Бында китап та уҡыйҙар, һаулыҡты ла нығыталар01.03.2019
Күп функциялы мәҙәниәт йорттарының өҫтөнлөгө бихисап.

Стәрлетамаҡ районының Наумовка халҡы өсөн оло бүләк булараҡ, бынан ике йыл элек Күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды. Ҙур сәхнә, тамаша залынан тыш, бында ижади коллективтар өсөн бейеү залдары, спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәргә махсус тренажер, мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәғәйен уйын бүлмәләре, иркен китапхана урынлашҡан.

– “Наумовка ҡалаҡсылары” өлгө­лө коллективы – беҙҙең брен­ды­быҙ. Етәкселәре Юлиә Дьяко­нованың тырышлығы менән төр­лө бәйгеләрҙә еңеү яулап, “Өлгө­лө халыҡ ҡоралдары ансамбле” тигән исемгә лайыҡ булдылар. Унан тыш, йыр һәм бейеү коллективтары ла даими уңыш­тары менән ҡыуандыра. Һәр сараны күмәк көс менән, кәңәш­ләшеп әҙерләйбеҙ, берҙәм булғас, һәйбәт һөҙөмтәләр ҙә үҙен оҙаҡ көттөрмәй, – ти мәҙәниәт йорто директоры Ольга Тупичкина.

Ҡалаҡсыларҙан тыш, мәҙәниәт усағын “Туған моңдар” вокаль, “Нимфа” бейеү коллективтары биҙәй. Улар ҙа, район һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, тыуған төйәк­тәренең абруйын күтәрә.

Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн күҙ­ҙең яуын алырлыҡ сағыу уйын бүлмәләре булыуы ла оло ҡыуа­ныс. Бында балаларҙы йәнһүрәт ҡарау өсөн телевизор, йәнә төрлө уйынсыҡтар һәм приставкалар көтә. Шулай уҡ майҙан­сыҡта кескәйҙәр өсөн үҫтереүсе уйындар ҙа әҙерләнгән.

Китапхана – элек-электән ауыл тормошоноң белемгә, яҡтыға һәм мәҙәниәткә әйҙәгән айырылғыһыҙ өлөшө. Наумовка модель ауыл китапханаһы ла шундайҙарҙан. Елена Степанова һәм Наталия Макарова эшләгән учреждение хеҙмәтенән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сиклән­гән­дәр ҙә иркен файҙалана ала. Бының өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған.

Балалар өсөн китапханала “Уҡы әле!” һәм ололарға “Флоранж” ҡыҙыҡһыныусылар клубы эшләй. Уларҙың төп бурысы – ижади һәләттәрҙе үҫтереү, китапҡа һөйөү уятыу.

“Беҙ – ҡышлаусы ҡоштарҙың дуҫтары”, “Белемеңде тикшер”, “Изге эштәр ҡылабыҙ” һәм башҡа акцияларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡат­на­ша китапхана. Уның хеҙмәт­кәрҙәре даими эҙләнеү өҫтөндә, китап уҡыуҙы пропагандалау өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап таба.

Хәҙерге заман китапханаһын яңы технологияларһыҙ күҙ алды­на ла килтереүе ҡыйын. Нау­мов­ка күп функциялы мәҙәниәт йорто китапханаһында, күнегел­гән алымдарҙан тыш, инновациялы ысулдар ҙа ҡулланыла. Үткән йылда электрон зал үҙ эшен башлаған, әле “Релаксация – һаулыҡҡа юл” проекты өҫтөндә эш бара.

Китапханала, китап уҡыуҙан тыш, тағы күп ҡыҙыҡлы шөғөлдәр табып була, тигән ҡарашты раҫ­лай наумовкалар. “Китап һәм китапхана менән һәр осрашыу күңелле ваҡиғаға әйләнһен”, – ти улар.

Күп функциялы мәҙәниәт йортонда спортҡа ла иғтибар бүленә: тренажер залы эшләп килә. Сәләмәт тормош яҡлы һәр кем, теләгән ваҡытта килеп, үҙенең һау­лығын нығыта ала. Республи­кала төп спорт төрҙәренең бере­һе булған хоккей ҙа иғтибар үҙә­генән ситтә ҡалмай: Наумовканың үҙендә генә ете команда бар икән.

Ауылда Күп функциялы мәҙә­ниәт йортон төҙөү урындағы халыҡты төрлө яҡлап юғары сифатлы хеҙмәтләндереүгә мөм­кинлек бирә.
“Йәшенең дә, ҡартының да талаптарына яуап биреү өсөн был бик уңайлы”, – ти хеҙмәткәрҙәр ошо хаҡта.


Вернуться назад