Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тимер ирей ҡулында
Тимер ирей ҡулындаТап шулай тип әйтә уның хаҡында ауылдаштары. Ысынлап та, Хөрмәт Баймөхәмәтов бала саҡтан тимер эшенә маһир. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән бесән сапҡыс, йыйғыс, өйгөс ҡоролмалары барыһын да хайран итә. Бала саҡтан атайһыҙ ҡалған егеткә хужалыҡтағы барлыҡ эште башҡарырға тура килә. Ҡайһы саҡта йәйәүләп, бәғзе осраҡта кемдеңдер арбаһында бесәнгә барған саҡтарында, ҡышҡа етәрлек утын әҙерләгән ваҡытта Хөрмәттең тик бер хыялы ғына була: “Тиҙерәк ҙурайып, трактор һатып алып, уның ярҙамында бесән эшләргә”. Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ, тигәндәй, бөгөн геройымдың хыялдарының барыһы ла тормошҡа ашҡан.
Ихатаһында “МТЗ” тракторы һәм сит ил машинаһы урын алған. Тракторға үҙ ҡулдары менән эшләгән “КУН”-ды нығытып ҡуйған. Тәү ҡарашҡа һатыуҙыҡынан бер нимәһе менән айырылмаған ҡоролманы Хөрмәт Ғәлим улы ҡыш көндәрендә эшләй. Магнитогорск ҡалаһынан күмәртәләп кәрәкле тимер кәрәк-ярағы, штеллер һатып ала.
– Мал кәртәгә ингәс, ошо оҫтаханала тимерселек эшенә тотонам, – ти алтын ҡуллы оҫта. – “КУН-10” тип атала үҙем эшләгән ҡоролма, уның эсенә тейәгес (көрәк), күтәрткес инә. Күберәк бесән эшләү өсөн ҡулайлаштырылған, шунлыҡтан уны фермерҙар үҙ итә. Бер ҡоролманы эшләү өсөн ике аҙна самаһы ваҡыт китә. Ҡыш буйына алты-һигеҙ ҡоролма эшләп өлгөртәм. Көҙҙән эшләгәнде һигеҙ тонна фуражға алмаштырҙым, мал көткәс, уныһы ла кәрәк.
Әйткәндәй, уңған хужаның ҡураһында күпләп һыйыр малы аҫрала, йылҡыһы ла бар. Ҡайһы берәүҙәр кеүек быҙауҙарын алыпһатарҙарға тапшырмай, ә ашатып, ҙурайтып һата. Ҡыш йәше саҡ тулған тананан 60 мең һумлыҡ табыш алған. Ул аҡса бесән әҙерләү өсөн яғыулыҡ һатып алыуға тотоноласаҡ. “Ең һыҙғанып эшләгәндә генә ауылда матур, етеш йәшәргә була. Балаларҙы ла уҡытырға кәрәк. Быйыл ҡыш бауыры оҙон булды, күптән түгел күрше Әбйәлил районына бесән алып барҙым, тиҙҙән тиреҫ һатыуға тотонам”, – ти Хөрмәт Баймөхәмәтов.
Нисә тапҡыр ҡабатлаһаҡ та, “Йүнсел йүнен табыр” тигән әйтемдең мәғәнәһе иҫкермәй, сөнки тап уңғандар менән ауыл йәшәй, ғаиләләр ныҡлы, балалар ҡараулы була. Һатып алыусылар оҫтаны үҙе таба, быға Интернет та, берәүҙәрҙең рекомен­дацияһы ла булышлыҡ итә. “Күберәк эшләгән әйберҙәр Силәбе өлкәһенә һатыла, – ти хужа. – Бер ҡыҙыҡ хәл булды. Ауылдаш егет ҡоролма эшләп биреүҙе һорағас, хаҡын бер аҙ төшөрөп һатырға булдым. Имеш, ул аҡсаһын миңә түләргә теләмәй, күрше ауылдан барып, “КУН” һатып ала. Аҙаҡ күрһәтергә алып килгәс, минеке икәнлеге асыҡланды”. “Нисек таныйһығыҙ үҙегеҙҙеке икәнен? Берәй төрлө логотип ҡуяһығыҙмы?” – тип һорауыма ул, йылмайып: “Әлбиттә! Үҙ эшеңде беләһең инде, билдәм дә бар, һәр саҡ ҡыҙыл төҫкә буяйым, һары менән логотип формаһын төшөрәм. Ҡайһы ваҡыт, магазиндыҡы бит, тип һатыулашып та ҡуялар. Күрәһең, һатыуҙыҡы кеүек эшләйемдер”, – тип шаяртты геройым.
“Сауҙаныҡы түгелме?” тип һорау үҙе үк яҡшы реклама. Тимәк, тимергә йән өргән Күсей ауылы оҫтаһының даны күрше ауылға ғына түгел, сит өлкәләргә лә яҡшы таныш. Әйткәндәй, бер “КУН”-дың хаҡы 50 мең һум тора, ә магазинда – 100 меңдән ашыу.
Оло маҡсат менән йәшәгән геройым көнләшеүселәргә, аяҡ салыусыларға иғтибар итмәҫкә тырыша. Тормошта мал, донъя артынан ҡыуырға ла тырышмай ул: ғаиләһе менән Сибайға бассейнға, Боҙ һарайына коньки шыуырға, театрға йөрөй, туғандары өсөн оло терәк, рухи таяныс та ул. Ҡасандыр йәйәү йөрөп бесән сапҡан үҫмер бөгөн бар эште техника менән башҡара икән, ошо уҡ матур йәшәү өлгөһө, хыялдың тормошҡа ашыуы түгелме һуң?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 311

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 484