Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәүкәшкәйҙәр имен булһын
Һәүкәшкәйҙәр имен булһынИртә яҙ һыйырҙарға быҙаулар өсөн яҡшы осор һанала: имеҙергә һөт күп һәм быҙауы көр була. Быҙауҙы ҡабул итеү, һаҡлау, үҫтереү әллә ни ҡатмарлы эш түгел дә һымаҡ, ә шулай ҙа...
Һыйыр тотоусыларҙың ҡайһы береһе быҙауҙарын һыуыҡта үҫтерә, ләкин уның кире яҡтары ла бар. Беренсенән, һалҡында быҙауҙарҙың үпкәһенә һыуыҡ тейеүсән. Икенсенән, хайуандарҙың ашағаны үҫеү түгел, ә тәнен йылытыу өсөн китә. Шуға ла, һыуыҡта сыныҡтырылған быҙауҙарҙың йөнө мышы балаһыныҡы шикелле ҡуйы булһа ла, йылылағыға ҡарағанда бәләкәйерәк була. Беҙҙеңсә, иң ҡулайы — йылыла үҫтереп, яҙ ҡояш ныҡлап йылыта башлағас ҡына сығарыу. Йәй буйы, көҙөн улар барыбер сыныға ла инде.



Быҙаулар алдынан

Һыйырҙар туғыҙ ай быуаҙ йөрөй. Ә инде үгеҙ быҙауҙарҙы ул алты-ете көнгә һуңыраҡ таба, улар тана быҙауҙарға ҡарағанда ауырыраҡ була. Тыуғанда ауырлығы 30—50 ки­лограмға тиклем етә һәм инәлә­ренең ауырлығының биш-алты процентын тәшкил итә. Быҙаулар ваҡыты етеүен елендәренең тулыуы, һигеҙгүҙ һөйәгенең эскә батыуы, эсенә ҡул менән баҫҡанда, быҙауҙың даими рәүештә ҡыймылдауы кеүек сифаттар белдерә. Быҙауларға бер аҙна ҡалғас, имсәктәренән ыуыҙ тама.
Тыуасаҡ быҙауҙы һәм инәһен урынлаштырыу өсөн бүлмәне таҙартырға, дезинфекция яһап, иҙән­гә ҡалын итеп һалам, ағас онтағы йә­йергә кәрәк. Үтәнән-үтә ел өргән тишектәрҙе ҡаплау мөһим. Һыйыр быҙаулағанда уға ҡамасау­ламаҫҡа, бары тик арты менән сте­наға яҡын ятмаһын өсөн күҙәтергә генә кәрәк. Юғиһә быҙауын имгәтеүе мөмкин. Әгәр быҙауҙың мороно килеп сыҡҡанда яралғы ҡыуығы тишел­мәгән булһа, тиҙ генә уны ҡайсы менән киҫеп ебәрегеҙ. Быҙауҙы инәһенә яларға бирергә кәрәк. Бындай ҡаты массаж быҙауҙың яҡшы үҫеүенә булышлыҡ итә, уның стресын алып ташлай һәм ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа ла ярҙам итә.
Һыйыр быҙауын яламаһа, уны тиҙерәк урынынан сығарырға, ентекләп һөртөргә, тәненә һалам жгут менән массаж яһарға, ә һуңынан йылы ергә урынлаштырырға кәрәк. Һыйыр ауыр быҙаулап, быҙауҙа тын алыу сифаттары булмаһа, танауынан һәм ауыҙынан лайлаһын алып ташлап, яһалма һулыш эшләгеҙ. Яй ғына күкрәк ситлегенә баҫалар.
Һуңынан

