыштар, ниндәй хистәр өҫтөнлөк алыуға ҡарамаҫтан, һәр ҡайҙа ла уңыш ҡаҙана. Быны Салауаттың миҫалында ла күрергә мөмкин. Ул мебель һатып, яҡшы ғына табыш ала, иген үҫтереүҙән дә файҙа килтерә белә. Был, күрәһең, уның маҡсатлы эшләй белеүенәндер. Мәҫәлән, ҡайһылай ҙа ярай, тип ошо ерлектә үҫкән орлоҡто ергә индермәй, ә сығымдар түгеп, мәшәҡәтләнеп булһа ла яңыһын, уңдырышлыһын эҙләп сәсергә тырыша. Былтыр ул 130 гектарҙан ашыу майҙанда бойҙай, арпа, ҡарабойҙайҙан уңыш алған.
Икенсенән, Салауат Көмөшбаев бер нисә йыл элек игенселеккә тотоноуына ҡарамаҫтан, үҙ көсө менән техника паркын булдырған һәм уны тулыландырып тора. Йөк машинаһы, тракторҙар, сәскес һәм башҡалары йорт тирәһенә һыймай урамға тиклем сығып киткән. Тик был тиклем техникала уның яңғыҙы ғына эшләй алмауы физика теорияһы буйынса ғына ла мөмкин түгел. Бынан тыш, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығына документтар артынан да сабырға, яғыулыҡ хәстәрләргә лә кәрәк бит әле.
— Былтыр практикаға ҡайтҡан Йәмил Ишмөхәмәтов исемле күрше егет ураҡ урышһа, быйыл шулай уҡ практикант Булат Хәйбуллин ярҙам вәғәҙә итә. Рәфил Ҡыҙрасов һәм башҡа егеттәр менән ҡулалмаш бергә эшләйбеҙ. Йәмил менән Булат ауылда төпләнеп, бәлки, киләсәктә йәштәр менән бергә ныҡлап эшкә тотонорбоҙ, — тип өмөттәрен бағлай, тыуған ауылының киләсәген ҡайғырта игенсе.
Иген ҡотороп уңһа ла, әлбиттә, ер кешеһенең мәшәҡәте уны урып алыуға ғына ҡайтып ҡалмай – йыйған уңышыңды һатыу, ер буйынса ла низағтар килеп сыҡмай түгел, документтары ла, башҡалары ла кәрәк. Әммә Салауат Көмөшбаевтың, алдында ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, бирешмәҫенә ышанғы килә – Өмөтбайҙың өмөттәрен аҡлар егет бит ул!

Стәрлебаш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 758

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586