“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме?22.03.2019
25 майҙа Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән “Яҙғы бал” үткәрелә.

Был көндә 22 ҡалала вальс, полонез һәм башҡа бейеүҙәрҙе бейейәсәктәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында байрам Совет майҙанында уҙғарыла. Шулай уҡ Ленин урамында “Мәктәпте тамамлаусылар аллеяһы” ойошторола.

Әйткәндәй, “Яҙғы бал” үткәрелгән йылдарҙа Башҡортостандан һәм Ырымбур өлкәһенән 66 500 сығарылыш класы уҡыусыһы ошо сарала ҡатнашҡан.




Вернуться назад