Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүҙәнә лә ҡысҡыра:“быт-был-дыҡ...”
Бүҙәнә лә ҡысҡыра:“быт-был-дыҡ...”Төбәк хужалыҡтары өсөн яҙғы сәсеүҙең үҙенсәлеге шунда: баҫыуҙарҙа күп кенә яңы һәм заманса техника эшләй, һуңғы йылдарҙа машина паркы байтаҡ ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы менән байыған. Шөкөр, был юҫыҡта эш әле лә дауам итә.
– Баҫыуҙарҙы юғары етештереүсәнле техника иңләгәс, был сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы итеп тамамларға мөмкинлек бирә, – ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урын­баҫары Рим Хисмәтулла улы Ноғоманов. – Игенселәргә 60 меңгә яҡын гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу бурысы тора. Элиталы орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡ тейешле күләмдә әҙерләнгән. Тәбиғәт шарттары йылы көндәре менән шатландырһа, төбәк аграрийҙары һабан эштәрен тиҙ арала теүәлләргә иҫәп тота.
Сәсеүгә тәүгеләрҙән булып төшкән “Ҡыҙаш” хужалығының биш меңдән ашыу гектар һөрөнтө ере бар, бында пай ерҙәрен уңышлы файҙаланалар. Бөгөн ауыл эшсән­дәре ҙур ихласлыҡ менән баҫыуҙарҙа тир түгә – арпа, бойҙай, һоло, көнбағыш сәсеү дауам итә. Шәкәр сөгөлдөрөнән йыл һайын мул уңыш алғас, быйыл ул культура 300-гә яҡын гектарҙа сәселәсәк. Игенселәр әле сәсеү майҙа­нының 80 процентында эште тамамлаған да инде.
Көҙҙән сәсеп ҡалдырған ужым баҫыуҙары 450 гектарҙы биләй. Баш агроном Вәкил Латипов белдереүенсә, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, үҫентеләр бөгөн йылы ҡояш нурҙары аҫтында дәррәү күтәрелә. Бынан тыш, баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә өҫтәмә туҡландырыу үткәрел­гән. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа хужалыҡта минераль ашлама ҡулланыуға ҙур иғтибар бирелә.
Бүҙәнә лә ҡысҡыра:“быт-был-дыҡ...”– Заманса техника, алдынғы техноло­гия­ларҙан башҡа үҫемлекселектә ҙур уңышҡа иҫәп тотоп булмай, – ти “Ҡыҙаш” хужалығы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Риян Рәдиф улы Латипов. – Әлеге хәҡи­ҡәтте аңлау ғына аҙ, уны көндәлек эш­мәкәрлектә ҡағиҙәгә әйләндереү зарур.
Матди-техник базаны яңыртыу маҡса­тында һуңғы осорҙа 15 миллион һумлыҡ ауыл хужа­лығы машинаһы, шул иҫәптән “Флексикойл” сәсеү комплексы һатып алынған. Бы­йылғы ялан эштәрендә бөтәһе дүрт сәсеү аг­регаты, бынан тыш заманса комплекстар ҡатнаша. Бөгөн нәҡ ошо ҡеүәтле техника сәсеү эшендә әйҙәүсе көс булып тора ла инде.
Үҙ эшенең оҫталары булып танылған механизаторҙар Руслан Әхмәтшин, Фәнил Әхмәҙиев, Фәнзил Аҫылгәрәев менән Раил Ғәлләмов иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙа тырышлыҡ күрһәтә. Ялан батыр­ҙарын орлоҡ менән тәьмин итеүҙә води­телдәр Азат Буранбаев менән Динар Чапаев ҙур көс һала. Шуға ла тотҡарлыҡтар һис юҡ, эш гөрләп бара.
Көнбағыш үҫтереүгә лә иғтибар көслө, был тармаҡта ла техника яңыртылып торола. Атап әйткәндә, бер нисә йыл элек орлоҡто теүәл нормала күмдергән ТСН-4,5 маркалы сәскес һатып алынған булһа, быйыл шундай уҡ яңы агрегат өҫтәлгән. Әлеге техникала көнбағыш сәсеү механизаторҙар Илдар Мөф­тә­хов менән Әсғәт Кашаповҡа йөк­мәтелгән. Баҫыуҙа эшсәндәре көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән.
