Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәүкәштәргә дан йырлайыҡ
Һәүкәштәргә дан йырлайыҡ
Һәүкәштәргә дан йырлайыҡ
Һәүкәштәргә дан йырлайыҡ
Ҡайҙа, әллә Һиндостандамы, тип ғәжәпләнмә, хөрмәтле гәзит уҡыусым, хәҙер ауылдарҙа йәшәгәндәр үҙҙәренең бөйрәкәйҙәрен дан йырлап, һөйөп-ҡәҙерләп кенә аҫрай. Ни өсөн тиһеңме, үҙең төшөнөрһөң хәҙер. Таштуғай ауылы уңғандары хаҡында булыр һүҙем.

“Һөт тапшырып көн күрәбеҙ”

Шулай тип ҡаршыланы беҙҙе таштуғайҙар. “Ҡайҙа, кемгә тап­шыраһығыҙ?” – тигән һора­уыма: “Миләүшә киленгә!” – тигәстәр, киттек уңған киленде эҙләп. Зөлҡәрнәевтәрҙе табыуы ауыр­ҙан булманы, сөнки улар яңыраҡ ҡына ҙур йорт күтәреп ултыртҡан, урамда һөт ташыған “Лада Ларгус” машинаһының тышта тороуы ла йорт хужаларының өйҙә булыуын аңғартты.
Миләүшә менән Данис Зөлҡәр­нәевтәр халыҡтан һөт йыйып, уны Ырымбур өлкәһенә илтеп тапшыра. Миҙгелле шөғөл бу­лыуға ҡарамаҫтан, һөт тапшырыу – табышлы тармаҡтарҙың бе­реһе, ти уңғандар. Бигерәк тә ауыл халҡы өсөн отошло, сөнки уларға “тере” аҡсаның ҡулдарына кереүе бик күп проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итә. Егәрле хужабикәләр айына 15–20 мең һум аҡса эшләй.
Әйткәндәй, Зөлҡәрнәевтәр үҙҙәре лә малсылыҡ менән шөғөлләнә, хужалыҡтарында ун баш һауын һыйыры бар, башмаҡ- быҙауҙары байтаҡ. Ғаилә башлығы күберәк мал-тыуар менән шөғөлләнһә, хужабикә үҙе рулгә ултырып, күрше Баҡалы, Әҙел, Яңы Украинка ауылдарына һөт йыйырға сыға. “Ҡояш ҡалҡҡанда торабыҙ”, – тип йылмая Зөлҡәрнәевтәр. Йәй балалары ярҙамлаша, улдары Ғайсар каникул буйы әсәһенә һөт күнәктәрен күтәрешеп, янында булышып йөрөһә, ҡайтҡас, ҡыҙҙары уларҙы йыуып, һыуыҡ һыу менән бер нисә тапҡыр сайҡатып, таҙалап ҡуя.
– Ауыл халҡының күҙ төбәп торғаны – мал, шуға күрә унан табыш алыуҙың һәр ысулына бик һаҡ ҡарайҙар. Һөт йыя башлағас, тәүҙәрәк күптәре “йүнләп аҡса түләрме” тигән кеүек шикләнеп ҡараһа, хәҙер барыһы ла беҙҙе көтөп кенә тора. Бигерәк тә һөттөң сифатына иғтибарлы булыу кәрәк, бәғзе хужабикәләр аҡҡа һыу ҡушыуҙан да тартынмай. Шуға күрә продукцияның сифатына ҡарап түләү зарурлығы тыуҙы, бының өсөн һөттөң ҡуйылығын үлсәү өсөн махсус прибор һатып алдым, хәҙер һәр кемдән аҡты үлсәп, сифатын билдәләп, яҙып алам. Кешеләр үҙҙәре лә күнекте, элекке кеүек “шаяртыуҙар” осрамай. Апрель айынан башлайбыҙ эште, бына яңыраҡ ҡына һөт йыйыуҙы туҡтаттыҡ. Халыҡтан бер литрын 13 һумдан алам, көнөнә 50 литрҙан ашыу тапшырған хужабикәләр бар. Үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ инде айына күпме “тере” аҡса ҡулдарына эләккәнен. Иң мөһиме – ауылдаштар ҡәнәғәт, үҙемә лә эшем оҡшай, – ти Миләүшә Зәйнулла ҡыҙы.
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн көн һайын рулдә әллә күпме саҡрымдарҙы үтеүе еңелдән түгел. Бензинға ла байтаҡ ҡына сығым китә, әммә ҡул ҡаушырып өйҙә тик ултырғандан аҡса килмәй. Район үҙәгендә һөт тапшырыу өсөн махсус пункт булмауы ла оло мәшәҡәттәр өҫтәй, кемдер һөттө күрше Йылайыр районының Яманһаҙ ауылына йәки Ырымбур өлкәһенең Ерекле ауылына тапшырырға мәжбүр.
Тырыш ауылдаштарының эшен күреп, күршеләре лә һөт йыйыу буйынса үҙ эшен асҡан. Бер ауылдан ике кешенең халыҡтан һөт йыйыуы үҙ-ара конкуренция тыуҙырманымы, тигән һорауыма Зөлҡәрнәевтәр тыйнаҡ ҡына йылмайып: “Юҡсы, беҙҙең үҙ клиенттарыбыҙ бар”, – тип яуапланы.
Күп балалы ғаилә булараҡ, Зөлҡәрнәевтәр “Ауылды үҫтереү”, “Ишле ғаиләләргә торлаҡ сертификаты” республика програм­маһына ярашлы субсидия алыуға өлгәшкән һәм ҙур йорт төҙөгән. Әлегә уның эске эштәре генә ҡалған, яҙ башынан яңы йортта өй туйларға йыйына ишле ғаилә.
Алдағы пландарға килгәндә, Зөлҡәрнәевтәрҙең уй-ниәттәре бик ҙур. Ташыу өсөн махсус транспорт һатып алып, халыҡтан һөт йыйыуҙы тағы ла киңерәк йәйелдерергә, мал һанын арттырырға йыйыналар.

