Быуат ауазын еткерҙе21.03.2019
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре республиканың 100 йыллығына үҙенсәлекле бүләк әҙерләне.

Ул – нигеҙенә “Башҡорттар иттифағы бюроһының мөхбире” гәзитенең тәүге һаны һалынған альбом. Баҫманың берҙән-бер данаһы Рәсәй дәүләт китапханаһының гәзиттәр бүлегендә һаҡланған. “Башҡорттар иттифағы бюроһының мөхбире” 1917 йылдың 14 июнендә Ырымбурҙа донъя күрә. Был – башҡорт милли матбуғатының тыуған көнө.

Институт менән “Башҡортостан” нәшриәтенең был хеҙмәте республика Башлығы гранты иҫәбенә башҡарылған.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика