Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташҡа йөрәк йылыһын өҫтәй
Ташҡа йөрәк йылыһын өҫтәйФуат ағай Байсурин менән йыш осрашыуға ҡарамаҫтан, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Хыялда ғына булһа ла һәр саҡ икебеҙ өсөн дә ҡәҙерле булған тыуған төйәккә ҡайтып әйләнеүҙе ғәҙәткә индергәнбеҙ, шулай уҡ төрлө яңылыҡтар менән дә ихлас уртаҡлашабыҙ. “Ейәнсура районы һуңғы ваҡытта төҙөкләнде, ҡайтҡан һайын үҙемә яңылыҡ асам”, – тине ул, бер күрешкәндә шатланып.
Әңгәмәсем – “Башринкон” һәм “Уралтрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған яғыулыҡ-энергетика комплексы хеҙмәткәре Фуат Әхәт улы БАЙСУРИН.
– Ейәнсура Өфөгә яҡын ятҡан район түгел. Алыҫлығын әйтеп тә тораһы юҡ. Шулай ҙа унда юлығыҙҙың йыш төшөүен беләм.
– Сығышым – Кинйәбулаттан, беҙҙең яҡта халыҡ был ауылды һаман да үҙенең матур исеме менән Ҡарағайтуғай тип йөрөтә. Ысынында тәүге атамаһы шулай, ҡайһылай күңелгә ятышлы! Өлкәндәрҙән ишетеүемсә, борон әлеге ауылдың урынында ҡуйы ҡарағай урманы шаулаған, орсоҡ шикелле төп-төҙ һәм ҡолас етмәҫлек йыуан ағастар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған. Бейеклеге һуң! Осона ҡараһаң, баштан кәпәс осоп төшөрлөк булған, тиҙәр. Хас та халыҡ йырындағыса, ҡарағай ҙа ағас, бейек ағас, менеп булмай кирәм булмағас кеүек була инде. Ул ышыҡ ролен дә үтәгән. Туғайҙағы шырлыҡҡа аяҡ баҫырға ҡурҡҡандар. Бөгөн ҡарағайҙар юҡ тиерлек, ләкин унда күркәмлек һаман да һаҡланған – үҙенсәлекле тау ҡултыҡтары, түңәрәк аҡландар, оҙонса уйһыулыҡтар, сылтырап аҡҡан шишмәләр — ғөмүмән, барыһы ла таң ҡалдыра. Сураш буйы, Ҡаратал таллығы, Бәшер тауы, Кесөй битләүе, Сәйфи ҡыуағы кеүек йәмле урындар бала сағымдың эҙен һаҡлай. Минеңсә, тыуған яҡтың тартыу көсөн ниндәй генә үлсәмдәргә һалһаң да, уны бер ҡасан да, бер нисек тә аңлау мөмкин түгел. Тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан ер барыбер үҙенә ылыҡтыра, ваҡыт үткән һайын уның ҡәҙере лә арта. Юҡҡа ғына, алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ, тимәйҙәр. Ысынлап та, өлкәнәйгән һайын тыуған төйәкте һағыныу тойғоһо көсәйеүенә нығыраҡ төшөнәм, был тәбиғи хәл. Шуға ла ауылда йорт төҙөп, күптән түгел “өй туйланыҡ”. Унда туғандар бар, һәр береһе яҡты йөҙ күрһәтеп, “әйҙүкләп” тора-тороуға, ләкин үҙеңдең мөйөшөңә нығыраҡ ашҡынып ҡайтаһың.
– Әле генә ышыҡ тигән һүҙҙе ҡулландығыҙ. Янығыҙҙа ейәнсуралар ғына түгел, бүтәндәр ҙә үҙен бик ышаныслы тоя. Һеҙҙең дуҫлыҡ төшөнсәһен өҫтөн күреүегеҙҙе һәйбәт беләм.
– Шаяртып әйткәндә, йылы ҡуйынға һыйынырға кем теләмәй!? Бөтөнөбөҙ ҙә әҙәм балаһы бит. Бәхет бүлешкәндән арта ғына тигән шикелле, фекерҙәштәремдең күплеге иңемә ҡанат ҡуя, киләсәккә уй-ниәттәрҙе дөрөҫ билдәләргә йүнәлеш бирә. Ата-бабаларыбыҙ тиккә генә, ҡаршы сығып атың бәйләр дуҫың булһын, тимәгән. Бәләкәйҙән иптәштәргә бай инем, малайҙар миңә һырынырға әҙер генә торҙо. Хәҙер ҙә дуҫлыҡ төшөнсәһен өҫтөн күрәм, ҡыҫҡаһы, дуҫтарҙың күп булыуына һөйөнәм. Ауылыма ҡайтһам, һәр береһе минең өсөн өҙөлөп тора. Өфөлә яҡташтарым менән дә бәйләнеш көслө. Әйткәндәй, баш ҡалала төпләнеүсе ейәнсураларҙың йыл һайын йыйылыш уҙғарыуы күркәм йолаға әйләнде, унда ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.