Быҙаулағандан һуң йәрәхәт ҡал­ма­һын өсөн һыйырға сәғәт-сәғәт ярымдан һуң әҙерәк тоҙло йылы һыу эсерергә онотмағыҙ. Сыуыны сыҡҡа­нын да тикшереп торалар. Нормала ул 1,5-2 сәғәттән һуң айырыла. Ҡай­һы берҙә сыуын берәй тәүлеккә тот­ҡар­лана. Бында бер ниндәй ҙә ҡур­ҡыныс юҡ. Әммә ветеринария бел­гесе ҡатнашыуы кәрәк. Һыйыр үҙе­нең сыуынын ашаған осраҡтар ҙа була. Был хәлдең төп сәбәбе — һыу һорай. Һыуһынын ҡандырыр өсөн бер биҙрә тоҙло һыу бирергә кәрәк.
Тыуғандан һуң беренсе осорҙа быҙауҙар микроклиматҡа бик талапсан була. Шуға күрә улар өсөн әҙерләнгән урын йылы, ҡоро һәм яҡты булырға тейеш. Темпе­рату­раның киҫкен үҙгәреүе бик зарарлы. Юғары һауа дымлылығы, дымлы стеналар, еүеш иҙән, һалҡын бетон йәки тимер ҡойма — былар бөтәһе лә быҙауҙың тәнен артыҡ һыуытып ебәреүгә килтерергә мөмкин.

Ваҡытында ашатығыҙ

Тыуғас та быҙауҙарҙың ауырыу­ҙарға бирешмәүсәнлеге бик түбән, сөнки уларҙың ҡанында ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы үлтерә алырҙай иммун матдәләр юҡ. Организмында иммунитет ыуыҙ эсеү һөҙөмтәһендә үҫешә. Тыуған быҙау 1-1,5 сәғәттән һуң аяғына баҫырға тырыша. Был саҡта уға беренсе тапҡыр бер-ике литр ыуыҙ эсерергә кәрәк. Беренсе дүрт-биш көндә быҙауҙарҙы имеҙеү тәүлегенә өс тапҡырҙан да кәм булмаһын, ә хәлһеҙерәктәренә хатта алты тапҡырға тиклем эсерергә кәрәк. Йәш быҙауға яңы ғына һауылған (35-37 градус) ыуыҙ һөтө эсереү яҡшы. Әгәр һыуынған булһа, әҙерәк йылытып алығыҙ. Ә инде быҙау үҙе эсә белмәһә, өйрәтегеҙ: ҡулығыҙҙы йыуып, таҙа бармағығыҙҙы ҡаптырығыҙ, бармағығыҙҙы алмай ғына моронон ыуыҙға тығығыҙ. Имә башлағас та, бармағығыҙҙы тартып алығыҙ. Быҙау эсеүен дауам итер. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был алымды беренсе көн эсергәндә генә ҡулланырға була.
Яңы тыуған быҙауҙың ашҡаҙан йөйҙәре насар үҫешкән, шуға күрә ул һөт аҙыҡтары ғына ҡуллана ала. Ике аҙнанан һуң ашҡаҙан үҫемлек аҙыҡ­тарын эшкәртергә ҡулайлаша. Был ваҡыттан рационына бесән, туҡлыҡлы һәм һутлы аҙыҡтар өҫтәргә мөмкин.
Быҙау йонсоу тыуғанда, һыйырҙың ыуыҙы туйҙырмаһа, игеҙәк быҙау булһа, бигерәк тә беренсе (тәүге) быҙаулаған тана һөтө аҙ булһа, башҡа таҙа малдың яңы ғына һауылған һөтөн бирәләр. Бының өсөн бер литрға өс тауыҡ йомортҡаһы ҡушып, ике балғалаҡ аш төҙө өҫтәп, ныҡ итеп болғаталар. Һис юғы, ошо күләмдәге йылы һыуға ике ҡалаҡ тоҙ, ике йомортҡа һалһаң да була. Шулай итеп, яһалма ыуыҙ һөтө килеп сыға. Хәҙер һатыуҙа “Гаврюша” тип аталған витаминлы минераль өҫтәмәләр ҙә бар. Алты-ете көндән һуң уларҙы бирһәгеҙ, быҙауҙың хәле яҡшырыр. Әйткәндәй, был өҫтәмәләр башҡалар өсөн дә бик файҙалы.
Кәңәштәргә өҫтәп шуны ла яҙып китәйем: имән ҡайырыһы быҙауҙың эсе киткәндә бик файҙалы. Ҡабыҡты йәш имәндән яҙын, ботаҡтарҙа һут йүгергән саҡта һыҙырып киптерәләр. Ҡатнашма әҙерләгәндә уны ваҡлай­ҙар, бер литр һыуға 80—100 грамм иҫәбенән һалып, ун минут ҡайна­тырға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр берәр стакан һөт бирер алдынан ас ҡарынға эсерәләр.

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
ветеринар, хеҙмәт ветераны.


Хәйбулла районы,
Һамар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500