Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемгә кәрәк тәмле ҡыяр?
Кемгә кәрәк тәмле ҡыяр?Төбәктә “Эш башлаусы фермер”, “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптәр малсылыҡ тармағын һайлаһа, Һаҡмар ауылы эшҡыуары Флүр Мырҙаханов йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Туймазы ра­йонында үткән семинарҙа ҡатнашып, теплица бизнесы серҙәренә төшөнә, райондың данлыҡлы йәшелсәселәре Латиповтарҙан ҡыяр үҫтереү буйынса төплө кәңәштәр ала. Тыуған яғына дәртләнеп ҡайта ул, күптән күңел түрендә йөрөткән хыялының тормошҡа ашыуына һөйөнә генә.
Ауылдың буш торған ырҙын табағы биләмәһен ҡуртымға ала, бында уның ике гектар ере бар, йылға буйынан йәнә 17 гектар урын ала. Киләсәктә унда емеш ағастары ултыртырға хыяллана. “Килер бер көн, ағастарым шау баҡсаға әйләнеп, төрлө емеш-еләк бирер”, — ти әңгәмәсем.
Флүр Зөфәр улы бер миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын файҙаланып, бөтәһе һигеҙ теплица төҙөп ултырта, бының өсөн Магнитогорск ҡалаһының “Росстрой” фирмаһы менән килешеү төҙөй. Заманса материалдан – поликарбонаттан эшләнгән теплицаның икәүһе – өй эргәһендәге баҡсала, ҡалғаны ҡуртымға алынған биләмәлә урынлашҡан. Йорт янындағылары үҫенте ултыртыу өсөн файҙаланыла.
Беҙ барғанда эшселәр ҡыяр үҫентеләрен күсереп ултырта ине. Әйткәндәй, теплицаларҙың һәр береһе үҙенсәлекле ысул менән йылытыла. Мәҫәлән, берәүһендә йылылыҡ түтәл аҫтынан махсус ҡоролма ярҙамында бирелә, икенсеһендә һаламды күпләп түшәп хәл итәләр проблеманы. Ҡайһы бер үҫентеләр тупраҡҡа ултыртылһа, икенселәре махсус тоҡтарҙа үҫәсәк.
Әлегә эшҡыуар ҡыяр үҫтереүҙең бөтә алымдарын һынап ҡарап, киләсәктә иң отошлоһона туҡталырға уйлай. “Беҙҙең тәбиғәт шарттарын Туймазы районыныҡы менән сағыштырып булмай. Шуға күрә һәр деталде төптән уйлап, һауа шарттарын иҫәпкә алып эшләргә кәрәк. Һалам түшәүҙең дә отошло яғы бар, сөнки ул – тәбиғи энергия сығанағы, серегәндә йылылыҡ бүлеп сығара. Икенсенән, серегән һалам — бик яҡшы ашлама ла. Йәйен ҡыяр үҫтереп кенә байып булмаясаҡ әлегә, әммә йыл әйләнәһенә үҫтергәндә, табыш алырға мөмкин. Киләсәккә пландар ҙур: бер теплицаға петрушка, укроп, һуған ултыртырға, икенсеһенә — ҡыяр, помидор. Шул саҡта халыҡты йыл әйләнәһенә үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы йәшелсә менән тәьмин итергә мөмкин”, — тине Флүр Мырҙаханов.
Тиҙҙән баҙарға Баймаҡ ҡыяры сығарылһа, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, һатып алығыҙ, рәхәтләнеп ауыҙ итегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489