Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе23.03.2019
Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда, сарала илдең 55 төбәгенән 230 IX – XI класс уҡыусыһы һынау тотто.

Еңеүселәргә дипломды бөгөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы.

“Математика буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыуым мәктәп йылдарындағы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды. Уның ниндәй хеҙмәт икәнен яҡшы беләм, – тине сығышында Игорь Комаров. – Һайлаған предметығыҙ буйынса алдынғылар рәтенә инеү өсөн бик күп тырышлыҡ һалдығыҙ. Тормош – ваҡиғалар сынйыры, һәм унда уңышлы булыу тәү сиратта үҙегеҙҙән тора. Һеҙгә ҙур, етди ҡаҙаныштар теләйем. Уҡытыусыларығыҙға, атай-әсәйегеҙгә рәхмәт!”

Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, бында илебеҙҙең технологик киләсәген төҙөйәсәк балалар йыйылған. “Көн дә дәреслектәр менән ултырыу, өҫтәмә шөғөлләнеү һәм еңеү яулау – сикһеҙ ауыр хеҙмәт, – тине ул. – Ныҡышмал булыуығыҙға, белемгә ынтылыуығыҙға һоҡланам. Рәхмәт!”

Төбәк етәксеһе үҙен химия менән тәү сиратта исеме бәйләүе хаҡында ла һөйләне.

“Алыҫ 1964 йылда атайым Фәрит Барый улы, әйткәндәй, ул да уҡытыусы, әсәйемә миңә Уран йәки Радий тип исем ҡушырға тәҡдим иткән. Икенсеһен һайлағандар. Радийҙың атом номерын да, ниндәй химик элементтарға һәм металдарға ингәнен дә иҫләйем”, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, олимпиада Башҡорт дәүләт университетында үтте.


Вернуться назад