Итләтә һатыу файҙалыраҡ

Кемдер һөт һатып табыш алһа, икенселәр өсөн ит һатыу файҙалыраҡ. Зариф Абдуллин малды һимертеп, иткә тапшырыу яҡшыраҡ тигән фекерҙә.
– Электән совхозда фермала эшләгәс, минең өсөн мал-тыуар аҫрау ауыр түгел, – тип башланы һүҙен сираттағы геройыбыҙ. – Егермегә яҡын һыйыр малы, йылҡыларым һәм байтаҡ ҡына һарығым бар. Һарыҡтарҙы күберәк Ҡорбан байрамы алдынан килеп алып китһәләр, йәйгеһен күпселек Ырымбур тарафтарына оҙатабыҙ. Һыйыр малын итләтә һатам, баҙарға үҙем алып сыҡмайым. Унда барыу өсөн генә байтаҡ сығым кәрәк. Бер аҙ осһоҙораҡҡа тәҡдим иткәндә, шул уҡ сумманы килтереп сығарырға мөмкин. Үҙем “Таштуғай” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтендә эшләйем, бесән, фуражды хеҙмәт хаҡы иҫәбенә алам, шуға күрә шәхси хужалыҡта мал үрсетеү ауырға тура килмәй. Беҙ бала саҡтан мал ҡарап өйрәнгәнбеҙ бит инде.
Мал йәнле кешеләр генә шулай эшләй алалыр тигән фекергә килдем. Малды яҡшылап тәрбиә­ләргә лә кәрәк бит. Ҡатыны Гөлйемеш апай ҙа иренә бар яҡлап терәк һәм ярҙамсы. Уның һәр башланғысын хуплап, ярҙам­лашып тора. Балалары йәй көндәрендә көтөү көтөшә, бесән әҙерләй.

Быҙауҙары башмаҡтай

Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы быҙауҙарын Татарстандан килгән алыпһатарҙарға тапшыра башланы. Баштараҡ арыу ғына хаҡҡа быҙау алыусылар хәҙер арзанайтып, халыҡтан йәш мал йыйып, уны һимертеп, ҡиммәткә ҙур ҡалаларға һата. Ә бына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың Герой-әсәһе, ун балаға ғүмер биргән Зәйтүнә Мәжито­ваның был мәсьәләгә ҡарата үҙ фекере.
– Әле үҙем менән өйләнмәгән биш улым йәшәй, мал-тыуарҙы күпләп тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Быҙауҙарҙы осһоҙ хаҡҡа биргәнсе, үҙебеҙ кәртәлә бәйләп тотоп, яҡшылап ашата­быҙ. Йәштән уҙып, бер аҙ көрәйеп, ите тығыҙланғас ҡына һатабыҙ. Көр малды һатып алыусы һәр саҡ табыла. Һарыҡтарҙы тереләй һатыу файҙалыраҡ, сөнки уның йөнө, тиреһе үтемһеҙ, ә тереләй бер юлы китә, – ти тәжрибәле инәй.
* * *
Мал үҫтереп кенә йәшәгән ауыл халҡы һәүкәштәргә дан йырлаһа ла, һис яҙыҡ булмаҫ. Шулай ҙа бер хәҡиҡәтте онотмайыҡ – кем ялҡауланмай, йәйен-ҡышын мал ҡарарға йыбанмай, шуның ғына өҫтәле – мул, ашы – татлы, кеҫәһе тулы була. Үҙҙәре әйтмешләй, ҡояш ҡалҡҡанда тороп, эшкә тотонғандарға ғына Хоҙай бәрәкәт, көс һәм дәрт бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 758

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585