– Һөйләшеү барышында шуны асыҡ тойҙом: ауылға йәм биреү, ҡарағайтуғайҙарҙың тормошон йәнләндереү, йоҡомһорағандарҙы уятыу кеүек изге маҡсаттар менән янаһығыҙ. Бындай күркәм сифаттар һеҙҙә ҡайҙан?
– Ихласлыҡ, киң күңеллелек, иғтибарлы ҡараш – барыһы ла атайым менән әсәйемдең яҡшы тәрбиәһенә бәйле. Тирә-яҡта бик хөрмәтле кешеләр ине.
Илһөйәрлек тойғоһо һәммәбеҙҙә лә бар. Ысынында ауылымдың яҙмышы мине ныҡ борсоуға һала, Кинйәбулаттың киләсәге өсөн көйөнәм. Мәктәптең ауылдың тотҡаһы булыуын электән әйтә киләм, уның ябылыуы – ауылдың юҡҡа сығыуына ярты аҙым. Бынан бер нисә йыл элек Ҡарағайтуғайҙа башланғыс кластар өсөн өр-яңы мәктәп асылды, шуға ла ҡыуанысым сикһеҙ. Ғәжәп бит, борон ауылда тормош умарта күселәй гөжләп торҙо, кешеләр бер-береһен ярҙамынан ташламаны.
– Үҙегеҙҙең йәмғиәттәрегеҙҙең эше менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине?
– Ойошмамда бихисап ташсы, балта оҫтаһы, биҙәүсе тир түгә. Ысынлап та, әллә күпме кеше үҙенә эш урыны тапты. Йәшәйеш кинәт кенә бүтән яҡҡа үҙгәрҙе, ауылда ҡарағай шикелле ирҙәр эшһеҙ йонсой, аҡсаһыҙ интегә, эскелеккә һабыша. Улар өсөн йән әрней, шуға ла үҙемдең яныма эшселәрҙе күберәк ауылдан йәлеп итергә тырышам. Ғаиләһен ҡыуандырһындар, һәр хәлдә үҙҙәрен ир, атай итеп хис итһендәр. Ә бына егәрлелектәренә иҫ китерлек, уларҙан да тырышты тапмаҫһың! Шул уҡ ауыл ерендә эш бөттө тип зарланыусыларға аптырайым да, уларҙы йәлләйем дә. Ҡура тултырып мал тот — сикләү юҡ, баҡса үҫтер — берәү ҙә ҡаршы төшмәҫ. Уйланһаң, етеш һәм мул тормошта йәшәйем тиһәң, юлдарын табырға була инде.
– Өфөләге Йәштәр һарайы эргә-тирәгә йәм биреп, балҡып ултыра икән, бында һеҙҙең дә ҡул йылыһы тейеүен телгә алмау мөмкин түгел. Ниндәй йүнәлештәрҙә эш алып бараһығыҙ?
– Бынан алты йыл элек “Башринкон” тигән йәмғиәт ойошторғайным, былтыр “Уралтрейд” исемлеһен астым. Төп йүнәлеш – йорттар һалыу, шулай уҡ биналарға реконструкция үткәреү һәм капиталь ремонт яһау.
Өфөлә йорттар төҙөйбөҙ, бынан тыш, эшмәкәрлегебеҙҙе тотош республика буйынса ла йәйелдергәнбеҙ. Сибай, Учалы ҡалаларында һәм башҡа райондарҙа объекттарыбыҙ бар. Өфөлә Йәштәр һарайы янынан үтеп йөрөүселәр, уның эсенә инеүселәр бындағы үҙгәрештәргә иғтибар итмәй ҡалмаҫ. “Юбилей” мәҙәниәт һарайын тотош боҙоп, уның урынына өр-яңы бина ҡалҡытырға ниәтләгәйнек. Һуңынан белгестәр менән кәңәшләштек тә, иң отошлоһо реконструкция үткәреү тигән уртаҡ фекергә килдек. Емерергә бер ҡасан да һуң түгел, ә төҙөү өсөн күп ваҡыт кәрәк. Тикшереү шуны күрһәтте: бынамын тигән бина. Мәҙәниәт усағын Бөтә донъя башҡорттарының өсөнсө ҡоролтайына өлгөрткәйнек инде. Уға икенсе ғүмер биреүҙән тыш, исемен дә үҙгәрттек.
– Хәҙер халыҡ, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, таш фатирҙар эсендә генә бикләнеп йәшәргә теләмәй. Шуға күрә йорттар төҙөү ҙә камиллашыуҙы талап итә.
