Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телеңде йоторһоң...
Телеңде йоторһоң...Кондитер цехы асып, тирә-яҡ ауылдарҙы ғына түгел, күрше район, ҡалаларҙы, хатта сит өлкәләрҙе лә төрлө тәмлекәстәр менән тәьмин итеүсе шәхси эшҡыуарҙар бөгөн бихисап. Был өлкәлә дәғүәселек көслө, уны һәр кем яҡшы аңлай, шуға ла үҙ продукцияһын сифатлы, тәмле итеп етештерергә, арзан хаҡҡа тәҡдим итергә тырышалар. Халыҡ та тәм-томдо һайлап, күңеленә оҡшағанын һатып ала.
Сиҙәм ҡасабаһында йәшәүсе Вәлижон Назаровты аяғында ныҡлы баҫып тороусы эшҡыуарҙарҙың береһе тип атарға иртәрәк кеүек. Бынан бер йыл самаһы элек ул “Әлмөхәмәт” станцияһындағы ауыл элеваторының икмәк бешереү цехын ҡуртымға алған. Ташландыҡ бинаны ремонтлауға күп кенә сығым да түгә, әммә, тәмлекәс етештереү теләге көслө булғас, бөтөн ауырлыҡты ла еңеп сыға. Бөгөн эшҡыуар халыҡ араһында абруй, ихтирам яулап өлгөргән. Вәлижондың үҙ һатып алыусылары бар, заказдары ла ярайһы ғына күп.
– Шөкөр, эшем үҙемә – йәм, халыҡҡа тәм килтерә. Ә яратҡан шөғөлөң ләззәт, табыш бирһен өсөн күп көс һалырға кәрәк, – ти эшҡыуар. – Әлбиттә, тәүҙә ауырға төштө, әммә хәҙер өйрәнеп алдыҡ. Һуңғы мәлдә буш ваҡыт бик һирәк эләгә, ғаиләгә лә иғтибар аҙ, тик өйҙә мине яҡшы аңлайҙар.
Вәлижон 2002 йылда Ташкент ҡалаһындағы юғары кулинария бизнес-мәктәбен уңышлы ғына тамамлап, кондитер дипломын ала. Бала саҡтан кондитер булыу хыялы менән янған егет уҡыуҙан һуң төрлө фирмала эшләй, оҫталығын арттыра, күп төрлө аш-һыу әҙерләргә өйрәнә, 4-се разрядҡа эйә була.
2005 йылдың йәйендә Вәлижон, бер туған ҡустыһын һәм һеңлеһен эйәртеп, Башҡортостанға, Әбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһына әсәһе янына ҡунаҡҡа килә. Үзбәк балаларын Әбйәлил районының тәбиғәте, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, ябайлығы әсир итә, шуға ла улар бында төпләнергә була. Вәлижон урындағы шәхси эшҡыуарҙың кондитер цехына эшкә урынлаша. Тәүҙә төрлө торт, кекс, печенье әҙерләй. Һөнәрен яҡшы белгән үзбәк егете аҙаҡ, үҙе генә белгән рецептарҙы ҡулланып, башҡорттарға бөтөнләй ят татлы ризыҡ бешерә башлай. Уның быға тиклем беҙҙең яҡта булмаған тәмле лә, сифатлы ла аҙығын һатып алыусылар тәүге көндән үк үҙ итә, яратып ала башлай.
Бер нисә йыл шәхси эшҡыуарҙа эшләгәндән һуң Вәлижон үҙе кондитер цехы асырға була. Әлбиттә, уның был изге ниәтен туғандары ла, дуҫтары ла хуплай. Һеңлеһе Надя ла ағаһының башланғысына ихлас ҡушыла. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, бер туған Назаровтар ҡуртымға алған бинаға үҙ ҡулдары менән матур итеп ремонт яһай, элекке ҡорамалдарҙы көйләп, бер ай эсендә кондитер цехы асып ебәрә...
Бөгөн Вәлижондың күңеле тыныс, сөнки эше ырамлы бара, аҙмы-күпме табыш та килтерә. Бала саҡ хыялы ла тормошҡа ашҡан: татлы, тәмле ризыҡтар – көн һайын өҫтәлдә, һатып алыусылар ҙа бары тик рәхмәт һүҙҙәре еткерә. “Назаров” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте конкуренцияға бирешмәй эшләй, һатып алыусыларын тик сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итә.
– Кондитер булып ир-егет кенә эшләргә тейештер ул, сөнки тоҡ-тоҡ онон да күтәрергә кәрәк, ҡамыр баҫыу ҙа күп көс, таһыллыҡ талап итә, – ти Вәлижон Назаров.
Кондитер аҙыҡтары баҙары бөгөн бик бай, һәр кем үҙенә оҡшағанын, хаҡына ҡарап, һайлап ала. Халыҡ хәҙер продукцияның сифатына ла, биҙәлешенә лә иғтибар итә, сөнки һәр кемдең өҫтәлендә матур ризыҡ күргеһе килә. Ә Вәлижон етештергән тәм-том барлыҡ талаптарға яуап бирә, шуға ла күмәртәләп һатып алыусылар тап уның продукцияһына күҙ төбәй. Әле цехта биш кеше эшләй, һәр береһе махсус белемгә эйә. Улар бөтәһе 11 төр ризыҡ етештерә, бынан тыш, икмәк-булка изделиелары һатыуға сығарыла. Бешергән тауар халыҡҡа ваҡытында барып етһен өсөн Вәлижон бер водителде эшкә йәлеп иткән, продукция цехта оҙаҡ ятмай. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: етештереүҙә фәҡәт Әбйәлил ауылдарынан йыйып алынған май, йомортҡа, бал ҡулланыла, ә он күрше Силәбе өлкәһенән килтерелә.
– Беҙҙең өсөн ял да, байрам да юҡ. Айырыуса туй, юбилей кеүек сараларға тәм-томға күпләп заказ бирәләр, – ти Вәлижондың ҡатыны Азиза. – Улар беҙгә ҙур ышаныс, өмөт менән мөрәжәғәт иткәс, бер һорауҙы ла үтәмәй ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Эш булһын ғына тип торабыҙ, сөнки бар тапҡан-таянғаныбыҙ ошо шөғөлдән бит.
Азизаны тағы ла ауыл ерендә эскелектең тамыр йәйеүе борсой. “Хәмергә бирелгән ир һәм ҡатындарҙы саҡырып та ҡараным, әммә улар эшләргә теләмәй, балалары аслы-туҡлы йөрөй”, – тип көйәләнә ул.
Әле Вәлижон Назаров үҙ магазинын асырға, кондитер цехын киңәйтергә уйлай. Күптән түгел хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү маҡсатында сит илдә етештерелгән миксер һатып алған, башҡа шундай ҡорамалдар булдырырға ла ниәтләй.
– Тырышһаң, эш алға бара ул, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк, – ти Вәлижон. – Башлап ебәреү өсөн хатта бала пособиеһын да тотонорға тура килде. Район хакимиәтенә лә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәтлемен.
Самат ҒӘЛИН
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494