Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Нурис”тарға кем етә?!
“Нурис”тарға кем етә?!
– Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә тигәндәй, әле генә район үҙәгенән хәбәрселәр булып киткәйне, улар артынса бына һеҙ килдегеҙ, – тип ихлас ҡаршы алды “Нурис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Сәфәр һөтсөлөк фермаһы мөдире Риф Байбурин. – Рәхмәт инде, эшебеҙҙе күрә беләһегеҙ, баһалайһығыҙ. Ә беҙҙә тырыш, уңған халыҡ эшләй бит, шөкөр, республикаға күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа юҡ түгел.
Йәмғиәт төбәктә алдынғыларҙан һанала, бында, нигеҙҙә, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнәләр, шуға ла тоҡомсолоҡ эше яҡшы ҡуйылған. Ҡурала уларҙың һаны ишле, ҡара-сыбар тоҡомло 1150 баш һыйыр малы тотола, шуның 500-өн һауын һыйыр­ҙары тәшкил итә. Көтөүҙе йыл да йәш таналар менән тулыландырғас, төбәктә һөт етештереүҙә уларға тиңләшеүсе юҡ. Миәкә районының “Белое облако” һөт комбинатына көн һайын ауыл эшсәндәре литрын 22 һум менән 10 мең тонна аҡ ризыҡ оҙата. Комбинат үҙе килеп алғас, юлға сығым китмәй, түләүҙәр ҙә ваҡытында һәм тотҡар­лыҡһыҙ баш­ҡарыла. Айыртылмаған һөттөң сифаты юғары, шуға әҙер продукцияға баҙарҙа ихтыяж ҙур, башҡа тараф­тарҙан да килешеүҙәр төҙөргә тип киләләр был яҡтарға. Хужалыҡ ҡаҙнаһына ингән табыш хеҙмәткәр­ҙәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ремонт эштәренә, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
Бында шулай уҡ яһалма ҡасырыу эше һәйбәт ойошторолған. Махсус белемле белгес, таналарҙы ваҡы­тында тикшереп, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итә.
Сәфәр, Шишмә ауылдарынан 33 кеше эш менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, ауыл ере өсөн 15-20 мең һум, әлбиттә, бына тигән килем. Әммә етәкселек, махсус белемле йәш белгестәрҙең етешмәүен билдәләп, “ауыл ерен үҙ иткән егет-ҡыҙҙарҙы эшкә саҡырабыҙ” тигән теләген дә еткерҙе.
2011 йылда уҡ “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡтың һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, һәр фермала һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Малсылар ҙа буш ваҡыттарын йылы, уңайлы бүлмәлә үткәрә. Бынан тыш, һәр белгескә махсус эш урыны ла ҡаралған. Шуныһы һөйөнөслө: хужалыҡ киләсәктә мал һанын тағы ла арттырып, уларҙы 600 башҡа тиклем еткерергә күҙаллай. Ә ишле малды аҫрау өсөн тейешле шарттар кәрәк. Шуға ла етәкселек ике яңы һөтсөлөк фермаһы төҙөп ултыртҡан да инде. Яңы биналар заманса йыһазланды­рыласаҡ, тимәк, йәмғиәт һөт етеш­тереүҙе артабан да дауам итеп, район халҡын ғына түгел, ә республиканы ла сифатлы һөт менән тәьмин итәсәк әле.
– Хаҡлы ялдағы малсылар бөгөнгө эш шарттарын күреп, аптырап ҡалыр ине, моғайын. Һәр ерҙә заманса ҡорамалдар, ауыл хужалығы техни­каһы ҡул көсөн алыштырған бит. Рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала инде, – ти улар, ҡыуанып.
Әйткәндәй, йәмғиәттең техника паркы ла бай, йыл һайын тиерлек яңыртып торалар икән, уның өсөн етәкселек аҡса йәлләмәй.
“Нурис”тың ике мең гектар һөрөнтө ере лә бар. Баҫыуҙар буш ятмай, көҙ кукуруз, люцерна, ҡандала үләненән, һоло, иген культураларынан мул ғына уңыш йыйып алғандар. Ишле малға тейешле тәрбиә, мал аҙығы кәрәк­леген бында яҡшы аңлайҙар. Шуға ла йәй-көҙ ауыл эшсәндәре тырыш­лығы менән ихаталарҙағы силос соҡорҙары тулы, фураж хәстәрләнгән. Бесән-һалам хатта ике йылға етерлек итеп әҙерләнгән. Пайсылар менән дә етәкселек тотҡарлыҡһыҙ иҫәпләшә, һәр береһенә бишәр центнер мал аҙығы бүлеп бирелә икән. Бесән-һаламына иһә ҡытлыҡ кисермәй пайсылар.
45 йылға яҡын ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Риф Байбурин хеҙмәткәрҙәрҙең эшенән ҡәнәғәт, уларҙың һәр береһен маҡтап телгә алды. Баш зоотехник Гөлнара Ғатауллина ла 13 йыл инде ошо хужалыҡта хеҙмәт итә. Юғары белемле белгес, алдынғы һауынсылар Зинаида Бикбулатованың, Рафиҡа Юнысованың, Филзирә Хәлилованың эшен билдәләп, “бындай уңғандар булғанда йәмғиәт алдағы көндәрҙә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәсәк әле” тигән ышанысын белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584