– Ысынлап та, хәҙер күптәр ҡаланан ситтә йәшәүҙе хуп күрә. Халыҡтың йәшәү менталитеты үҙгәрә. “Фатир шул тиклем ялҡытты, торһаң да, ятһаң да – дүрт мөйөш”, – тигәйне берәү. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк ярылып ята. Әле Өфө районының Зубов ауылында коттедждар төҙөйбөҙ. Бөтә уңайлыҡтары ла бар – ҙур булмаған өй, ә мунсаһы ни тора, эргәлә – гараж, билде яҙып алырға ер участкаһы ла бар. Йорттарҙы һатып алыусыларҙың күплеге хайран итә. Эште заказ буйынса башҡарабыҙ. Донъяның төрлө тарафтарынан тыуған төйәгенә ҡайтыусы милләттәштәремә өҫтөнлөк бирәм, ә Башҡортостанына ҡайтырға ашҡыныусылар бихисап.
– Ни тиһәң дә, Өфө – ҙур мегаполис, унда юғалып ҡалыу, бөтөү хәүефе янамаймы ойошмағыҙға?
– Бүренән ҡурҡҡан урманға бармай, тиҙәрме әле? Әгәр шулай булмаһа, тыуған ауылымды ҡалдырып, ситкә сығып китер инемме? Шаяртып әйткәндә, Себерҙә 22 йыл буйы “аҡса һуҡтым”, Мәскәүҙә йөрөп ҡайттым. Ҡалала сос булмай ҡара – тапап китергә лә күп һорамаҫтар. Эш йүнәлешем асыҡ билдәләнгән, бары ең һыҙғанып тир түгеү генә фарыз.
– Нимә ул һеҙҙең өсөн төҙөлөш?
– Төҙөлөш – үткәнем дә, шул уҡ ваҡытта хәҙерге тормошом да, үҙемде унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Кирбес һәм ташты кемдәрҙер һыуыҡ йәки ҡаты төшөнсә тип аңлай. Ә бына мин ташҡа ла йөрәк йылыһын бирәм, быны һис тә шаштырыу тип ҡабул ҡылмағыҙ. Төҙөлөш яланын ҡалаға әйләндереүселәр минең фекеремде ҡеүәтләр.
17 йәш тулыр-тулмаҫтан төҙөлөштәмен, шунан бирле ошо тармаҡта ҡайнайым, әҙ ғүмер түгел, әлбиттә. Бына әле генә ҡылт итеп бер ваҡиға иҫемә төштө. Дуҫтарым Ғәфүр Маликов менән Ғаяз Кинйәбулатов VIII кластан һуң Күмертауға техник училищеға уҡырға китте, уларҙың артынан көнләшеп ҡарап ҡалдым. Ауылға ҡайтҡас, иптәштәрем үҙҙәре менән бергә ҡалаға ҡоҙалай башланы. Ике уйламай уларға эйәрҙем, унда ташсы булдым, артабан армияла хеҙмәт иттем, флотта яуаплы электрик бурысын башҡарҙым. Хатта Мәскәүҙә Олимпия төҙөлөшөндә ҡатнаштым. Ә инде нефть институтының (хәҙер университет. – Автор.) төҙөлөш факультетында уҡыу күп нәмәгә күҙемде асты.
– Хажға барыуығыҙҙы ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле. Был һеҙҙең күңел талабы булдымы, әллә ябай ҡыҙыҡһыныу ғынамы?
– Дин юлынан китергә Ишембай егете Таһир хәҙрәт булышлыҡ итте, ул саҡта Себерҙә инем. Ни генә тиһәң дә, күңелдә дингә ҡарата ихтирам булғандыр, тим. Халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең һуңғы йылдарҙа тулҡын-тулҡын булып һәм аңлы рәүештә намаҙға баҫыуы – һөйөнөслө күренеш. Һәр мосолман үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла хаж ҡылырға тейештер, тим, ә изге сәфәр бер нисә тапҡыр ҡабатланһа, бигерәк тә һәйбәт. Сит илгә яңғыҙ барманым, тормош иптәшем Гөлсәсәкте лә үҙем менән бергә алдым.
Шуны беләм: дин бер ҡасан да яманлыҡҡа өйрәтмәй. Әҙәм балаһының эске донъяһы матур булырға тейеш.
Һалдырған мәсеттән аҙан тауышы ишетеү күңелемә йыуаныс өҫтәй, уны бер нәмә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Төмән өлкәһенең Лянтор ҡалаһындағы мәсеттән дә олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй.
– Фуат ағай, таяныс булырҙай улдарығыҙ бар. Улар хаҡында ни әйтер инегеҙ?
– Беҙҙең яҡтарҙа баланың тыуғанына ҡыуанма, торғанына шатлан тигән әйтем киң таралған. Улдарым – ныҡлы таянысым, икеһе лә башлы-күҙле булды. Исемдәрен дә бер-береһенә оҡшатып Ринат һәм Рифат тип ҡуштым. Икеһе лә минең һөнәрҙе үҙ итте, шатлығым сикһеҙ. Килендәрем Лилиә менән Гөлнара ла уңған, Сафина исемле ейәнсәрем үҫә.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489