150 тирәһе автобус кәрәк21.02.2019
Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларына тағы ла 150 самаһы төрлө маркалағы мәктәп автобустары кәрәк, тине республиканың Мәғариф министрлығы коллегияһында етәксе вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Уның әйтеүенсә, был маҡсатҡа ведомствола 204 миллион һум ҡаралған, ул суммаға 106 автобус алыу мөмкинлеге бар.

Әле уҡыусыларҙы ташыу эше 1321 мәктәп автобусы ярҙамында бойомға ашырыла. Былтыр республика аҡсаһына ошондай 183 техника алынған. Төбәктә 40 меңдән ашыу бала мәктәпкә көн дә автобуста барып белем ала.


Вернуться назад