Әле хужалыҡ буйынса уртаса эш хаҡы 15-16 мең һум тәшкил итә. Ә инде ҡыҙыу миҙгелдә уңғанлыҡ күрһәткәндәр эш һөҙөмтәләренә ҡарап, өҫтәмә түләүгә дәғүә итә ала. Бынан тыш премиялар, социаль түләүҙәр ҡаралған. Етәкселек белдереүенсә, теләгәндәргә ял йорттарына йүнәлтмә лә бүленә икән. Шәхси ихатаһында мал аҫрағандар бушлай бесән-һалам менән тәьмин ителә, эш хаҡына быҙау алыу мөмкинлеге лә бар. Ә инде пай ерҙәре менән файҙаланған өсөн хужаларына берәр тонна ашлыҡ бирелә, бынан тыш һалымын да түләйҙәр. Бөгөн хужалыҡта дүрт ауылдан 200 кеше эш менән мәшғүл.
Бүҙәнә лә ҡысҡыра:“быт-был-дыҡ...”— Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары уңайлы һәм яҡшы булһын өсөн барыһын да булдырырға тыры­шабыҙ, сөнки уларҙың уңғанлығы арҡаһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ ҙә инде, — ти Риян Латипов. — Тик ололарға алмашҡа йәштәрҙең булмауы ғына ҡайһы саҡ бәкәлгә һуға, белгестәр ҙә етешмәй.
Етәкселек шулай уҡ, меха­низаторҙарҙың да талап ителеүен билдәләп, “беҙгә эшкә килеүселәр булһа, ҡуш ҡуллап уларҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин итер инек” тигән теләк еткерҙе.
Малсылыҡ тармағы ла бында ныҡ үҫешкән. 1700 баш симменталь то­ҡомло һыйыр малы аҫрала, 600-ө – һауын һыйыры. Дүрт тоннаға яҡын сифатлы әҙер продукцияны “Уфамолгорзавод” йәмғиәтенә тапшыралар икән. Шулай уҡ йылҡы, һарыҡ та тоталар. Бөгөн ҡурала бер мең­дән ашыу ҡуй иҫәпләнә. Һөтсөлөк фермалары заманса йыһазлан­дырылған, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Ҡеүәтле һыуыт­ҡыстарҙа һаҡланған продукция сифатын юғалтмайынса ғына ҡул­ланыусыларға барып етә.
Әле малдар хужалыҡтың заманса йыһазланды­рылған дүрт йәйге лагерында тотола. Һауынсылар Фәй­рүзә Ғилуанова менән Гөлнур Фәт­тәхова, көтөүсе Әмир Әхмәтйәнов – малсылыҡ тармағында һыналған эшсәндәр.
Хужалыҡтың ҡошсолоҡ ферма­һын­да тағы ла дүрт меңдән ашыу тоҡомло ҡаҙ бар. Үҙҙәренең инкубаторы ла булғас, бында ҡаҙ йомортҡаларынан бәпкә баҫтырып, һатыуға ла сығаралар. 8-10 көн эсендә, мәҫәлән, өс меңдән ашыу бәпкә донъяға килә икән. Күмәртәләп һатып алыусылар менән ике яҡ өсөн дә уңайлы килешеүҙәр төҙөлгән, себештәрҙе һатыу буйынса хәл ителмәҫтәй мәсьәләләр тормай, ти белгестәр. Бынан тыш, сифатлы про­дукция артынан тирә-яҡ ауыл­дарҙан да киләләр. Тәжрибәле ҡошсо Зарема Йәркәева бөгөн был тармаҡты артабан үҫтереү өҫтөндә ныҡышмалы эшләй.
Бүҙәнә лә үрсетәләр был йәмғиәттә, әле биш мең ҡош көн һайын йомортҡа һала. Күптәр өсөн тәмле ризыҡ һаналған ризыҡ ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, шуға ла уны һатыу яҡшы ҡуйылған. Ҡатнаш аҙыҡ етештереү цехы булғас, ҡоштарға аҙыҡ етерлек.
Бүҙәнә лә ҡысҡыра:“быт-был-дыҡ...”— Шөкөр, республикаға күрһә­тер­лек ҡаҙаныш­тарыбыҙ ҙа, башҡа­ларға өлгө булырлыҡ һөҙөмтә­лә­ребеҙ ҙә бар, ә был уңыштарға бары тырыш эшсәндәрҙең хеҙмәте менән генә ирешергә мөмкин бит, — ти хужалыҡ рәйесе Риян Латипов.
Ысынлап та, “Ҡыҙаш” хужалы­ғында булғандан, уларҙың эшмәкәр­леге менән танышҡандан һуң, мин ирекһеҙҙән Совет осорондағы колхоз-совхоздарҙы иҫкә төшөрҙөм. Уңған, бөтмөр һәм эште ойоштора белгән хужа булған саҡта, әлбиттә, һәр заманда ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487