"Мостай аҡылы" бер ҡорға туплай01.02.2019
Хәбәр итеүебеҙсә, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында “Мостай аҡылы” фестивале асылды.

Уға ярашлы йыл дауамында төрлө саралар ойоштороласаҡ: “Республикама дан йырланым” иншалар, “Өфө башланғыс класс уҡыусыларының поэтик ижадында” йәш шағирҙар, “Мостай уҡыуҙары” әҙәби-ижад, “Илһам” нәфис һүҙ, “Пушкин, Туҡай һәм Кәрим” һүрәттәр конкурстары; медиа-фестиваль; мәктәп музейҙарында этномәҙәни форум; башҡорт телендә “Шаяниум” КВН-дары; “Алға, йәш хәбәрсе!” йәш журналистар бәйгеһе; Өфө мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары араһында спартакиада; “Мин тыуған еремдең осраҡлы ҡунағы түгел” тип аталған әҙәби марафон һәм “Китапхана дуҫтарын йыя-2019” конкурсы.


Вернуться назад